Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2022, 15:50

Салауат Юлаев һәйкәлен кем яңыртыр?

Килешеү шарттарына ярашлы, эштәр 2023 йылдың февралендә тамамланырға тейеш. Ошо ваҡыт эсендә подрядсы мәҙәни мираҫ объекты булған ҡомартҡыны тәртипкә килтерергә, мәҙәни мираҫ объекты сиктәрендә тирә-йүнде төҙөкләндерергә бурыслы. Контракттың башланғыс хаҡы — 15,4 миллион һум. Һатыулашыу 5 июлгә тәғәйенләнгән.

Салауат Юлаев һәйкәлен кем яңыртыр?
Салауат Юлаев һәйкәлен кем яңыртыр?

Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде яңыртыу өсөн подрядсы һайлап алыу өсөн акцион иғлан ителде.

Контракттың башланғыс хаҡы — 15,4 миллион һум. Һатыулашыу 5 июлгә тәғәйенләнгән.

Заказсыһы — Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы. Конкурс проект-эҙләнеү эштәрен уҙғарыу һәм һәйкәлде реставрациялау өсөн подрядсы һайлап алыу маҡсатында ойошторола.

Килешеү шарттарына ярашлы, эштәр 2023 йылдың февралендә тамамланырға тейеш. Ошо ваҡыт эсендә подрядсы мәҙәни мираҫ объекты булған ҡомартҡыны тәртипкә килтерергә, мәҙәни мираҫ объекты сиктәрендә тирә-йүнде төҙөкләндерергә бурыслы.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре һәйкәлде ҡарағанда бик күп етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. 2021 йылға коррозия майҙаны 10 процентҡа артҡан, постамент 7 сантиметрға ултырған, иретеп йәбештерелгән йөйҙәр тағы ла аяныслыраҡ хәлгә килгән, һәйкәл аҫтында ҡая тоҡомдарының ашалыуы һәм йыуылыуы дауам итә. Бында майҙандағы фонтандың һыу ағыҙыу системаһы ла ғәйепле, тип билдәләй эксперттар. Ярылған урындар шул тиклем киңәйгән, уларҙа ҡоштар оя ҡора. Ремонт эштәренең иң мөһим бурыстарының береһе —  ҡурғандың тупрағын нығытыу. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: