Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 23:29

Нишләп беҙҙә генә шулай һуң ул...

Нишләп беҙҙә генә донъя тар?!Бер зыянһыҙ алға барғандарҙыңБаштарына суҡмар һуғалар.Уйламаған ерҙә, көтмәгәндәАрҡаларға бысаҡ ҡаҙала.Сәбәптәрен эҙләп, төшөнөү юҡ -Һеңгәҙәтеп ергә ауҙара...

Нишләп беҙҙә генә шулай һуң ул -
Нишләп беҙҙә генә донъя тар?!
Бер зыянһыҙ алға барғандарҙың
Баштарына суҡмар һуғалар.

Уйламаған ерҙә, көтмәгәндә
Арҡаларға бысаҡ ҡаҙала.
Сәбәптәрен эҙләп, төшөнөү юҡ -
Һеңгәҙәтеп ергә ауҙара.

Нишләп кенә беҙҙә шулай икән,
Ниңә генә беҙҙә донъя тар?!
Үҙеңдеке үҙкәйеңә - бола,
Кәрәк түгел хатта дошмандар.

Берәү эҙләй көйөк йөк аҫтынан,
Берәү ташый ошаҡ, нахаҡ һүҙ.
Баштар аша баштар ашалалар -
Күтәрәлһәң әгәр, күтәр, түҙ.

Үҙ ерендә шунан урын тапмай,
Ситкә китә күпме таланттар?!
Йөрәктәре һыҡрап, әрней-әрней,
Сит ерҙәрҙә шөһрәт табалар.

Күтәрелһә инде, йәнә ғәйеп:
Ул - һатлыҡ йән, мөртәт иленә.
Хыянатсы бында кем икән һуң -
Кем һыйҙырмай уны еренә?!

Тарһыныуҙар, сәсрәп ҡыҙғаныуҙар,
Көнсөллөктән ҡара яныуҙар,
Минән уҙып кеше булмаһын тип,
Ауа-түнә соҡор ҡаҙыуҙар...

Шул ҡыйрата бит һуң, шул үлтерә
Халҡыбыҙҙың рухи асылын,
Быуын-быуын күмдек тере көйө
Таланттарҙың ынйы аҫылын.

Кемдәр көсһөҙ, кемдәр меҫкен хәлдә,
Кемдең килмәй эше ҡулынан -
Шулар һура башҡаларҙың ҡанын,
Уңмағанға тормош юлынан.

Ошо көстө әгәр файҙаланһаҡ,
Үҙебеҙҙең үҫеш, хеҙмәткә,
Әллә күпме алға китер инек,
Кер ҙә теймәҫ ине милләткә...

Нишләп кенә беҙҙә шулай һуң ул?!
Нишләп кенә тарһың, киң донъям?!
Ярҙам итмәҫтә лә, булышмағыҙ -
Ошо булыр һеҙҙән ҙур ярҙам!

Светлана Насырова.

Фото интернеттан.

Нишләп беҙҙә генә шулай һуң ул...