Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кесемен тип тә уйламай...

Урамға сыҡһам, уйламаған ерҙә һәр саҡ уны осратам. Тыныс ҡына магазиндарға йөрөү бөттө. Нисектер минең артта сиратта йә тышҡы ишек янында көтөп торған була. Әллә ауырыумы икән? Уҡыған, юғары белеме бар, яҡшы урында эшләп йөрөй...

Был егеттән мин нисек ҡотолорға ла белмәйем. Өс йыл буйы нервымды ғына ашап бөттө. Ҡапыл яңғыҙ ҡалғас, ул хис-тойғоларын белдереп “бәйләнештә” аша смс яуҙыра башланы. “Ҡара” исемлеккә ырғыттым.

Насар егет түгел ул. Ләкин йәнем дә, тәнем дә тартмай. Өҫтәүенә ул минән ун биш йәшкә кесе! “Һиңә йәш, матур ҡыҙҙар бөтмәгән”,-тип матур итеп һөйләшеп тә ҡараным да. Юҡ, “яратам” тип үҙенекен тылҡый.

Урамға сыҡһам, уйламаған ерҙә һәр саҡ уны осратам. Тыныс ҡына магазиндарға йөрөү бөттө. Нисектер минең артта сиратта йә тышҡы ишек янында көтөп торған була. Әллә ауырыумы икән? Уҡыған, юғары белеме бар, яҡшы урында эшләп йөрөй. Ата-әсәһенән айырым йәшәй. Әлбиттә, йәш егеттең үҙең өсөн шулай өҙөлөп йөрөүе күңелдең рәхәт урындарын ҡытыҡлап ҡуя. Әммә был ярамаған эш икәнен яҡшы аңлайым. Тиҙерәк кенә үҙенә матур, аҡыллы, инсафлы, ипле ҡыҙ табып, өйләнһен ине ул...

Читайте нас: