Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эй, Хоҙайым кеше көнлө итмә...

Зар-интизар итмә берүк Хоҙай, Яҡты йөҙгә, йылы һүҙҙәргә. Сабырлыҡ бир, әгәр һынау бирһәң, Һынмайынса ғына түҙергә...

Эй, Хоҙайым кеше көнлө итмә...
Эй, Хоҙайым кеше көнлө итмә...

Эй Хоҙайым, кеше көнлө итмә,

Дусар итмә йотом һыуҙарға.

Яндарыңда яҡын кешең булһын,

Мохтаж саҡта ҡулын һуҙарға.

Зар-интизар итмә берүк Хоҙай,

Яҡты йөҙгә, йылы һүҙҙәргә.

Сабырлыҡ бир, әгәр һынау бирһәң,

Һынмайынса ғына түҙергә.

Эш бәхете бир һин, хәләл ризыҡ-

Үҙең эшләп тапҡан аш бит ул.

Кеше ҡулдарынан алған ризыҡ,

Тамағыңа торған таш бит ул.

Ҡара һалҡын , йәнде ялмап ала,

Көткән кешең әгәр килмәһә.

Күрмәмеш тә булып, юлдарыңда,

Иҫәнлек тә һиңә бирмәһә.

Кеше көнлө итмә, кеше хәлен,

Аңлар аҡылымды юғалтма.

Ҡәҙерһеҙләп, яман һүҙҙәр менән,

Туған араларын болғатма.

Эй Хоҙайым, хәтер ҡалдырырлыҡ,

Шарттарыңды берүк булдырма.

Изге итеп һаҡла күңелемде,

Бәғеремде генә туңдырма.

Көс бир миңә, үҙем ярҙам итәм,

Йылы һүҙем менән йылытам.

Ауыр саҡта яндарымда булған,

Дуҫ-туғандарымды онотмам.

Гөлиә Мөкминова-Азаматова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: