Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 11:30

Ылаҡсылар көс һынаша

Шулай итеп, ылаҡсылар майҙанға сыҡты. Иң тәүҙә көс һынашҡан күрше райондар - баймаҡтар һәм әбйәлилдәргә Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан ылаҡсылары бар иғтибарын йүнәлтте...

Ылаҡсылар көс һынаша
Ылаҡсылар көс һынаша

Ниһайәт, бар республика халҡы түҙемһеҙлек менән көткән <Башҡорт аты> фестивале башланды! Уны бойомға ашырыу тураһында уй-маҡсаттары менән уртаҡлашҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров фестивалдең онотолмаҫ тамаша ла буласағын, башҡорт атына бағышланған фәнни йүнәлештең дә офоғо асыласағын белдергәйне. 

Әле йәмле Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында Ылаҡ уйынының һайлап алыу туры башланды. Тантаналы асыу сараһында уйынсыларҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов сәләмләне.

Бында Баймаҡ, Әбйәлил, Ауырғазы, Учалы райондары һәм ярышҡа иҫ киткес сәм өҫтәп Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан һыбайлылары ҡатнаша!

Тамашасыларҙың бар иғтибары баймаҡтарға йүнәлгән. Сөнки нәҡ Баймаҡ районы Ылаҡ уйынын тергеҙҙе һәм күп еңееүҙәр яулап, республикабыҙ намыҫын яҡлап Ҡырғыҙстанда ла сығыш яһаны. Әммә башҡа ылаҡсылар ҙа уйындың файҙаһы улар яғында буласағына ышанысын белдерҙе. Әле ташланған йәрәбә буйынса баймаҡтар һәм әбйәлилдәр көс һынаша. Йәгеҙ, егеттәр, кемегеҙ үҙенең таһыллығын, ә башҡорт атының бер ҡасан да еңелмәҫен иҫбатлай ала? Уңыштар һеҙгә!

Хөрмәтле дуҫтар! <Ат фестивале> бөгөн һәм иртәгә Граф күле буйында үтә. Рәхим итегеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: