Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор

Башын йыуған

Интернеттан башты йомортҡа менән йыуып була тип уҡыным...

Добавить в предпочтительные источники Google
Башын йыуғанБашын йыуған
Башын йыуған

Башын йыуған

Минең әхирәтем бик ҡыҙыҡ кеше. Уның мәрәкәләре бөтөрлөк түгел. Уның һуңғы ҡыҙығы.

- Бер кис сәсемде йыуайым тиһәм, шампунь бөткән. Магазинға барырға ялҡау килә. Интернеттан башты йомортҡа менән йыуып була тип уҡыным. Йомортҡаларҙы һытып әҙерләнем дә, башыма һөртөп, эҫе һыу менән йыуа башланым. Баяғы йомортҡалар минең башымда беште лә ҡуйҙы. Ярты төнгә тиклем башымдан бешкән йомортҡаны тарап, сүпләп ултырҙым.

Лена.

Автор:Гузель Салихова