Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Декабрь 2021, 22:40

Бер кемгә лә кәрәк түгел

Беренсе балалары тыуғас та еңгәйҙең “күңелле тормошо” тураһында ишетелә башланы. Ағай һаман ышанманы...

Кешегә артыҡ ышаныу нимәгә алып барып еткергәнен алданғандар ғына белә. Ҡатын-ҡыҙҙар бындай осраҡта илап-һыҡтап, бар кешегә ҡайғыһын һөйләп еңел үткәрә. Ә ирҙәргә был үтә ауырға тура килә. Быны мин үҙемдең ағайыма ҡарап аңланым. Уның һөйләгәндәрен тыңлап иҫем китте.

Ул өйләнәм тигәндә барыһы ла ҡаршы булды. Хатта дуҫтары ла. “Уны кем генә алып йөрөмәне! Хатта ситтән килгәндәр менән дә!”-тип кире өндәнеләр. Юҡ, өйләнде.

Кеше ғәҙәтен ҡуямы инде?! Беренсе балалары тыуғас та еңгәйҙең “күңелле тормошо” тураһында ишетелә башланы. Ағай һаман ышанманы. Шунан үҙе төнөн бер машинанан иҫерек килеш бер ир төшөрөп торғанда тотҡан. Ағай өйҙә булырға тейеш булмаған. Шунда ла “ярай, ул да бит кеше, ял иткеһе киләлер” тине. Был ваҡытта балаһы күршелә ҡалдырылғанын да, ә әсәнең әллә ҡайҙа йөрөгәнен дә уйламаны. Бындай хәлдәр күп булды. Эш унда түгел.

Беҙ ҡурҡҡан хәл булды. Ағайым эшенән алдан ҡайтып ингән. Һәм ҡатынын икенсе ир менән тотҡан. Ярай, башҡа кеше кеүек ҡаңғырһа, ҡатынын да, ирҙе лә туҡмаһа. Әммә ағайым ошо хәлдән һуң йөрәк сирле булып ҡалды. Инвалидность бирҙеләр. Хәҙер ул беҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй. Ҡатыны шунда уҡ икенсе ир тапты.

Ирҙәр, шулайтып бисә тип ҡапланып китмәһәгеҙ ине. Һеҙгә бер-бер хәл булһа, барыбер туғандарығыҙҙан башҡа бер кемгә лә кәрәк түгелһегеҙ.

Л.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: