Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яратам һине!

Әгәр уны ниҙер асыуландырһа, мин был хаҡта шунда уҡ беләм. Үсегеп, өндәшмәй-һөйләшмәй йөрөү уға бөтөнләй хас түгел. Ул хатта крандарҙы йүнәтә, сөй ҡаға, сымдарҙы алмаштыра белә! Машинала күп егеттәрҙән оҫта йөрөй...

Яратам һине!
Яратам һине!

Минең яратҡан ҡыҙым-буласаҡ ҡатыным ғаиләлә 3 малай араһында үҫкән. Һәм мин быны үҙемдең оло бәхетем, тип иҫәпләйем. Әгәр ул: “Мин ун минуттан әҙер булам!”-тиһә, ысынлап та ун минуттан әҙер була. Магазиндар буйлап йөрөргә яратмай. Ниҙер кәрәк булһа, тик шуны ғына алырға сыға. Әгәр уны ниҙер асыуландырһа, мин был хаҡта шунда уҡ беләм. Үсегеп, өндәшмәй-һөйләшмәй йөрөү уға бөтөнләй хас түгел. Ул хатта крандарҙы йүнәтә, сөй ҡаға, сымдарҙы алмаштыра белә! Машинала күп егеттәрҙән оҫта йөрөй. Тәмле бешерә.

Шул уҡ ваҡытта иҫ киткес нәзәкәтле, матур ҙа. Минән бер ҡасан да бер ни ҙә һорамай. Шул уҡ ваҡытта һәр бүләкте ҡыуанып ҡабул итә. Мин унда иҫ киткес нәзәкәтлелек менән ысын ир характеры бергә нисек йәшәүенә аптырайым, әммә һөйөклөмдө бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләйем. Бына шундай ул минең яратҡаным. Ә тиҙҙән беҙҙең туйыбыҙ! Бәхет һеҙгә лә, дуҫтар!

Альберт. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: