Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль , 09:53

ҠАЙТАРЫҒЫҘ АТАМДЫ!..

"...Бибинур атаһын ошо һуғыштан алда ла ете йыл күрмәй үҫте. Атаһын раскулашный итеп ебәргәндәр ун йылға. Әсәһе Өмөкамал дүрт ҡыҙы менән ултырып ҡалған Уны ла ҡыуырҙар ине Черемхауға, аяғы һынып ҡына ҡотолоп ҡалған. Уныһы яңылыш уңалып, аҡһап атлай хәҙер Өмөкамал. Һуғыш сыҡҡас, ун йылдың етәүһен тултырған Фазылйән ҡайтып төштө Илашҡан ҡайҙа, сыр - сыу килгән ҡайҙа....Фазылйән ҡарашы менән Бибинурҙы байҡаны.Ун йәше менән барған кинйәһе апайҙарының артына йәшенгән.- Күреш атай менән, алйот! Нишләп йәшенәһең? Атай ҡайтты бит!Шул саҡ Бибинурҙың хәбәренә шунда иламаған кеше ҡалмағандыр:- Атай кем була ул? Кәлим апа буламы?Ауылдағы диуана Кәлим бөтә ирҙәргә, хатта малай - шалайҙарға ла :-Атай, - тип өндәшә ине.- Эй бала... Атайҙың кем икәнен дә белмәй үҫ сәле... Үәт, замана..."

ТАҢҺЫЛЫУ ҠАРАСУРИНА

ҠАЙТАРЫҒЫҘ АТАМДЫ!..

Эш араһында ғына, йәһәт кенә өйөлөшөп, ноҡот һалыусы Хәсибәне уртаға ала һалдаткалар. Бөтәһенә лә бер генә яуап кәрәк - тереме, хәбәре киләме, ҡайтамы?
Хәсибәнең вищмишугы төбөндә бәләкәй генә моҡсай менән ноҡот таштары һәм дәфтәрҙең ҡуш бите ҙурлыҡ йоҡа ғына таҡта йөрөй.
Хәсибә ултырам, тип урын ҡараштыра башлаһа, бисәләрҙең береһе йәһәт кенә уның аҫтына куфайкаһын түшәй һала. Икенсеһе үҙенекен Хәсибәнең бөгәре аҫтына бөкләп ҡыҫтыра.Хәсибә аяҡтарын һоноп ултыра, күлдәк итәген тартып яба, ҡалын сатраш шәлен дүрткә бөкләп, тубығына һала ла таҡтаһын ҡуя. Теге моҡсайынан бер тигеҙ генә ҙурлыҡтағы таштарын усына ҡағып төшөрә. Был юлы сират кемдә икәнлеген бөтәһе лә белә, шуға этеш - төртөш юҡ. Ҡайһылары Хәсибә тирәләй тубыҡлана, бер - икәүһе ҡулдарын ҡаушырып һөйләшеп торған була. Улары - ҡарауыл. Алыҫтан һыбайлы бригадирмы, парторгмы, тағы береһеме килгәне күренһә, башҡаларҙы иҫкәртергә әҙер торалар:
- Һеү, бисәләр, теривога!
Ә Хәсибә таштарын бүлә.
- -Ҡырҡ төрлө һөйләмә, бер генә һөйләп хаҡ - тоғроһон әйтеп бир: бармы донъяларҙа Хәжирәнең Мөхәмәҙиәһе, хат - хәбәре булырмы, әллә үҙе ҡайтып төшөрмө?
Хәсибәнең йылғыр бармаҡтарынаның таштарҙы бер өйөп, бер таратҡанын күҙ яҙлыҡтырмай ҡарайҙар, һөйләгәнен тын да алмай тыңлайҙар.Таштарын бүлеп бөткәс, Хәсибә ноҡотон уҡый башлай:
- Хәжирә еңгә, ҡайнаға иҫән. Яңғыҙ түгел, күмәк кеше араһында. Мына ошо һары ташты ҡайнаға тип һалғайным. Тик юлы ҡамаулы, юл төшмәй әле тиҙ арала. Ҡулы ла буш, дөкәмиттәре үҙендә түгел микән... Мына, иң аҫҡа өсәрҙән күп таш төштө, шул йөрөгән ерендә байтаҡтан алыптыр. Ай - һай, бер ниндәйҙер кәнителгә юлыҡҡандыр ҡайнаға. Маңлайы уйлы, күңеле бошоҡ, ни уйларға ла белмәй, ниҙер көтә. Мына, еңгә, таш алдаһа, мин дә алдайым.
Хәсибәнең таштарын бер урынға өйөп һалғанын көтөп кенә торған бисәләр, үҙҙәренән өҫтәп һөйләй башлайҙар:
- Һуғышта ни, юлың ҡамаулы инде...
- Әйтмә лә. Үҙ иркең менән йөрөй торған ер түгел бит.
- Күмәк кеше араһында була инде, анда ни сылый ғәскәр...
Күмәкләп төҫтәре үҙгәреп киткән Хәжирәне лә, үҙҙәрен дә йыуаталар.
Икенһенә:
- Һөйөнсө хәбәр ишетәһең, көт, - тиһә, тағы геүләшеп ала һалдаткалар. Хәсибә ҡатындарҙың һөйләгәнен өндәшмәй генә тыңлай. Уға рәхәт, үҙенә үҙе өйөндә генә ноҡот һала ла, үҙ хәлен былар шикелле кеше фаш итмәй. Кейәүе фин һуғышына алынғандан бирле хәбәр алғаны юҡ. Ҡөйнәһе менән икәүләп көн итәләр. Сөнғәте киткәндә ҡорһаҡта ҡалған бәпәйе тыуғас та үлеп ҡуйҙы. Гел ауыр күтәргәнлектән, сабыйҙың кендеге муйынына өс ҡат уралып, быуылып йөрөгән булған. Көнө еткән сабыйының һуңға табан ниңә саҡ - саҡ ҡына тибәләнеүен ҡайҙан белһен йәш ҡатын. Ҡан алытырғас, матурайып, таҙарып киткән Хәсибәгә ҡыуғынсы ирҙәр генә түгел, бисәләр ҙә күҙе ҡыҙып ҡарай. Һуғыштың дүртенсе йылы барғанда, башҡалар йонсоуҙың сигенә сыҡҡанда ла, Хәсибә бирешмәй, төҫ ташламай.
- Һин ни, шалҡан шикелле, бала тимәгәс... Йотҡаның йомороңда. Мына, беҙ ул...
- Бала тиер инем дә мин дә... Ҡалайтайым, ҡайҙан алайым юҡты. Үҙе ҡатындарға үпкәләмәй - һуғыш әйттерер ул.

Бер яҡ ситтә ун - ун ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙар ултыра. Уларҙы әсәләре ноҡотсо эргәһенән ҡыуып ебәрәләр гел. Хәсибәне генә тыңламай шул улар, һөйләмәгән хәбәрҙәре ҡалмай.
- Һии, нуҡыттары үҙҙәренә булһын Үсеккән ҡиәфәт менән ултырған Мәғәмүрә ҡыҙҙарға шыбырланы:
- Кейәүештегә эшкә килгән керәшен ҡыҙҙары килеп тороп кәрткә шәп, тей, ҡыҙҙар. Апайымдар барған. Вис кенә тоғроһон әйтә лә ҡуялар, тей. Ҡыҙҙар, әйҙә, атайҙарға шуларҙан кәрт һалдырайыҡ, әй!
Мәғәмүрәнең шыпырт ҡына өйткән хәберен ете ҡыҙға артын ҡуйып ултырған Сәмәрә лә ишетте. Баянан бирле тәмле еҫтәр таралтып ҡурмас ҡытырлатҡан Сәмәрәнең атаһы ҡыуғынсыларҙың бригадиры. Уға борон биргәндәр, шуға Усманғәле һуғышҡа алынмаған. Борондоң нимә икәнен көнөнә әллә нисә ишетһәләр ҙә, ҡыҙҙар аңлап етмәй. Һәйбәт нәмәлер инде, һуғыштан алып ҡалғас. Әсәһе лә йылыла - барак йыуа.
- Һин бар барагыңа, әсәңә йыуғыс һығып биреп тор, беҙҙә эшең бумаһын. Бибинур Сәмәрәне эткеләп торғоҙоп ебәрҙе.

Бибинур атаһын ошо һуғыштан алда ла ете йыл күрмәй үҫте. Атаһын раскулашный итеп ебәргәндәр ун йылға. Әсәһе Өмөкамал дүрт ҡыҙы менән ултырып ҡалған Уны ла ҡыуырҙар ине Черемхауға, аяғы һынып ҡына ҡотолоп ҡалған. Уныһы яңылыш уңалып, аҡһап атлай хәҙер Өмөкамал. Һуғыш сыҡҡас, ун йылдың етәүһен тултырған Фазылйән ҡайтып төштө Илашҡан ҡайҙа, сыр - сыу килгән ҡайҙа....Фазылйән ҡарашы менән Бибинурҙы байҡаны.Ун йәше менән барған кинйәһе апайҙарының артына йәшенгән.
- Күреш атай менән, алйот! Нишләп йәшенәһең? Атай ҡайтты бит!
Шул саҡ Бибинурҙың хәбәренә шунда иламаған кеше ҡалмағандыр:
- Атай кем була ул? Кәлим апа буламы?
Ауылдағы диуана Кәлим бөтә ирҙәргә, хатта малай - шалайҙарға ла :
-Атай, - тип өндәшә ине.
- Эй бала... Атайҙың кем икәнен дә белмәй үҫ сәле... Үәт, замана...
Мөхәмәҙиәне күмәкләп тыйҙылар:
- Шеш! Ауыҙыңды!...
Фазылйәнде ун көнгә генә ҡайтарғандар булып сыҡты. Уның да яртыһы юлда үткән. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алынған Мөхәмәҙиә, Ҡәҫтәрән, Фәтхулла, Ғимаҙиҙар менән бергә Фазылйән дә хеҙмәт армияһына саҡырылды. Күк кенә күҙле, һап - һары сәсле Бибинурын Бырагиным, тип һөйҙө ниңәлер. Әҙ генә күреп ҡалһа ла, эй һағына ҡыҙыҡай хәҙер атаһын, эй һағына... Керәшен ҡыҙҙарына кәрт һалдыра барырға ул бер һүҙһеҙ риза булды.

- Һеү, бисәләр!
Өрккән турғайҙар шикелле пыр итеп күтәрелә ҡатындар ҙа, ҡыҙҙар ҙа. Пилапраф Ғиниәтте тиҙ генә урап алалар.
- Булдымы?
- Минекенә развод һалдыңмы?
- Беҙҙекен игәнеңме?
Ғиниәт тә баянан бирле ҡатындарҙың хәбәрен аулай. Игәүҙе тигеҙер - тигеҙмәҫ кенә терәп ала бысҡы тешенә. Ныҡ игәһәң, игәү тейгән һайын зың - зың иткән бысҡы тауыш алдырмай.

Кейәүештелә һуғыштан бер нисә йыл алда эш асылды. Шул тирәнең Һаҡмар буйындағы ауылдарынан күптәр күсеп килде бында. Өмә менән буралар бурап, йәһәтләп өй күтәрә һалып, иҙән - түбә түшәп, тыранса ярып, ҡыйыҡ ябып, һарай - ҡура өлгөртөп, ҡышҡы һыуыҡтар башланмаҫ элек күсенеп бөттөлөр. Гел типһә тимер өҙөрлөк егерме биш - утыҙ араһындағы ир - егеттәр, гел эшкә шәп, әрһеҙ, зарлана белмәгән дәртле ҡатындар. Һәр ғаиләлә дүртәр - бишәр бала. Кисәге колхозсылар урмансылар, балта оҫталары, пиларам рабушшыйҙары булып киттеләр. Ҡулдарына колхозда күрмәгән аҡса керә башланы.
Бөрйән яҡтарынан кеше күп килде эшкә. Бынау Ғиниәт тә үгәй атаһына эйәреп, Бөрйәндән килде. Ҡырҙан килгәндәр өсөн оҙон - оҙон барактар һалдылар. Мейессе оҫталар килеп тулды. Йылға ярында кирбесте лә кеше үҙе һуҡты, соҡор - мейестә сей кирбесен үҙе яндырҙы. Хатта ҡайҙандыр дәйәләре менән килгән ҡаҙаҡтар күбәйҙе. Улар приискегә нимә ташығандарҙыр, нисек ташығандарҙыр, Бибинурҙар белмәй - дөйәне егеп була микән әллә? Сапсал ярында йәшәйҙәр, ти ине. Сәрүәрҙең Миңдеғәле ағаһы шуларҙа малайлыҡта йөрөй. Уларҙың аталары - вракнарут. Әллә ҡайҙа алып китеп атҡандар уны. Әсәләре үлде. Сәрүәр өләсәһендә ҡалған. Ул икәү - үкһеҙ етем.

Иң тәүҙә Кейәүештене быуа итеү өсөн эштәр башланды. Киң, бейек плотина ҡоролдо. Уның өҫкө яғы яҫы, тип - тигеҙ күпер булып ҡалҡты. Быны кеше көрәк, лом, этмә арба, балта, арҡыры бысҡы, ат көсө менән төҙөнө, тигәнгә ышанып та булмаҫ ине үҙең шунда ҡуша ҡайнамаһаң. Яҙ ирейәсәк ҡар һыуы ла тулырға тейеш быуаға, Кейәүеште йылғаһының да һыуы йыйылырға тейеш ине. Плотинаның ҡапҡаһын асып, һыуын ағыҙғанда ҡыш буйы әҙерләгән ағасты йөҙҙөрөп алып китергә тейеш булған.
Яҙ етеп, ҡарҙар, боҙҙар иреп бөткәс, бөгөн тәүгә быуаны асалар, тигән хәбәр таралды. Бөтә ауыл, имгәкләп шыуғанынан алып быуаның арғы ярындағы Әүлиә тауының башына теҙеләде. Һыйырҙарҙы урманға ҡыуҙылар, ваҡ малды ҡураларҙан сығармай торорға кәңәш ителде.
Бер тирәгә өйкөлөшкән Мәғәмүрә, Сәрүәр, Зәйтүнә, Бибинурҙар ҡурҡып, шикләнеп, быуаның аҫ яғында ҡымйышҡан ҡыуғынсыларҙан, һалсыларҙан күҙҙәрен алмай.
Бына китте һыу ажғырып, күпереп - күбекләнеп! Бына аҡты бүрәнәләр түшәлеп, тигеҙләнеп. Әүлиәләге кешеләр кәпәс сөйәләр
- Ур —ра! Урра! Йәшәһен Савит власы! Йәшәһен партия! Урра! Да здраствуйыт Ленин! Урра!
Мәғәмүрә аптырай: Кейәүеште быуаһы ағыҙған ер йөҙөн ябырлыҡ ағас ҡайҙа китеп торҙо икән нисәмә яҙ буйы? Әсәйҙәре Зыян - завут убып тора ағасты, ти ҙә һөйләйҙәр, уныһы ниндәй завуттыр, ҡыҙҙар ҡайҙан ғына белһен?...

Атаһы һуғышҡа киткәнде яҡшы хәтерләй зиһенле Мәғәмүрә. Дүрт ҡыҙҙан һуң бер улы тыуып үлгәс, тағы ла улым булһа, тәкә һуйып, (нәҙер ҡорбаны салып, Алла бойорһа,тип өҫтәп ҡуя Хәжирә шыбырҙап ҡына) Кейәүеште халҡын Әүлиә тауы итәгенә саҡрып, улымды туйлармын, тип йөрөгән. Ғинуарҙа тыуҙы улы.
- Ҡасан туйлайһың малайыңды? - тип ашыҡтырыусыларға:
- Яҙҙың йәмде көнөндә Әүлиәгә апсығам бөтә ауылды! - тине атаһы. - Мына ысплав эшен үткәреп ебәрербеҙ ҙә!.
Эш менән май үтте, июнь бөтөүгә лә күп ҡалманы. Бер ялға тәғәйенләнеләр ҡорбан ашатыуҙы. Ҡорбан, тиеү ҡайҙа - ул туйҙайым, - тине Мөхәмәҙиә. Партийный кеше, Алла бирһә, тимәне бер ҡасанда. Әсәһе йома көнө үткәрәйек, тиһә лә, ялға ҡалдырҙы.
Ял көнө төшкө сәғәт дүрткә кеше йыйылды шулай ҙа Әүлиә тауына. Тәүге наборға эләккән кешеләр менән хушлашыу табыны булды был табын.
- Ғәбдин ҡыуанып, малай туйҙай, тимәгеҙ, туғандар! Бер ниәт иткәс, йыйып алдым. Мин мына улым Әхмәзиә менән алдығыҙҙа ант бирәм - Гитлерҙың башын өҙәсәкбеҙ! Бирешмәйек, туғандар! Һеҙ - бында, беҙ - тегендә ныҡ булайыҡ!
Атаһын Ғәбдин, ти торғайны кешеләр, Зәйнәғәбдинов булғанғалыр.
Шул саҡтағы бер уйына Мәғәмүрә эстән генә оялып йөрөй һаман."Атайым нигә Кетмеребеҙҙең башын өҙәсәкбеҙ," - ти икән тип аптырағанына. Һуғыш асҡан яуыздың фамилияһы Гитлер булған икән, ҡороғор.
Атаһынан бер - ике генә ҡыҫҡа - ҡыҫҡа ғына хат килде. Химит ҡәләм һыу тейеп буялған микән, ҡайһы бер ерҙәрен шыпа уҡый ҙа алманылар. Керәшен ҡыҙҙарына барасаҡ Мәғәмүрә, кәрт һалдырасаҡ.
- Нуҡыт менән генә булмай был...

Өсөнсө - дүртенсе класта уҡыған балаларҙы көндөҙ ауылдан бик үк алыҫ булмаған диләңкегә ботаҡ өйөргә алып йөрөйҙәр. Рабушшыйҙар етешмәй, ти. Шуныһы һәйбәт - нисә өйөм өйәһең, шуға ҡарап икмәк бирәләр. Бер өйөмгә - ике йөҙ грамм. Анһат ҡына биреп ҡуймайҙар шул һиңә икмәкте, өйөмдөң тығыҙлығына, бейеклегенә ҡарайҙар. Ғиниәт гел
Мәғәмүрә, Сәрүәр, Бибинур менән бергә йөрөргә тырыша. Бибинур өсөн. Бибинур эргәһендә йәш ҡор әтәсе шикелле өйөрөлә үҫмер. Малай быларҙы ҡайын ите менән һыйлай. Яҙғыһын, ҡайынға һут йүгергән саҡта, йәш ҡайындың туҙы ҡубып ҡына тора, сөнки ҡайындың ите тиртә. Ғиниәт, Бөрйән малайы, шуны белә. Балта төйҙәһе менән һуҡҡылап, туҙҙы ҡуптыра ла, үткер генә бәкеһе менән ҡупҡан ерҙе өйөрөлтөп ҡырҡып сығара. Шунан ҡайындың һап - һары итен ҡырып - ҡырып, ҡыҙҙарҙың устарына һала. шул тәғәмдең тәмлелеге...
Ғиниәт туҙҙы кире урынына кейҙерә лә һылап - һыйпап ҡуя. Ҡасан күрә әле был ҡайынды әбйәщщик. Күрһә лә ҡайҙан белһен кем был ҡайынды һуйып, итен ашағанды? Тамаҡ тамуҡҡа кертә.
Мәрфуға урманға гел салыр алып йөрөй. Ос яғы киңерәк булған яҫы бысағын йорон менән урап, итек ҡуңысында алып йөрөй. Сепрәк ураһаң, ҡурҡыныс, ә тирене бысаҡ тишеп сығалмай. Йә өттек, йә һарына ҡаҙып алып ҡайта. Ә бөгөн Мәғәмүрә менән Бибинур Мәрфуға өсөн ботаҡ өйә, Мәрфуға уларға һарына ҡаҙып бирә. Керәшен ҡыҙҙарына һарына алып бармаһалар... Улар май һорайҙар ти ҙә ул, майҙы ҡайҙан алаһың? Үҙҙәренә юҡ.

- Ботаҡ үртәргә барабыҙ, тинеләр ҙә әсәйҙәренә китте кискеһен ике бәләкәй ҡыҙ бала керәшендәр барагына.
- Бибинур, мин бая таҡмаҡ сығарҙым атайыма, тыңдап ҡарале.
- Йә.
- Самауыр йыштым ағартып,
Ҡыбалаға ҡаратып.
Атайымдан хаттар килһә
Уҡыр инек яратып.
- Эй, ҡалай килештереп тороп әйткәнһең. Миңә лә сығарып бирерһең әле.
- Ярай. Бөтмәне әле таҡмағым.
- Йә.
- Атаҡайымдың күлдәге
Сөйҙән сөйгә эленә.
Атаҡайымдың юҡтығы
Көн башталһа, беленә.
Таҡмаҡты ҡабатлап әйтеп, икәүләп бейеп алған булдылар.
- Әйҙә, Бибинур икәүҙәп сығарайыҡ атайҙарға таҡмаҡты. Һин әйт тәүҙә.
- Кейәүештенең һыуына
Ағыҙҙым сабатамды.
- Һарыларға һабыштым бит,
Ҡайтарығыҙ атамды!
Баянан бирле ҡыҙарҙың артынан эйәреп килгән Ғиниәт һүҙ ҡушты:
- Ҡыҙҙар, әйҙә йыр итеп йырҙайыҡ, матур бит.
Киске тын һауала өс атайһыҙ етемдең тауышы яңғыраны:
- Һарыларға һабыштым бит,
Ҡайтарығыҙ атамды-ы!

Фото интернеттан.

ҠАЙТАРЫҒЫҘ АТАМДЫ!..