Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йыш талашһалар ҙа

Бер кейеме лә ҡалмаған...

Ағам менән еңгәмә ҡарап йә иларғамы йә көлөргәме тип йәшәйем. Йыш талаша улар. ғәҙәттә, ағайым ишекте шарт ябып йә еңгәйем уны ҡыуып сығарыу менән тамамлана барыһы. Ағай әсәйҙәргә барып йәшәй. Икеһенең дә беренсе булып татыулашҡыһы килмәй, айырылғылары ла килмәй. Ағай еңгәй яратҡан ҡыҙыл розаларҙы алып ярашырға килә. Был ағай ғәйеплерәк саҡта. Тик еңгәй ҡайһы саҡта уны сразу ғәфү итмәй. Шуға күрә ағай розаларҙың сәнскеләрен ҡайсы менән ҡырҡып ала. сөнки еңгәй сәскә менән бәргесләүе лә бар. Еңгәй ҙә ағайһыҙ ҡалғыһы килмәй. Бер еңгәй ғәйепле булып талашҡандарында, ағай шул тиклем асыуланды һәм себергә китергә булды эшкә. Еңгәйҙең уны ебәргеһе килмәй бит инде. Ағай әйбер-кейемдәрен алырға барған ине, еңгәй уның бар кейемен йыуып ҡуйған, хатта яңы, берҙе лә кейелмәгән нәскейҙәрен дә! Береһе лә кипмәгән! Ағай йортонда тороп ҡалды шулай. Был икәүгә беҙ өйрәнеп бөткәнбеҙ инде, барыбер ҡыҙыҡ)

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: