Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь , 09:49

Еләктән бәлеш

Әле еләктәрҙең өлгөргән мәле. Уларҙан тәмле генә бәлеш бешереп, яҡындарығыҙҙы һөйөндөргөгөҙ киләме? Улайһа, тиҙерәк беҙҙең сайтҡа инегеҙ.

Уның өсөн кәрәк була: бер стакан һөт, 2 стакан һыу, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 200 грамм аҡ май, самалап он, тоҙ алына.
Эслек өсөн 2-3 стакан туңдырылған еләк йәки сейә ҡулла­ныла.

 

Бер стакан һөт, 2 стакан һыу, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә – ошоларҙы бергә ҡушып болғатырға ла ҡабартырға ҡуйырға. Һуңынан аҡ май, он, тоҙ ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Сәғәт ярымға йылы урынға ҡуйып торорға. Ул арала иретелгән сейәгә ярты йәки бер стакан шәкәр ҡомо һалып бутарға. Ә еләккә ярты стакан шәкәр ҡомо менән бергә 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ та ҡушырға.
Ҡамыр ҡабарғас, ике йәймә әҙер­ләп, береһен табаға йәйеп һалырға.
Еләк йәки сейә эслеген тигеҙләп яғырға ла, икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен тоташтырырға. Бәлеште 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә урынлаштырырға. Ярты сәғәттән бәлеш бешеп сыға.

Фото интернеттан.

Еләктән бәлеш