Мин ун беренсе класта уҡыйым. Ошоға тиклем бары тик “бишле” билдәләренә уҡыным. Әле уҡыуҙың ярты йылы бөттө, ә минең аҫҡа тәгәрәй башланым. Уҡытыусылар аптырай. Ә барыһы ла яҙғыһын ҡустым донъяға килеүҙән башланды. Әкренләп ниңәлер сабыйҙы ҡарау тулыһынса тиерлек минең өҫтөмә ятты. Әсәйем атайымдың ситтә һөйәркәһе барлығын ишеткәс, ҡырҡты үткән булһа ла, бала табырға булып китте. Йәнәһе лә, атайҙы сабый менән бәйләп тотасаҡ. Быға тиклем улар тағы бер бала тураһында уйламай ҙа ине. Һөҙөмтәлә, әсәй көн-төн атайҙы эҙәрлекләй, күҙәтә, уның күңелен күрә, ә сабыйҙы ҡарау минең өҫтә. Икеһенә лә: “Мин хәҙер сығарылыш класында, миңә юғары уҡыу йортона инеү өсөн яҡшы билдәләр кәрәк”,-тип әйттем. Әсәйемдең: “Хәҙер юғары белемле кешеләр иҙән йыуа. Уның өсөн диплом нимәгә? Һин китһәң, туғаныңды кем ҡарай?”-тип әйтеүе хайран ҡалдырҙы. Быға тиклем беҙҙең ғаилә шундай берҙәм, матур ине. Хәҙер атайымды ла, әсәйемде лә, уларҙың никахын һаҡлар өсөн генә донъяға килгән ҡустымды ла күрә алмаҫ сиккә еттем.
Б.