Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күршенән уңмаһамсы - бесәйҙән уңдым!

Һуңғы күршеләр бар урамды аптырата: юҡ-барға ғауға сығара, буштан-бушҡа әрләп тә китәләр. Ҡойма аша йәшәгәс, беҙгә айырыуса ныҡ “эләгә”: сүп-сарын да беҙҙең яҡҡа ырғыталар, бысраҡ һыуҙарын беҙҙең рәшәткәләргә терәтеп ҡоялар...

Күршенән уңмаһамсы - бесәйҙән уңдым!
Күршенән уңмаһамсы - бесәйҙән уңдым!

Күршеләрҙән уңманыҡ. Дөрөҫөрәге, нисәмә йылдар татыу йәшәгән өлкән йәштәге әбей менән бабайҙы күсереп алып киткәс, башланды мәхшәребеҙ. Балалары йортҡа әле бер, әле икенсе кешеләрҙе индерә. Һатыуға ҡуйғайнылар, әлегә һата алмайҙар. Һуңғы күршеләр бар урамды аптырата: юҡ-барға ғауға сығара, буштан-бушҡа әрләп тә китәләр. Ҡойма аша йәшәгәс, беҙгә айырыуса ныҡ “эләгә”: сүп-сарын да беҙҙең яҡҡа ырғыталар, бысраҡ һыуҙарын беҙҙең рәшәткәләргә терәтеп ҡоялар. Бер көн “ҡаҡшаттылар бит” тип һөйләнә-һөйләнә улар ташлаған ҡыйҙы йыйып йөрөйөм. Янымда бесәйем миңә текләп ҡарап, һәр һүҙемде тыңлап йөрөй. Икенсе көнө күрше ҡатындың яман тауыш менән ҡысҡырыуына терт итеп ҡалдым. Теге: “Һеҙ ташлағанһығыҙ?!”-миңә аҡыра. Аңламайым нимә булғанын. Ҡаоаһам тупһаларында ике ҙур ҡомаҡ ята. Күршегә: “Ҡайҙан алайым мин ҡомаҡтарҙы? Етмәһә, мин үҙем уларҙан ҡурҡам”,-тием. Ышанманы.

Икенсе көнө таң менән күрше тағы ҡысҡыра. Сыҡһам, тегенең тупһаһына тағы ике ҡомаҡ һалып киткәндәр. Күршем был юлы ныҡ аҡырманы, нисектер шиңеп ҡалғандай ине. Таңға ишек алдында ниндәйҙер тауыш ишеткәндәй булып уянып киттем. Тәҙрәнән ҡаараһам минең бесәйем уҫлаптай ҡомаҡты һөйрәп күршеләрҙең яғына инеп бара. Үлекте тупһаларына һалғас, ҡайҙалыр юғалып торҙо ла, тағы бер ҡомаҡты һөйрәп килтерҙе. Хайран ҡалдым! Бесәйем аһ-зарымды ишетеп, минең өсөн үс алып йөрөгән бит! Тиҙҙән күршеләребеҙ тағы алмашынғас, бесәй ҙә ҡомаҡтар ташымай башланы.

Ғ. Муллағәлләмова.

Һүрәт - интернеттан.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: