Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2022, 11:00

Эсәгеңә ... күҙ тейҙерәһең...

Ә мин түбәләге көҙгө һымаҡ түңәрәктәрҙән миңә нисек операция яһағандарын күҙәтеп ятам...

Эсәгеңә ... күҙ тейҙерәһең...
Эсәгеңә ... күҙ тейҙерәһең...

Дауаханала күп йөрөргә тура килде. Шаян врач эләкһә, һауыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Бына шундай мәҙәктәр.

Операция алдынан анестезиолог һалған уколдан рәхәтләнеп кенә, “осоп” ятам. Нимәлер һөйләргә маташам, етмәһә.

-Доктор, һеҙ ни эшләп минең ҡулдарымды бәйләнегеҙ?

-Ә, бәлки, һин мине ҡосаҡлай башларһың!

-???

-Ә мит бит стерилләнгән-ярамай,-тип ауыҙ йыра хирург.

Операция башланып, 15 минут үткәс, хирург минән:

-Һин, ауырыу, нимә шымып ҡалдың әле?-тип һораны.

Ә мин түбәләге көҙгө һымаҡ түңәрәктәрҙән миңә нисек операция яһағандарын күҙәтеп ятам. Был хаҡта табипҡа әйткәйнем, ул медсестраға ҡорған кеүек ҡоролманы минең башыма яҡыныраҡ ҡуйырға ҡушты. Операцияның ҡыҙығы бөттө-миңә бер нимә лә күренмәй башланы. Түҙмәй:

-Ниңә ҡапланығыҙ, доктор?-тип һорайым.

-Һе, эске органдарыңа күҙең теймәһен өсөн инде. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: