Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
28 Января 2022, 03:45

Әхмәрҙә - йөн байрамы

Әхмәр мәҙәниәт йортонда "Йөн байрамы" үтте.

Әхмәр мәҙәниәт йортонда "Йөн байрамы" үтте. Ул кис ултырыу, эшлекле һәм әүҙем аралашыу һәм үткәндәрҙе иҫләү, ярыш һәм уйын көлкө менән барҙы.
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы борондан килгән ҡул эше - йөн тетеу, иләү, йомғаҡлау серҙәренә өйрәтте. Ҡатын-ҡыҙҙар бик теләп йөн тетте, белмәгәндәр эшләп ҡараны. Бала саҡта йөн иләгәндә өләсәйҙәрҙең йөн иләгәндә әйткән теләктәре иҫкә төшөрөлдө. Йөндәр юрған эшләйҙәр, балаҫ һуғалар, кейеҙ баҫҡандар. Әйткәндәй, уларҙың дауалау сифаты ла бар икәнлеге хаҡында мәғлүмәттәр бирелде.  
Сараның икенсе өлөшөндә йомғаҡ урап ярышы уҙған. Артабан "музыкаль быйма", йомғаҡ ташлап ярышыу, күҙ бәйләп йомғаҡ ташыу ярыштары үтте. Шулай уҡ йөн темаһына хикәйә яҙып,  таҡмак сығарып та ярыштылар. Байрамдан һәр кем бүләк алып таралышты. Киләһе йыйын кейеҙ һуғыу серҙәренә арналасаҡ.

Әхмәрҙә - йөн байрамы
Әхмәрҙә - йөн байрамы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас