Бөтә яңылыҡтар

Иремә оҡшамайым

Әхирәттәрем миңә көнләшеп “һиңә рәхәт, нимә теләйһең ашай алаһың, барыһын да кейәһең” ти...

Ни өсөн бар ҡатындар ябығырға тырыша икән? Миңә 39 йәш. Ике балабыҙ бар. Бер ҡасан да 50 килограмға ла тулғаным юҡ. Әхирәттәрем миңә көнләшеп “һиңә рәхәт, нимә теләйһең ашай алаһың, барыһын да кейәһең” ти.

Ә бына иремә минең ябыҡ булыуым оҡшамай. Минең һеңлем тумалаҡ ҡына. Кейәүгә сыҡҡайны бөтөнләй матурайып китте. Ирем уға күҙен майландырып ҡарағанын күрәм дә, ҡыйын булып китә. Нимә ашаһам да, күпме ашаһам да бөтөнләй ит ҡунмай. Ирем яңы йылда эсеп алып “концлагерҙан ҡасҡан кешегә оҡшағанһың, тоторлоҡ ерең дә юҡ” тигәйне ныҡ ҡыйын булды. Һуңынан айыҡҡас ғәфү итенде лә ул. Тик барыбер уйлағанын әйтте бит инде. Нисек һимерергә була икән?

В.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: