Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь , 13:59

Быйылғы йәй

Быйылғы йәй хәс тә көҙгә тартым,Шәрәләнгән ап-аҡ ҡайындар.Юғалтҡанға йәшел күркәмлегенБойоҡ улар, бик тә ҡыйындыр...

Быйылғы йәй хәс тә көҙгә тартым,
Шәрәләнгән ап-аҡ ҡайындар.
Юғалтҡанға йәшел күркәмлеген
Бойоҡ улар, бик тә ҡыйындыр.
Ярғыланған ерем ҡоролоҡтан,
Сарсаған ул тамсы-ямғырға.
Ел-дауылдар ҡубып, болот ҡыуа
Ирек бирмәй сафлап яуырға.
Зәңгәр күктән эҫе ҡояш ҡура,
Ҡорой шишмә, йылға, күлдәре.
Еребеҙгә килгән был әфәткә
Ғәйепле икән тағы кемдәре!?
Ҡайҙа баҡма бөжәк, имәнес ҡорт
Кимергәндәй ерҙең йөрәген.
Эй Хоҙайым, тартып ала күрмә
Донья йәмен, барлыҡ теләгем!?

(автор Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова)

Быйылғы йәй