Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор

Аҙашҡан күңел

Рәил миңә оҡшанымы, белмәйем. Шулай ҙа бер күреүҙән ғашиҡ булдым тип әйтә алмайым. Сөнки бер тапҡыр ауыҙ бешкән, бала ла бар...

Аҙашҡан күңелАҙашҡан күңел
Аҙашҡан күңел

Мин ҡалала тыуып үҫтем. 11-се класты тамамлағандан һуң, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем. Унан медучилищеға уҡырға индем. Бик йәшләй кейәүгә сыҡтым. Ләкин ир менән насар йәшәнек. Яҡшы кеше булманы ул. Бала тыуғас, айырылдым. Ҡыҙым үҫә төшкәс, эшкә урынлаштым. Үҙ һөнәрем буйынса эшләгем килмәне, бер уҡыу йортона лаборант булып урынлаштым. Аралашырға яратҡас, дуҫтарым күп ине. Иптәш ҡыҙҙарымдың береһе Марат исемле ауыл егете менән танышты. Ярты йыллап йөрөгәс, ул егет Миләүшәне әсәләре менән таныштырырға булды. "Әйҙә һин дә беҙҙең менән,"--тип саҡырғас, уларға эйәреп мин дә ауылға ҡайттым. Беҙ ҡайтҡас, Мараттың дуҫы Рәил ҡунаҡҡа инде. Бергәләп матур ғына ултырҙыҡ. Рәил төрлө мәҙәктәр һөйләп, күңелде күтәрҙе. Клубҡа сыҡтыҡ. Рәил миңә оҡшанымы, белмәйем. Шулай ҙа бер күреүҙән ғашиҡ булдым тип әйтә алмайым. Сөнки бер тапҡыр ауыҙ бешкән, бала ла бар.
Рәил шылтырата башланы, бер нисә тапҡыр килеп тә китте. Шулай бер йыл уҙҙы. Уның килмәй торған саҡтары ла күп булды. Юғалып тора ла, тағы шылтырата. Минең балалы ҡатын булыуымды ла уйлағандыр инде. Уның әсәһе йәшләй үлгән. Малайҙы әсәһенең апаһы Ғәлиә апай алып үҫтергән. Егетем уға "әсәй", тип әйтә ине. Бер аҙҙан: "Былай йөрөп булмай бит инде, әйҙә, өйләнешәйек,"--тине. "Ярай,"--тинем. Беҙҙә никах уҡытып, бер айҙан туй кеүек мәжлес яһап, йәшәй башланыҡ.
Әсәй баштан уҡ ҡаршы булды: "Кеше ауылдан нисек ҡасырға белмәй, һин шунда ашҡынаһың. Балаңды ла уйла,"--тине. Шулай тиһә лә, тыңламаным. Бөтә таныштарҙы, дуҫтарҙы, эште ташлап, ир артынан ауылға ҡайттым. Ҡыҙымды әсәй алып ҡалды.
Рәилдең әсәһе (үҙе әсәй, тигәс, мин дә әсәһе тип яҙайым инде) башта балам барын белмәгән ине. Белгәс, ҡара янды, тауыш сығарырға сәбәп эҙләп кенә торҙо. Уның һүҙе генә һүҙ булды. Нисек кенә тырышһам да, ярай алманым. Өйҙә лә эшләйем, мәктәп, медпункт бүлмәләрен йыйыштырырға сабам. Мәсеттә ауыҙ асыусылар булһа, унда ла булышырға барам. Ауылда аҡса түләнмәй торған ниндәй йәмәғәт эше бар, уларҙы ла ҡушалар.
Рәилдән беренсе бала ҡыҙ булды. Уҫал түтәйҙең ул тыуғас та ҡарашы үҙгәрмәне. Нисек кенә беҙҙе айырырға, мине ауылдан ебәрергә тырышты. Үҙе бала табып үҫтермәгәс, ҡыҙҙы сит итер тигәйнем, улай булманы. Мин эштә саҡта ҡараны. Әммә Рәил менән айырым ғына сәй ҙә эскәнебеҙ булманы. Апаһы ялт итеп килеп ултырыр ине. Әле нисек йоҡлаған еребеҙгә инеп ятманы. Әсәйем: "Былай йәшәгәнсе, ҡайт, интекмә. Балаңды баҡсаға бирербеҙ, үҙең эшләрһең,"--тип мине йәлләне. Үҙем дә кире: "Үҙем теләп ауылға ҡайттым, бынан бер ҡайҙа ла китмәйем,"--тинем. Ҡәйнәм минән нисек ҡотолорға белмәне, әммә барыбер уныңса булманы. Мине йәш бала менән ҡыуып сығара алманылар.
Сабырлыҡтың да сиге була икән. Түҙерлек әмәл ҡалмағас, ауылдағы бер буш йортҡа күсендем. Хужалары йәйгә генә ҡайтып, картуф ултырталар. Ярай, өйөбөҙ ҙә буш тормаҫ, кеше йәшәгән ергә ҡайтыуы күңелле булыр, тип мине индерҙеләр. Ир әсәһе эргәһендә ҡалды. Ул йортта байтаҡ йәшәнем мин. Рөстәм дә килә башланы. Килгәс, индерәм инде. Бала атаһы бит. Хужалар рөхсәте менән ҡош-ҡорт аҫраным, кәзәләрем дә бар ине. Йомортҡа, һөт һаттым, иш янына ҡуш булды. Бер эштән дә ҡурҡып торманым. Бында ҡайтҡансы, ҡайһы бер эштең рәтен белмәй инем, ауыл бик күп нәмәгә өйрәтте.
Рәилдең әсәһе мине ул өйҙән сығартыу өсөн дә күп тырышты, хужаларҙы ҡотортто. Ә ирем әсәһе менән ике арала йөрөүен дауам итте. Минең эргәлә йоҡлап та ҡала. Мине лә ситкә ҡаҡмай, әсәһен дә тыңлай. Шулай "йоҡлаштырып" йөрөй торғас, ҡорһаҡҡа ҡалғанмын. Табырғамы, юҡмы тип баш ватманым, бер малай алып ҡайтҡым килә ине. Ул арала Рәил район үҙәгенән ер алды. Малай тыуғанда, йотобоҙҙоң нигеҙе бар ине инде. Ике йылдан күсеп, йәшәй башланыҡ. Бер ҡарағанда, тормош бер аҙ рәтләнде кеүек. Мин өйҙә, йыуам, ашарға бешерәм, ҡыҙҙың дәрестәрен ҡарашам. Малһыҙ тора алмайым. Һарай йүнәтеп, ике быҙау алып ебәрҙек. Рәилдең һәйбәт яғы бар. Эшкә тилбер, ҡулынан бөтә нәмә килә. Йылдар әкрен генә уҙа. Инде балалар ҙа үҫте. Бәләкәйе лә мәктәпкә барҙы.
Быға тиклем һалҡын тейеп тә ауырығаным булманы. Ҡапыл ниҙер булды. Башта тиктомалдан эсем бошто. Кешенән ситләштем. Донъянан ҡыҙыҡ тапмай башланым. Күҙемә бер нимә күренмәне. Балалар ҙа уйға инмәне. Башым үҙемдеке түгел һымаҡ. Илайым да илайым, йәшәгем килмәй. Ир ҙә аптыраны. Врачтарға йөрөтә башланы. Республика шифаханаларында ла булдыҡ. Ләкин береһенән дә файҙа күрмәнем, насарлана ғына барҙым. Миндә көслө депрессия, тинеләр. Бынан нисек дауаланырға, башым ҡатты. Ҡайҙа барғанымды, нимә эшләгәнемде белмәй башланым. Күңелемдән кемгәлер үпкәләйем, рәнйейем кеүек. Врач рецебы менән алына торған бер һауыт дарыу эстем. Күҙемә әллә нимәләр күренергә тотондо. Ҡара плащлы бер ир артымдан ҡалмай ҡыуа кеүек тойолдо. Ҡасырға тырышам, аяҡтар атламай. Ҡайҙа барһам да, теге бәндә арттан ҡалмай. Унан ниҙәр булғанын хәтерләмәйем. Реанимация бүлмәһендә аңыма килдем. Күп системалар, уколдар алып, рәтләндем кеүек. Мин ауырығас, әсәйҙәр ныҡ ҡайғырҙы. Балаларҙы Рөстәмдең әсәһе лә, беҙҙекеләр ҙә ҡарап торған. Ҡайтҡас, килеп хәлде белделәр. Ҡәйнә булған кеше генә килмәне. Хәҙер ҙә аяҡ баҫҡаны юҡ. Аптырайым. Әле кешегә, мине Гөлдәр индермәй, тип һөйләп йөрөй икән.
Бер туған апайым мине ҡараусыға алып барҙы. Оло ғына әбей, мин һөйләп бөткәс: "Ҡыҙым, һиңә бик ныҡ боҙом һалғандар. Бер нисә тапҡыр киләһең әле. Тиҙ генә файҙаһы күренмәҫ. Бәлки, берәр йыл сығыр,"--тине. Мин унда ун бер тапҡыр булдым. Туғандарым йөрөттө. Файҙаһы бар кеүек, элекке һымаҡ түгел. Хәҙер башымды үҙемдеке кеүек хис итәм.
Мин күргәнде бер кем дә күрмәһен. Әбейҙең һүҙе хаҡ булыуына ла ышанам. Тик торғанда ауырыным бит. Үлтерергә тип боҙомдар яһарлыҡ кемгә зыяным тейгәндер. Ғаиләмә, балаларыма шатланып йөрөгән ерҙән, ниңә шундай хәлгә төштөм икән. Кешегә "ыһ" тип тә әйткәнем юҡ. Һәр кемгә яҡшылыҡ эшләргә, ярҙам итергә генә тырышам. Ауылдағы күрше әбейҙәр әле һаман мине һағыналар. Барыһына ла булыша инем.
Врачтар : "Сирең бик электән йыйылып килгән, хәҙер дауалап бөтөрөрлөк түгел," тиҙәр. Электән йыйылып килергә, нисек була инде ул? Минең быға тиклем психиатрҙа булғаным булманы. Уҡыным, медучилище бөтөрҙөм, балалар таптым. Сирем электән булһа, берәй ваҡыт беленер ине.
Хәҙер учетҡа ҡуйҙылар. Районда махсус белемле психиатр юҡ, шуға йә группа бирмәйҙәр, йә эшләй алмайым. Ике баланы тәрбиәләргә кәрәк. Ирем баштан уҡ аҡса күрһәтмәне, аҡсаһы Ғәлиә әсәһендә булды. Бында килеп-китеп йөрөй, йоҡларға ҡалмай. Алиментҡа бирергә кәрәктер инде. Башҡа сара юҡ. Белешмәлә врач-психиатр подписе юҡ тип эшкә алмайҙар. Теләһә ниндәй эшкә лә ризамын, мин бит ғүмерлек психик ауырыулы кеше түгелмен. Ошо хәлгә төшөрөүсе сәбәптәр бик күп булды. Бер йөрәк бит ул, нисек түҙһен. Ул ир нимәгә кәрәк һиңә, айырыл, ғорурлыҡ булырға тейештер бит инде, нишләп ялынып ятаһың уға, тип әйтеүселәр булды. Беҙ Ғәлиәнең һүҙе менән айырылдыҡ та яңынан ҡушылдыҡ. Ҡушылһаҡ та, ҡағыҙҙа ғына. Йүнләп йәшәмәйбеҙ.
Бына шулай уҙа ғүмер. Артабан ни эшләргә? Балалар өсөн борсолам. Уларҙы нисек аяҡҡа баҫтырырмын. Был ауылға килеп яңылыштым, ахыры. Ҡағылып-һуғылыуҙан башҡа, бер рәхәт тә күрмәнем. Әллә барыһына ла түҙеп йәшәгән үҙем ғәйепле инде?!
Г.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас