Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 15:12

Июлдә Башҡортостан халҡын «өҫтәмә» ял көнө көтә

-

Был көндө мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй. Байрам шишәмбегә тап килә. Дүшәмбе, 19 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Йыллыҡ түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы календарь көн иҫәбенә индерелмәй.

Ҡорбан байрамы – Исламда төп байрамдарҙың береһе. Был көндө изге ниәт менән ҡорбан салына һәм уның ите мохтаждарға таратыла. Байрам өс көн дауам итә.

Июлдә Башҡортостан халҡын «өҫтәмә» ял көнө көтә
Автор:Лилия Такаева