+23 °С
Дождь
Фәрзәнә Мөхәмәтшина етәкселегендәге Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре ойошмаһының үҙ бүлмәләре бар. Унда үҫеп килгән быуын, ҡатын-ҡыҙҙар менән милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм башҡа бик күп йүнәлештә эшләү өсөн уңайлы мөхит булдырылған. Мәктәп директоры Наил Иҫәнбаев 2017 йылда ағинәйҙәргә бүлмә биреп ҡыуандыра. Унда "Ағинәй" ойошмаһы мөйөшө", милли ҡомартҡылар өлгөһө, ағинәйҙәрҙең милли кейем һәм биҙәүес күргәҙмәләре һәм башҡалар зауыҡ менән урынлаштырылған. Төрлө йәштәге балалар менән кисәләр, осрашыуҙар, ярыштар үткәрелә. Бындай саҡта мәктәптең залы ла ҡулланыла. Ауыл биләмәһе кимәлендә үткәрелгән сара ойошторғанда ла Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре һәр ваҡыт әҙер.