Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
20 Марта 2022, 14:20

Ағинәйҙәр түңәрәк ойошторалар

Ағинәйҙәр түңәрәк ойошторалар #йүнселлек #заманталабы Баймаҡ районы ағинәйҙәре төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Баҡсасылыҡ", "Сәскәләр яратабыҙ", "Бүлмә гөлдәре" тигән түңәрәктәр ойоштора. 

Ағинәйҙәр түңәрәк ойоштораларАғинәйҙәр түңәрәк ойошторалар
Ағинәйҙәр түңәрәк ойошторалар

#йүнселлек 
#заманталабы 
Баймаҡ районы ағинәйҙәре төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Баҡсасылыҡ", "Сәскәләр яратабыҙ", "Бүлмә гөлдәре" тигән түңәрәктәр ойоштора.    Ғүмәр ауылында түңәрәккә күп балалы әсәйҙәр Эльвира Үҙәнбаева, Дилә Заманова, Рәмзилә Хәсәнова һәм ағинәйҙәр килде. Томат, баклажан, татлы һәм әсе борос һ.б. йәшелсәләр орлоҡтары сәсергә әле һуң түгел.  
  Район ағинәйҙәренән Гүзәл Монасипова йәшелсә, сәскә орлоҡтары алып килеп, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.  
  Ғүмәрҙә бик тырыш, донья көтөргә әүәҫ халыҡ йәшәй, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүселәр ҙә байтаҡ. Баҙҙары тулы картуф, салаттар, ҡайнатмалар. Йәйгеһен емеш-еләк йыялар, киптерә, ҡаҡ эшләй, биҙрәләп ҡыр сейәһе, муйыл, бөрлөгән майлайҙар.   

Аш-һыуға ла бик оҫталар. Нурзыя Юлыеваға йәһәт кенә күп итеп һалма ҡырҡып бирҙеләр, бәлеш тә бешереп өлгөрҙөләр. 
Ауылдың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла түңәрәккә йәлеп итергә тип кәңәш ҡорҙолар .  
 Гүзәл Монасипова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас