+2 °С
Облачно
Бөгөн район ағинәйҙәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның саҡырыуы буйынса, Сибай ҡалаһында үткән төбәк-ара балаҫ һуғыусылар форумында ҡатнашты. Унда балаҫ һуғыу станоктарының төрҙәре менән таныштылар. Еп һуҙыу тәртибе аңлатылды. Шулай уҡ төрлө станоктарҙа балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Шундай ҙур һәм фәһемле форумда Иҫке Сибай, Ишмөхәмәт, Темәс, Таһир, Беренсе Этҡол, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Йылым, Төркмән, Аҡморон, Мерәҫ ауылдары ағинәйҙәре балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡтарын камиллаштырҙы.