Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балам алдында ҡаңғырманым

Ҡайтҡанда ун ине. Ярай, ҡатын да, улым да өйҙә юҡ, йәһәт кенә ятып алайым тип яттым. Уяным киткәндә таң атып килә ине. Ҡатын миңә үпкәләгәндер тип кухняға сыҡтым. Тик унда байрам өҫтәле лә, ҡайнар аш та, бер нәмә лә юҡ ине. Аптырап киттем...

Балам алдында ҡаңғырманым
Балам алдында ҡаңғырманым

Улай килеп сығыр минең менәнн бер ҡасан да уйламағайным. Яңы йыл төнөндә ҡатыным минең яҡын дуҫыма, күршемә сығып китте. Беҙ 31-се эшләнек. Шуға һуңлап ҡайттым. Эштә егеттәр менән әҙерәк һуҡтыҡ. Ҡайтҡанда ун ине. Ярай, ҡатын да, улым да өйҙә юҡ, йәһәт кенә ятып алайым тип яттым. Уяным киткәндә таң атып килә ине. Ҡатын миңә үпкәләгәндер тип кухняға сыҡтым. Тик унда байрам өҫтәле лә, ҡайнар аш та, бер нәмә лә юҡ ине. Аптырап киттем. Шылтыратам алмай. Улыма шылтыратҡайным “Ә беҙ күрше ағайҙа” тине. Барып индем. Тегеләр матур итеп өҫтәл артында ултыра. Ҡатыныма мин күп эсмәнем ул, ятҡайным ныҡ йоҡлап киткәнмен, әйҙә ҡайттыҡ, тинем. Ул “Мин ҡайтмайым, беҙ бергә йәшәй башларға булдыҡ. Күптән үҙең аңлағаныңдыр тип йөрөһәк, аңламайың” ти.

Балам алдында ҡаңғырыуҙан тыйылдым. Әммә бөгөн ҡатын улымдың да минең дуҫтан булыуын белдерҙе. Иң аптыратҡаны күптәр белгән уларҙың ете йылға яҡын йөрөгәнен. Нишләп әйтмәнегеҙ тиһәм, “әллә беҙ һеҙ икәүләп бер ҡатын менән йәшәй” тип уйланыҡ ти. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит! Нисек ике ир бер ҡатын менән йәшәһен! Ни өсөн мин бер нәмә һиҙмәгәнмен. Был ни хәл булды әле ул. Хәҙер дуҫымдың вахта ваҡытын ни өсөн минән айырым алыуын аңланым. Ә мин “Ярай минең ҡатынға ярҙам итерһең мин булмағанда” тиер инем. Бына исмаһам ярҙам итте. Тотоп алып икеһен тереләй тунап үлтерер инем.

Сумбурно яҙылды, үҙегеҙ матурлағыҙ инде.

Б.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: