Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь , 23:19

Ҡайтыу

"... Кәримә ҡаршылыҡ күрһәтергә теләһә лә, хәле етмәне, әллә арығанлыҡтан, тағы йоҡлап китте… Ҡабат уянғанда бейек машинала елдерәләр ине. Урамда ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡаланың киң урамдарынан барған машина уңға боролдо ла, тар ғына юлдан саҡрымдар үтте. Бындай матурлыҡты Кәримәнең зәңгәр экрандар аша күргәне бар. Әйтерһең, ул төш күреп килә. Ят ерҙән барыуҙарын аңлағас, бар көсөн йыйып асыуын белдерҙе: - Һеҙ мине ҡайҙа алып бараһығыҙ? Ҡайтарығыҙ өйөмә! Минең өйгә ҡайтҡым килә! - Успокой ее, “Борода”! – ҡара күҙлекле машина йөрөтөүсе асыулы ине. - Так точно! – тине “Һаҡал” һәм киң ҡоласы Кәримәнең йәтеш кәүҙәһен ҡосоп үҙенә тартты…"

ҠАЙТЫУ

Хикәйә

Кәримә тауышҡа уянып китте:

- Тор, ҡайтып еттең!..

Тәненә ҡаты ҡул тейеүҙән һиҫкәнеп ҡуйҙы. Машинаның артҡы ултырғысына ятып килгән, күҙҙәре бәйле ҡатын яй ғына кәүҙәһен күтәрҙе. Ҡулдары бығаулы. Көндө төнгә ялғаған оҙон юл арытҡан, әлһерәткән. Ышанманы был хәлгә. Берәй ергә алып барып ҡалдырыр, тип уйлағайны. Уға барыбер ине инде.

Машина шып туҡтаны.

- Егерме йыл элек ошо юлдан машинама ултыртып алып киттем. Сәскә кеүек ҡыҙ инең… - “ Һаҡал” тәмәке тоҡандырҙы. Салонға һаҫыҡ төтөн еҫе таралды. Кәримә өндәшмәне. – Юҡ итмәнем үҙеңде. – Ир тәрән итеп һулыш алды. Тынып торҙо. – Ҡыҙғандым. Минән иҫән ҡотолған беренсе кеше – һин. – Салондан сығып Кәримә ултырған яҡтың ишеген асты.

- Һуҙ ҡулдарыңды! – Кәримә ҡулдарын алға һуҙҙы. “Һаҡал” ҡатындың ҡулдарын азат итте. – Күҙҙәреңде үҙең асырһың. Бар, атла. Ә, туҡта, бына бында аҡса. Үҙең ҡарарһың, бер аҙ йән аҫрарға етә. Миңә эшләгән яҡшылыҡтарың өсөн. Яратып та өлгөргәйнем үҙеңде… - Кәримәнең иңбашына ҡатын-ҡыҙ сумкаһы элде, ҡайнар ирендәрен ҡатындың муйынына тейҙерҙе. Ҡатын, кәүҙәһен ситкә алып, “Һаҡал”дың йөҙөнә төкөрҙө. – Ах һин!.. – ҡатынды һуғып ебәрҙе. Бахыр Кәримәнең хәлһеҙ кәүҙәһе юл ситендәге үләнгә ауҙы. Ир ҡуҙғалып китте.

Оҙаҡ ятты ҡатын ерҙә. Хәлһеҙ ҡулдары менән күҙҙәрен бәйләгән сепрәкте ауырлыҡ менән сисеп ырғытты. Әле яҡтыра башламаған. Күтәрелеп ҡарағайны, башы әйләнеп кире ауҙы. Ойоған устарын яҙып үлән алып йомарланы. Күңеле тулды, соборлап йәштәре тамды…

***

Юл сатында ҡыҙҙарға оҙаҡ көтөргә тура килде. Улар килеп еткәндә туҡталышта ике кеше бар ине, береһе күп тә тормай ултырып китте. Икенсеһе, көтөп арығас, ахырыһы атларға булды.

Көткән саҡта ваҡыт оҙаҡ үтә. Кәримә менән Зәнфирә лә көндөҙ булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе хәтерләп көлөшөп алдылар. Юл сатында икеһе генә ҡалғас, моңһоу булып китте. Рус поэзияһы антологияһынан Сергей Есениндың “Шаганэ ты моя, Шаганэ…”һын ҡабатлай-ҡабатлай үткенсе машиналарҙың берәйһе туҡтауын көттөләр.

Кәримә башланы:

Шаганэ ты моя, Шаганэ!

Потому, что я с севера, что ли,

Я готов рассказать тебе поле,

Про волнистую рожь при луне.

Шаганэ ты моя, Шаганэ.

Потому, что я с севера, что ли,

Что луна там огромней в сто раз,

Как бы ни был красив Шираз,

Он не лучше рязанских раздолий.

Потому, что я с севера, что ли.

Я готов рассказать тебе поле,

Эти волосы взял я у ржи,

Если хочешь, на палец вяжи —

Я нисколько не чувствую боли.

Я готов рассказать тебе поле.

Про волнистую рожь при луне

По кудрям ты моим догадайся.

Дорогая, шути, улыбайся,

Не буди только память во мне

Про волнистую рожь при луне.

Һуңғы юлдарын бергә ҡабатланылар:

Шаганэ ты моя, Шаганэ!

Там, на севере, девушка тоже,

На тебя она страшно похожа,

Может, думает обо мне…

Шаганэ ты моя, Шаганэ…

Ауыл менән ҡала араһындағы ун саҡрым араны беренсе-икенсе курстарҙа уҡығанда яҙлы-көҙлө йәйәүләп тә уҙған ҡыҙҙар, ҡышҡы кистә машина көтөргә уйланылар. Һуңғы парҙары булмағас, иртәрәк тә ҡайтырға өмөтләнгәйнеләр. Ниңәлер юлдары уңмай. Үткән машиналарҙың бөтәһендә лә берәр генә буш урын. Көн кискә ауышҡас, ел дә йүнәлешен үҙгәртеп, төньяҡтан иҫә башланы, һалҡын ҡыҙҙарҙың эйәктәрен семетеп-семетеп алды. Йәш саҡ бит. Матур йөрөгө килә. Аяҡтарында күн итек, өҫтәрендә синтепон куртка, баштарында – бәйләм башлыҡ.

- Ярай, сираттағы машинаға һин ултырырһың, унан һуңғыһы минеке булыр. Өшөтә лә башланы, - тип, баҫҡан урынында һикергеләп алды Зәнфирә. Бына елдәй етеҙ елеп зәңгәр төҫтәге машина килеп туҡтаны. Салоны тулы әйбер.

- Ҡыҙҙар-һылыуҙар, бик теләһәм дә берегеҙҙе генә ала алам, рәхим итегеҙ, - тине йәш ир ҡоңғорт күҙҙәрен Кәримәгә төбәп. Водитель эргәһендәге урынға Кәримә ултырҙы. Зәнфирә тороп ҡалды.

Күп тә үтмәне, Зәнфирәгә лә машина тура килде, ауылына ҡайтып етте.

Ҡараңғы төшкәс, Зәнфирәләрҙең ишеген ҡаҡтылар. Кәримәнең әсәһе Ғәҙилә ине.

- Ҡыҙҙарҙың һеҙгә лә хәбәре юҡмы, Нәжиә? Бер ҙә улай һуңламай торғайнылар, нимә булды икән?

Өйгә үтеп газ плитаһы ҡаршыһында табикмәк бешереп йөрөгән ҡыҙҙы күргән Ғәҙилә, бер – Нәжиәгә, бер Зәнфирәгә ҡарап, һүҙһеҙ ҡалды.

- Бәй, Ғәҙилә, ҡыҙың ҡайтманымы ни?

- Ғәҙилә апай, беҙ бит бөгөн иртәрәк сыҡтыҡ ҡайтырға, һуңғы дәрестәр булманы. – Ҡыҙ ҡасан, нисек ултырып китеүҙәре тураһында һөйләне.

Кәримә, күңелдәргә шом һалып, һыуға төшкән кеүек юҡ булды.

Эске эштәр бүлегенә хәбәр иттеләр. Өс көндән һуң ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелде. Кемдән генә һорашһалар ҙа,

ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә, фәтүә булманы. Ғәҙилә күрәҙәселәргә лә барып ҡараны. Барыһы ла бер үк һүҙҙе һөйләне: “Оҙон юл менән киткән. Ҡара килешле кеше менән ҙур ҡалала. Иҫәнлеккә иҫән. Һуңлаған юлы күренә…”

***

Кәримә ауырлыҡ менән тороп ултырҙы. Егерме йәшендә Яңы йыл алдынан һуңғы тапҡыр ауылынан сығып киткән ҡыҙҙың егерме йыл ғүмере ситтә үтте. Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ерҙәрҙә.

Күк йөҙө һыпырып алған кеүек таҙа. Йондоҙҙар ап-асыҡ күренә. Көньяҡтан талғын ғына ел иҫеп ала. Көндөҙ ҡыҙҙырыр инде. Кәримә бала саҡта шулай була торғайны. Ул ваҡытта бөгөнгөсә ҡояш ҡалҡа ине. Бына беренсе әтәс ҡысҡырҙы, уға ҡушылып йорттарҙағы бүтән әтәстәр уҙышып һөрәнләне, өй ҡыйыҡтарында күгәрсендәр гөрләште. Таң атып, ҡараңғы таралды, ауыл ситендәге әрәмәлек, уға төшкән ҡалҡыулыҡ, урман асыҡ булып күренә башланы. Ауылда яңы көн тыуҙы. Ҡаршыһында – уның ауылы! Алдашмаған “Һаҡал”! Үҙ еренә ҡайтарған! Кәримәнең башы әйләнеп китте. Ауыл кешеләре йоҡоларынан уянып аяҡҡа баҫты, мал-тыуарын сығарып көтөүгә ҡушты. Элекке кеүек бөгөн дә ҡояштың юғарыға күтәрелеүенә һоҡланып ҡараманы. Ҡарашы тирә-яҡҡа, ауылға йүнәлде. Ҡалай ҡыйыҡтар, ҡоймалар, бейек таш йорттар, ағастар, бер-береһе менән киҫешкән урамдар, һуҡмаҡтар – һәммәһе уға таныш һәм аяныс, шул уҡ ваҡытта ят та. Бала саҡ йылдары ошо урамдарҙа, һуҡмаҡтарҙа үтһә лә, бер ят тойғо йөрәген ҡыҫты. Донъя һаман шул уҡ, йылдар үтмәгән, ваҡыт туҡталып ҡалған булһа?! Улай түгел шул. Ҡояш ҡалҡыуы, иртәнге тынлыҡ, һуҡмаҡтар – барыһы ла элеккесә. Кәримәнең генә хис-тойғолары элеккесә түгел. Күпме ғүмере заяға үтте?! Сәскәләй йәшлеген урланы, яҙмышын селпәрәмә килтерҙе бер ҡәбәхәт йән!

“Атайымдар күптән мине көтәләрҙер…” Аҡрын ғына ауыл буйлап атланы. Яңы асфальт юл һалынған. Яңы өйҙәр артҡан. Күптәрҙең кәртә-ҡураһы яңыртылған. Кемдеке – кирбестән, кемдеке

ҡалайҙан ҡойолған. Яҡында ғына музыка тауышы, ҡыҙ балаларҙың көлөшкәне ишетелде. Инде Кәримәнең балалары ла буй еткергәндер. Ҡайҙарҙа икән уның сабыйҙары хәҙер? Кемдәргә атай-әсәй тип өндәшәләр икән? Дүрт бала тапты Кәримә. Икеһенә ай тулғансы күкрәк һөтөн имеҙҙе. “Һаҡал” дүртеһен дә тартып алды… “Һинең өсөн үлде ул бала!” – тигән һүҙҙәре йөрәгенә ҡан булып ойошто.

Дүрт улы инде ҙур үҫкәндер… Был хаҡта уйлаһа, Кәримәнең үҙәген өҙөп тулғағы башланғандай була. Бына әле лә, биленең аҫҡы өлөшөнән ҡыҫып алды ла, тын алырға ла ирек бирмәй, үткер бысаҡ менән ҡырҡҡандай киҫкен ауыртыу тойҙо, аңын юғалтып урам ситенә ауҙы. Юлдан килгән еңел машина тауышы ишетелде. Кеше ятыуын шәйләгән ике йәш ир машинанан сығып ҡатындың пульсын тикшерҙе.

- Кем икән был? – тине береһе. Икенсеһенең иҫе лә китмәне:

- Белеп бөтөрһөң хәҙерге асҡаҡтарҙы.

- Ашығыс ярҙам саҡыртайыҡмы әллә?

- Кәрәк ине! Әллә иҫерек, әллә айныҡ?! Киттек әйҙә! Бөтмәҫ юл, урам буйында аунаусылар. Ятыр, ятыр ҙа тороп китер әле…

Машина ҡуҙғалып китте. Ҡатын юлсыларҙың тауышын ишетте лә, ишетмәне лә кеүек. Тороп баҫып, өҫ кейемендәге үлән сүптәрен ҡаҡты ла, атлауын дауам итте. Өҫтөндә таушалған спорт костюмы, аяғында кроссовкалар. Күҙен бәйләгән яулығы муйынына һалынған. Туған нигеҙенә ҡайтып етеп, әсәһенең ҡайнар сәйен эсеп йылынғыһы, онотолғоһо килде. Бына бында, яҡында ғына уның ҡанат нығытҡан нигеҙе. Хәҙер, хәҙер килеп етә… Ауылды икегә бүлеп аҡҡан инеш күперен сығып һулға боролоуға уларҙың өйө булыр. Яҡынайған һайын ауырыраҡ Кәримәгә. Һулышы йышайҙы, тулҡынланыуы артты, йөрәге дөп-дөп типте. Кәримәләр өйө тапҡырында ике ҡатлы ҙур кирбес йорт ултыра! Юл буйындағы кемпингтарға оҡшатып төҙөлгән был йортто, ҡаршылағы тирәк ағасы булмаһа, Кәримә уҙып та китер ине. Ул белгән мөһабәт тирәктең ярты өлөшө генә ҡалған. Йөҙйәшәр тирәк тә заман елдәренә бирешкән. Әйләнә-тирәгә күләгә биреп ултырған ағас уртанан икегә айырылған…

Йортҡа ҡарап уйға батты. Кем төҙөнө икән? Атаһы нигеҙ яңыртырлыҡ түгел ине. Кәримәнең яҡындары менән бәйләнеше өҙөлгәндә 58 йәштә ине. Моғайын, ағаһы ҡайтҡандыр?! Ҡатын, ҡапҡаны ауырлыҡ менән асып, урам эсенә үтте. Ихата уртаһында ике ҙур машина тора. Ҡап-ҡара төҫтәге бейек машинаны күргәс, күңеле болғанып ҡуйҙы. “Һаҡал”ды иҫкә төшөрҙө. Хас та уның тимер аты килеп ултырған!

Ҡатын, саҡ ҡына килеп тимер ишектәге ҡыңғырауға баҫты. Өндәшеүсе булманы. Йәнә баҫты.

- Кто? – тине уҫал тауышлы үҫмер ҡыҙ.

- Әсәй, әсәкәйем. Был мин – Кәримә!

- Кого вам надо? Откуда вы взялись? – тип ҡысҡырҙы ҡыҙ бала. – Кәримә, көтөлмәгән ят тауыштан, ҡырыҫ һорауҙарҙан ишек алдына һалынып төштө. Эстә урта йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙ сығып ҡыҙ менән һөйләшә башланы.

- Не знаю кто она. Дура какая-то!

Ҡатын Кәримәгә өндәште:

- Кем бар унда? – Кәримә, көскә кәүҙәһен күтәреп, ишеккә ҡапланды:

- Мин был, мин – Кәримә. Ас, ас, туғаным?!

- Кәримә?

- Мин, мин!

- Белмәйем бит әле Кәримә тигән кешене.

- Ошо урындағы йортта тыуып-үҫтем мин. Бөгөн генә ҡайтып төштөм. Йә, асығыҙ инде. Әсәйҙәр күпме көткәндер!? Асығыҙ, әсәй өйҙәлер бит…

- Ә-ә-ә, һеҙ Ғәҙилә апайҙы әйтәһегеҙҙер. Уларҙың береһе лә юҡ инде. Китегеҙ!.. – Ҡатын ишекте асманы. Өйгә инеп китте.

“Бер кемем дә юҡ! Әсәйҙәр вафат булдылармы икән ни?.. Мине көтөүсе юҡ, тимәк…” Нишләп был хаҡта уйламаған ул? Ни эшләп Зәнфирә берәүгә лә хәбәр итмәгән? Ниңә уны иртәрәк эҙләп тапманылар, тотҡондан ҡотҡарманылар? Инде нишләргә? Кемгә

барырға? Ауылдың икенсе осондағы, нигеҙе ергә һеңгән ағас йортҡа туҡталды. Элек был өйҙә атаһы яғынан туған инәләре йәшәй ине. Кәримәне, иҫән булһа, ул таныр…

***

Төшөндә йәш сағында ҡыҙҙар менән кис ултырып иләгән йөндәрен йомғаҡтарға урағанын күреп уянған ҡарсыҡ күргәндәрен хәйерлегә юрап, иртәнге намаҙын тамамлағас ятып серем итеп алды, төшөн уйланы. Һынаған инде Сания, йомғаҡ күрһә, юл төшө була. Кем килер икән? Эй, кем булһа ла, йүнле кеше килһен. Урынында күпме әйләнһә лә, инде йоҡлай алмаясағын белә. Тороп ҡоймаҡ ҡойҙо, гөлдәренә һыу һипте. Ҡояш күтәрелеп кенә килә ине, берәү ишек ҡаҡты.

- … Үҙ ҡулдарым менән кәфенләнем әсәңде. Атаң баҡсала ятып үлде. Йөрәк инде, йөрәк алып китте. Ағайың да оҙаҡ торманы. Бер үҙең ҡалдың, балам. Эй, көттөләр үҙеңде… Әсәң күҙҙәре йомолғансы көттө. – Сания йәштәрен һөртә-һөртә һөйләне Кәримәгә. – Үҙең һуң, үҙең, балам, ҡайҙарҙа үтте шул тиклем ғүмерҙәрең? Ниҙәр кисерҙе баштарың? Ниңә бер хәбәр ҙә ебәрмәнең?

- Сания инәй, миңә бер йотом һыу, иҙәнеңдән булһа ла урын бир… арыныммм… һуңынан… һуңынан һөйләрмен… - тине ҡунағы.

- Эй, ҡыҙым, шулай булмай, хәҙер, хәҙер, сәйем ҡайнаған. Тәмле итеп сәй яһап бирәйем. Ял ит, балам. Һиңә ял кәрәк. Һөйләшербеҙ, Аллаһы бойорһа. Һөйләшербеҙ, көн беҙҙеке, төн беҙҙеке. Тороуыңа мунса яғып ҡуйырмын… - Ҡарсыҡ йүгереп йөрөп өҫтәленә һыйҙарын теҙҙе. Кәримә йоҡа таҡта менән бүленгән мөйөштәге йыуынғыста йыуынып алғас, әбей яһап биргән сәйен эсте лә, йоҡоға талды. Тәүлеккә яҡын бер нәмә белмәй йоҡланы, һаташып ҡысҡырып та ебәргеләне, ауыр итеп ыңғырашып та алды.

Өлгөрткән мунса ла һыуынды, ҡарсыҡ ҡатынды уятырға ҡурҡты, ял итһен, йонсоған, тип өҫтөнә йоҡа юрған ҡапланы, үҙе лә өйҙөң алғы яғындағы карауатҡа сығып ятты.

Төнгө дүртенселә уянды Кәримә. Тынысланған кеүек ине. Сығып инделәр. Сәй эстеләр.

- Беҙҙең өй урынында хәҙер кемдәр йәшәй, Сания инәй?

- Эй, балам, ауылдың яртыһы ситтәр менән тулы. Хәлле кешеләр инде, хәлле…

Кәримә иҫен юғалтып ауҙы. Ҡарсыҡтың ҡото осто. Тиҙ арала таҫтамал еүешләп, Бисмиллаһын әйтеп сикәләренә ҡуйҙы. Бер нисә минуттан Кәримә иҫенә килде.

- Ауырыйһыңмы әллә, ҡыҙым?

- Ауырыйым, Сания инәй…

***

…Машинаға инеп ултырғас, руль артындағы егет Кәримәнең ҡайҙа ҡайтыуын һораны, өшөүен күреп термостан эҫе сәй тәҡдим итте. Уны-быны уйламаны ҡыҙ. Төҫкә-башҡа әртистәрҙән кәм булмаған егеткә ҡарата башында бер шик тә тыуманы.

Кәримә бер ҡасан да егеттәр күҙенә салынырға тырышманы. Дуҫтары араһынан күңеленә яҡын иткән кешеһе булманы. Ҡара сәсле, ҡара ҡашлы юлдаш егет тыйнаҡ, аҡыллы кеше кеүек күренде. Ҡыҙ ҡауырһын стаканға ҡойолған татлы сәйҙе өрә-өрә эсте, йылынып йоҡлап киткәнен дә һиҙмәне. Уянғанда бүтән машинала ине. Уяныу менән уҡшый башлаған ҡыҙҙы эргәһендә ултырған, машинаһына ултыртып алып киткән йәш ир ҡосағына алып тынысландырҙы:

- Үҙем барыһын да аңлатырмын, аҡыллым, хәҙер ҡайтып етәбеҙ…

Кәримә ҡаршылыҡ күрһәтергә теләһә лә, хәле етмәне, әллә арығанлыҡтан, тағы йоҡлап китте…

Ҡабат уянғанда бейек машинала елдерәләр ине. Урамда ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡаланың киң урамдарынан барған машина уңға боролдо ла, тар ғына юлдан саҡрымдар үтте. Бындай матурлыҡты Кәримәнең зәңгәр экрандар аша күргәне бар. Әйтерһең, ул төш күреп килә. Ят ерҙән барыуҙарын аңлағас, бар көсөн йыйып асыуын белдерҙе:

- Һеҙ мине ҡайҙа алып бараһығыҙ? Ҡайтарығыҙ өйөмә! Минең өйгә ҡайтҡым килә!

- Успокой ее, “Борода”! – ҡара күҙлекле машина йөрөтөүсе асыулы ине.

- Так точно! – тине “Һаҡал” һәм киң ҡоласы Кәримәнең йәтеш кәүҙәһен ҡосоп үҙенә тартты…

Күпме юл үткәндәрҙер, Кәримә инде еңел кейемдә ине. Аҡ һарайға еткәс, машина туҡтаны. Матур итеп биҙәлгән, ян-яғына күркәм таштар теҙелгән, бейек баҫҡыслы һарайға атланылар. Унда оҙон гөлдәр теҙелеп киткән, һыу үҫемлектәре, алтын балыҡтар йөҙөп йөрөгән ҙур аквариум ултыра, иҙәнгә затлы балаҫ йәйелгән. Ҡара күҙлекле ир һул яҡҡа боролоп, асыҡ ишек аша кемгәлер баш ҡаҡты. Ул яҡтан сандыр кәүҙәле бер ир сыҡты. Өҫтөнә ап-аҡ күлдәк кейгән, ҡулына йыуан таяҡ тотҡан, башы тап-таҡыр, аяғында резина сабата.

Кәримәне айырым бүлмәгә индерҙеләр, аҡ халатлы бер ир инеп укол яһаны. Уның ашағыһы ла килмәне, ҡарышырға, ҡысҡырырға хәле лә етмәне.

Ул бөтөнләй икенсе бүлмәлә уянып китте. Тимер тәҙрәгә күҙ нурын алырлыҡ селтәрҙәр эленгән, бөхтә итеп йыйыштырылған бүлмә эсендә йомшаҡ карауат, бер ултырғыс, өҫтәл, тумбочка, телевизор һәм ишек алдында кейем шкафынан башҡа әйбер юҡ. Бәҙрәф, ванна бүлмәһе лә шунда уҡ. Иҙәнгә йомшаҡ балаҫ түшәлгән. Тумбочка өҫтөнә әҙерләп ҡуйылған йомшаҡ халатты ҡулына алып, ваннаға инеп йыуынды, өҫтөн алыштырҙы. Бүлмәһенә сығып карауатына ултырғас, күңеле тулып, үкһеп иларға тотондо. Үкһей торғас, уҡшый башланы, йыуыныу бүлмәһенә саҡ барып өлгөрҙө. Йыуынғас, еңеләйер кеүек тойолғайны, еңеләймәне. Сатнап башы ауыртыуға түҙә алмай, урынына ауҙы. Унан тороп баҫып башын таш стенаға бәрә башланы. “Тотҡонда йәшәгәнсе, үлгәнең мең артыҡ!” Ҡашы өҫтөнән ҡан бәреп сыҡҡас, урынына ҡоланы. Күп тә үтмәне, ике ҡат ишекте асҡыс менән асып, бүлмәгә “Һаҡал” инде.

- Хәлең нисек, Йондоҙом? – хәлде күреп, таҫтамал алып еүешләне һәм ҡыҙға беренсе ярҙам күрһәтте.

Кәримә яуап бирмәне. “Һаҡал” яуап көтмәне лә. Үҙе һөйләне:

- Былай ҡыланырға ярамай, яңы тормошҡа өйрәнә башларға ваҡыт, матурым.

Машинаһына үҙе ултырып киткән ҡыҙ өсөн “Һаҡал” яҡын да, шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә. Үҙ телендә һөйләшеүе үҙенә яҡын итһә, юлда урлап алып китеүе өсөн нәфрәте артты. Шулай ҙа иҫән ҡотолоу өсөн уға буйһоноуҙан бүтән сара юҡ ине.

- Кем һин? Ниңә мине урлап алып киттең? Ниндәй зыяным тейҙе һиңә?

- Ах, ах, берәү уҫаллаша башлағанмы? Урлап алып киткәнмен?! Мин һине көсләп машинама ултырттыммы? Әллә үҙең инеп ултырҙыңмы? Ултырыу менән йоҡлап киттең, понимаешь… Ҡайҙа төшөрөргә лә әйтмәнең үҙеңде!?.

Кәримә өндәшмәне. “Һаҡал” ишекле-түрле йөрөнө. Үҙе һөйләнде:

- Мин – “Һаҡал”, ә һин Йондоҙ булырһың. Оҙаҡ эҙләнем мин Йондоҙомдо. Бына – таптым!. Проблемаларың булмаһын тиһәң, мин әйткәндәрҙе тыңларға, бындағы тәртипкә буйһонорға тура килер, Йондоҙом. Аңланыңмы? – “Һаҡал” Кәримәнең хәлһеҙ кәүҙәһен ауыр кәүҙәһе менән ҡапланы…

Ун йыл буйы “Һаҡал” Кәримәне ҡатыны итеп йәшәне. Наҙҙарын, затлы бүләктәрен, яғымлы һүҙҙәрен ҡыҙғанманы. Яратты ла кеүек Кәримә ирҙе. Унан ике балаһы тыуҙы. Хыял менән йәшәне ул. Сабыйҙары үҫеп етеүгә бергәләшеп ауылға ҡайтырбыҙ, тип ышандырҙы “Һаҡал”. Йыш командировкаларға йөрөүе, үҙен сәйер тотоуы аптыратты ҡатынды. Йөрәге аҫтында яралып бер һулыш алған сабыйҙарын тартып алғас, ышанысы һүнде.

Тәүге сабыйын, ауырып тора, дауаларға һалдыҡ, тип аңлатты, унан һуңғыһын әсәһенә ҡарап йылмая, көлә башлағас, Кәримә уянғансы алып сығып китте…

ергә, күкрәк һөтөн имеҙергә өлгөрҙө Кәримә. Юҡһа, ҡара сәсле әрмәндән тапҡан балаларын тыуғас та айырҙы үҙенән…

“Һаҡал”дың был вәхшилеген ауыр кисерҙе ҡатын. Бер ни ҙә ҡыла ғына алманы. Ун йыл буйы ҡатын-ҡыҙ булараҡ ирҙәрҙе хеҙмәтләндерергә мәжбүр иттеләр. Ул кисергән ҡурҡыу, стресс, психоэмоциональ шок – бер төйөр булып Кәримәнең ваҡыт-ваҡыт аңын юғалтып йығылыуына сәбәп булды…

***

- Эй, балам, күргәс тә күргәнһең икән ғазаптарҙы, - ҡарсыҡ, ултырған ерендә башын сайҡаны. – Донъя бигерәк ҡурҡыныс. Ата – улды, әсә ҡыҙҙы белмәй, тигәндәй, бигерәк буталды. Сәстәрең үрә торорлоҡ. Аҙағы хәйерле булһын, ҡыҙым. Телевизорҙы асһаң да, гел кеше юғалыуын, үлтереш һөйләйҙәр. Ярай, башың иҫән, ҡайтып еттең әле. Шөкөр итәйек. Бәхеттәрең алда булһын.

***

Бер аҙ хәл йыйып, иҫенә килгәс, ҡарсыҡ менән зыяратҡа юлландылар.

Ауыл өҫтөндәге тау буйына етеү менән Кәримәнең танауына еләк еҫе килеп бәрелде. Ер еләге бешкән. Тау итәгендә баҫыр урын юҡ – ҡояшҡа йөҙҙәрен ҡуйып, татлы тамсылар булып тәгәрәшеп яталар. Ул кеше! Ул машина! Һабантуйға тиң! “Бәхетле кешеләр”, - тип уйланы Кәримә еләкселәргә ҡарап.

- Кемдәр генә килмәй еләккә?! Оло юл буйы булғас, үткәне-сүткәне гел ошонда, бала-сағаһы ла, ололары ла – барыһына етә Аллаһтың биргән ниғмәте! – Кәримә эргәһенән атлаған Сания үҙ алдына шулай һөйләнде. Кәримә өндәшмәне. Ҡояш йылыһына ҡушылған еләк, болон еҫенән башы әйләнеп китте. Уға шундай рәхәт, һәм… шул уҡ ваҡытта ҡыйын да ине. Эйелеп бер бөртөк еләк тә өҙөп ҡапманы.

…Бәндәләрҙе тигеҙләй торған юл әхирәткә күсеү тиһәләр ҙә, “мәңгелек йорт”ҡа аяҡ баҫыу менән Кәримә был уйҙарҙан ҡайтты. Гүйә, бындағы “ихаталар”, ҡәбер таштары ла тормоштағы күренеште ҡабатлай. Донъялыҡта хәлле тормошта йәшәп әхирәткә күскәндәрҙең ҡәбер рәшәткәләре ҡараулы, ҡәбер өҫтөндәге таштары затлы, ә яҡындары булмаған, ҡул көсө менән көн күргән ауыл кешеһенең ҡәберендә күпкә ҡайтыш рәшәткәләр ултыра. Күп ҡәберҙәр өҫтөн ҡура баҫҡан.

Бына Кәримәнең яҡындары ерләнгән төбәк. Атаһы ла, әсәһе лә, ағаһы ла ошонда “йоҡлайҙар”. Ҡәбергә яҡынайыуға, эргәләге ҡәбер өҫтөндә ултырған шыршы тирәһендә ҡоштар һайрай башланы. Әйтерһең, уның ғәзиздәренең йәне ҡош булып ҡайтҡан да, уны сәләмләйҙәр!

- Күп хәсрәттәр килтерҙем һеҙгә, ҡәҙерлеләрем. Кисерегеҙ мине… Бик ауыр саҡтарығыҙҙа яндарығыҙҙа була алманым. “Һуңлаған юлым”ды көтөп ала алманығыҙ. Бәхил булығыҙ… - Күңеле ҡатҡан ҡатын, эйелеп ҡәберҙәр өҫтөн бейек үләндәрҙән арындырҙы.

- Мин дә хәҙер килә алмайым, ҡыҙым. Тәүге йылдарҙа ҡараштырғылай торғайным да бит… Йәндәре тыныслыҡ тапһын инде, балам. – Ҡарсыҡ Кәримәне күҙәтте.

…Сығыу юлына атланылар. Зыяраттың ҡапҡа яғындағы сәскәләргә күмелгән ҡәбергә тәүҙә үк иғтибар иткәйне Кәримә. Күҙ һалып китергә уйланы. Йәшелгә буялған рәшәткә аҫтында кемдең яҡын кешеһе “йоҡлай” икән? Ҡарсыҡ Кәримәнән арттараҡ ҡалды. Ҡәберҙең алғы яғына сығып һәйкәлгә беркетелгән фотоны, уның аҫтындағы исемде күргәс һушын юғалта яҙҙы… Зәнфирә?! Ете йыл элек уның менән диңгеҙ ярында күрешкән синыфташы, институт юлын бергә атлай башлаған йән дуҫы Зәнфирә бит был?!

- Зәнфирә?! Һиңә ниҙәр булды? Ниңә һин дә бында? – Үҙ тауышынан Кәримә үҙе ҡурҡып ҡуйҙы.

- Һөйләмә инде, ҡыҙым, ял итергә барған ерендә һыуға батып үле кәүҙәһе генә ҡайтты бит Зәнфирәбеҙҙең… Ике балаһы менән ире ҡалды.. – Сания ҡарсыҡ та ҡәбергә яҡынлашты.

***

Кәримә, ғәҙәттәгесә, туйғансы йоҡланы, уянғас, бик оҙаҡ кирелеп ятты. Һаҡсыһы оҙатыуында бүлмәгә еләк-емеш, татлы һыуҙар, ризыҡ алып килделәр. Тороп кейенеп, йыуынып-йыйынғас, ашап алды. Көҙгөгә ҡарап, башынан ниндәй кисерештәр үтһә лә, элекке сибәрлеген юғалтмауына һөйөнөп ҡуйҙы. Ап-аҡ йөҙ, нәҙек ҡаштар, оҙон керпектәр, тура танау, ҡалын ирендәр – береһе лә йәшлек эҙен юғалтмаған әле! Билдәләнгән сәғәттә һаҡсыһы килде. Уның оҙатыуында массаж бүлмәһенә юлланды, һыу инде, сәсен, тырнаҡтарын тәртипкә килтертте. Һаҡсы алдында береһе менән бер ауыҙ һүҙ һөйләшергә рөхсәт юҡ. Тотҡонға килеп эләгеүен, ҡара бизнес өсөн эшләүен аңлаһа ла, сараһыҙлыҡтан түҙә. Телевизор ҡарап, илдәге үҙгәрештәрҙе күҙәтеп йәшәһә лә, телефон, почта хеҙмәтенә юл ябыҡ. Көҙгөлө тәҙрәләр аша тыш күренһә лә, эске яҡ тышҡа күренерлек түгел, тәҙрәләр тимер рәшәткәләр менән нығытылған…

“Һаҡал” йыраҡ сәфәргә юлланған көн. Кәримә төшкө аштан һуң һауа һуларға сыҡты. Бәхеткәме, үкенескәме, был юлы оҙатыусы күренмәне. Диңгеҙ ярында ял итеүселәр һыу инә, көлөшә, һөйлшәләр. Күптәре ғаиләләре менән килгән. Уларға көнләшеп тә ҡараны ҡатын. Кәримә халыҡ янына барманы, үҙен “Һаҡал” кешеләренең ситтән күҙәтеүен белә. Унда мине таный торған кеше юҡ, тип уйланы, ҡомда бата-бата ярға яҡынайып аяҡтарын сайҡаны ла, яр буйына һуҙылған парктағы бейек пальма төбөнә урынлаштырылған эскәмйәгә барып ултырҙы. Шул мәлдә тротуар буйлап диңгеҙгә табан атлаған ҡатынға күҙе төштө. Ниндәйҙер күҙгә күренмәгән көс ҡатынды шул яҡҡа боролорға мәжбүр итте. Ҡараны ла, ҡарашы шунда тороп ҡалды: таныш йөҙ, таныш һын! Ауыл кешеһенә хас

аҙымдар… Был кеше мине белергә тейеш, тип уйланы Кәримә. Шул мәлдә теге ҡатын да Кәримәгә ҡарап алды, уның да ҡарашы магнит кеүек Кәримәлә туҡталды. Бер нисә минут ҡарап торғандан һуң Кәримәгә табан атланы, яҡынайыуға ҡысҡырып ебәрмәһенме:

- Кәримә?! Һинме был?! Һин бит был! Күҙемә күренәһеңме тип торам! Ҡасан килдең? Ҡайҙарҙа йәшәп ятаһың?

Кәримәнең ҡаршыһында ғүмерендә иң һуңғы күрешкән ауылдашы Зәнфирә баҫып тора ине.

Ҡайнар ҡосағы менән килеп ҡапланған Зәнфирәнең тыны, тауышы шул тикле тәьҫир итте Кәримәгә, ул хатта телһеҙ ҡалды, йәштәренә быуылды, илай ҙа, көлә лә, һүҙ ҙә әйтә алманы.

- Йә, һөйләп ебәр хәлдәреңде, Кәримә? Их, Кәримә! – Зәнфирә шашынып тағы, тағы ҡосаҡланы әхирәтен.

- Мин…мин… мин бында бит…тот…тот… тотҡонда… - Бары шул һүҙҙәрҙе генә әйтә алды Кәримә, “горизонт”та “Һаҡал”дың джибы күренеүгә, йәштәрен йотоп ҡаршылағы күп ҡатлы йортҡа инеп юғалды.

- Кәримә! Кәримә? Ни ҡыланыуың был, ә? – Бер ни аңламаған Зәнфирәнең Кәримә менән ҡосаҡлашыуын да, үҙ алдына һөйләнгәнен дә ишетеп эште аңларға өлгөргән “Һаҡал” тыныслыҡ һаҡланы. Ә Зәнфирәне күҙҙән ысҡындырманы. Ҡасан килеүе, кем булыуы, ҡайһы номерға урынлашыуы тураһында мәғлүмәт йыйҙы.

Зәнфирә номерына ҡайтып инеү менән төрлөһөн уйланы. “Кәримә тотҡонда!” Хәҙер генә кеҫә телефоны аша хәбәр һалыр ине, сит-ят ерҙә әллә кемдәр үҙен күҙәтеп тороуы ихтимал. Кеҫә телефонын сит ерҙә ундай маҡсатта файҙаланыу ҡурҡыныс.

Зәнфирә кемдәндер ҡурҡты. Тимәк, бында криминал эш итә! Уйларға, уйлап эш итергә кәрәк, тигән ҡарарға килде һәм сумкаһынан тынысландыра торған тамсылар тамыҙып эсте. Ул арала берәү ҡатын йәшәгән номерҙың ишеген ҡаҡты.

- Кем? – тине Зәнфирә.

- Үҙебеҙҙекеләр, асығыҙ…

Бүлмә ишеге асылды. Унан таҙа кәүҙәле “Һаҡал” килеп инде. Шундуҡ түргә уҙҙы.

- Әллә бер-бер күңелһеҙ хәл бармы, матурым? – Ул саф татар телендә өндәште.

Үҙ телендә һөйләшеүсе кеше ҡатындың күңелен иретеп ебәрҙе, ҡурҡыуҙан ағарған сырайына алһыулыҡ йүгерҙе. Яҡшы эшләгәне өсөн бүләк сифатында бирелгән путевка буйынса ғүмере буйы хыялланған курортҡа килгән Зәнфирәгә “ер сите” булып тойолған урында бындай кешене осратыу ҡараңғы төндә юл күрһәткән яҡты нур кеүек тәьҫир итте.

- Беләһегеҙме нимә?.. – Диванда арҡаһына шәл бөркәнеп ултырған, үҙе ҡалтыранған ҡатын бүленеп ҡалды, ҡулындағы телефонын тумбочка өҫтөнә һалды. Тороп баҫып, әйтергәме-юҡмы, тигәндәй, ян-яғына ҡаранды.

- Тыңлайым, матурым. Һеҙ бик ҡурҡҡанға оҡшайһығыҙ. Әллә берәйһе кәйефегеҙҙе ҡырҙымы? – “Һаҡал” ҡатынға яҡынайҙы, терһәктәрен устарына алып, күҙҙәренә тултырып ҡараны.

- Эйе.., әй… юҡ… - Ҡатындың зиһене сыуалды. – Ҡаршыһында баҫып торған ирҙең ҡарашынан юғалып ҡалды. “Һаҡал” иҫе китмәгән ҡиәфәт һаҡларға тырышты:

- Тыныслан, матурым, тынысланғас, кәрәк тип тапһаң, һөйләрһең…

Зәнфирәнең теле асылып китте:

- Мин бында күп йылдар элек юғалған әхирәтемде осраттым! Тотҡонда икән ул! – Ҡатын, керпектәрен күтәреп иргә ҡараны, йөҙөндә ҡурҡыу сағыла ине.

- Һеҙ ни һөйләйһегеҙ? – “Һаҡал”, күҙҙәрен майландырып, Зәнфирәнең кәүҙәһен үҙенә тартты.

- Ни ишетәһегеҙ, шуны һөйләйем! Исеме – Кәримә… - Зәнфирә йөҙөн ситкә борҙо һәм “Һаҡал”ға студент саҡтарында ҡайтыр юлда юлдары айырылған ваҡиғаны энәһенән ебенә ҡәҙәр һөйләп бирҙе.

- Бына нисек?! – “Һаҡал”, ҡулдарын Зәнфирәнән алып, йөҙөнә яһалма нәфрәт төҫө сығарҙы, тешен ҡыҫып, устарын йоҙроҡтарға төйнәп бүлмә буйлап йөрөндө. – Берәйһенә был хаҡта хәбәр иттеңме әле?

Зәнфирә баш ҡаҡты. “Һаҡал”дың йөҙө яҡтырып китте.

- Дөрөҫ эшләгәнһең! Беләһеңме нимә, аҡыллым? Был хаҡта әлегә берәүгә бер һүҙ сығарма! Мин бында хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләйем. Ҡушаматым буйынса “Һаҡал” тип йөрөтәләр. Күптәрҙе аҡылға ултыртырға тура килде миңә. Бында банда эш итә. Тимәк, шулар эше! Ҡара уны, һаҡ бул! Үҙем барыһын да яйлармын!

- Мин һеҙгә ышанам… Миңә ҡурҡыныс… - Зәнфирә илай башланы.

- Ҡурҡма, йәнем, үҙ кешебеҙҙе ҡотҡарабыҙ уны, бына күрерһең. Әлегә ял ит, тыныслан… - “Һаҡал” Зәнфирәне иңбашынан ҡосоп, сәстәренән үбеп алды. Зәнфирәнең баш ҡағыуынан “Һаҡал” ҡатындың ризалығын аңланы.

Ҡатындың тәненә йылылыҡ йүгерҙе. Күңелендә йыуаныс сатҡылары ҡабынды. Был кеше уларға ярҙам итәсәк! Ул Кәримәне ҡотҡарасаҡ! “Һаҡал”дың һүҙҙәре күңелен үҫтереп ебәрҙе. “Һаҡал” сығып киткәс кенә тумбочка өҫтөндә ятҡан телефонының юҡлығын күрҙе…

***

Зәнфирә менән күрешеү Кәримәгә ауыр тәьҫир итте. Бүлмәһенә инеп бикләнеп сәстәрен йолҡоп иланы. “Һаҡал”дан ҡурҡҡанына үҙен әрләне. Кинәт, бик ҡәҙерле әйбере иҫенә төшкәндәй, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Зәнфирә менән оҙаҡлап һөйләшкәнен күрһә, “Һаҡал” уны минутында юҡ итәсәк!.. Ә былай, ауылдашы, әхирәте, курсташы хәҙер уның ҡайҙа икәнен белә. Ҡайтыу менән барыһын да еткерер. Кәримәне эҙләп табырҙар…

Кәримә шашынып көлөргә тотондо. Уның ҡолағына бер моң ишетелде һәм ул, диван башында эленеп торған таҫтамалын

иңбашына һалып, бүлмә уртаһында сайҡалып бейей башланы. Ул шул тиклем онотолдо, хатта бүлмәгә “Һаҡал”дың килеп ингәнен дә һиҙмәне. Ә күргәс, йылмайып ҡуйҙы.

- Ниндәй байрам, матурым? Әллә берәй шатлығың бармы? Кәримә, уң ҡулының һуҡ бармағын ирененә тейҙереп, саҡ ҡына өндәште:

- Шаулама! Шиғыр тыңлайым…

“Һаҡал” йомшаҡ ҡына тауыш менән һорап ҡуйҙы:

- Ниндәй шиғыр, Йондоҙом? Аңлат әле, зинһар…

Кәримә күҙҙәрен йомдо, башын сайҡай-сайҡай, йөҙөндә матур йылмайыуын һаҡлап тыңлауын дауам итте.

- Кем һөйләй? Ниндәй шиғыр? – “Һаҡал” да бышылдауға күсте.

- Зәнфирә! “Шаганэ ты моя, Шаганэ…”

Студент саҡтарында анатомиянан уҡытҡан профессор 90 минутлыҡ дәрестә программала ҡаралған материалды аңлатырға ла, ситкәрәк тайпылып, йәштәрҙе тормошҡа әҙерләргә лә өлгөрә ине. “Бер медицинаға ғына ҡапланып ҡалмағыҙ. Уҡығыҙ! Сит ил әҙәбиәтен дә, үҙебеҙҙең классиканы ла, совет әҙәбиәтен дә өйрәнегеҙ. Киң ҡырлы кешеләр булығыҙ. Тормошта һәммәһенең кәрәге тейә” тигән һүҙҙәре йылдар үткәс килеп етте “Һаҡал” – Әнифкә.

Зәнфирә исеме “Һаҡал”ды тетрәндерһә лә, тиҙ арала уйҙарын тәртипкә килтерҙе һәм тыныс ҡына шиғырҙы яттан уҡып алып китте: “Шаганэ ты моя, Шаганэ…”

Кәримәне ҡосаҡлап, аҡрын ғына диванға ултырҙылар. Шиғыр тамамланғас та бер нисә минут онотолоп торҙолар. Унан Кәримә, бер ни булмағандай, ванна бүлмәһенә инеп китте… Медицинала тәжрибәле “Һаҡал” ҡатынға ҡарап һығымта яһаны: “амнезия”нан интегә был бисара. Ир үҙенең дә ғәйебен таныны, үҙәге көйөп, күңелен үкенеү хисе биләне…

***

Төнгө сәғәттә йәнә Зәнфирәнең ишеген ҡаҡтылар. Мөһабәт кәүҙәле, ышанысына ингән “Һаҡал”ды бер икеләнеүһеҙ номерына үткәрҙе.

- Иртәгәнән эш итә башлайбыҙ, матурым. Мин план төҙөнөм… - тип башланы һүҙен “хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләүсе” “Һаҡал” һәм өҫтәлгә коньяк менән ҡабымлыҡтар ҡуйҙы, эйәген ыуып торҙо. Үҙенекенә оҡшаған булғанға, яңылыш алғанға һылтанып, ҡатындың кеҫә телефонын тумбочка өҫтөнә һалды. Ҡатын бәҙрәфкә кергән мәлде файҙаланып, ул эсәһе шыйыҡсаға йоҡо дарыуын тамыҙырға ла онотманы. Коньяк ҡойғас, тост тәҡдим итте:

- Танышыу хөрмәтенә!

Зәнфирә, уйлап та тормай, ҡойолған шыйыҡсаны йотоп ҡуйҙы.

Оҙаҡ ҡына ултырҙылар һөйләшеп. Зәнфирә йыш ауыҙын асып иҫнәй башлағас, ир бүлмәлә һауа юҡлығына һылтанып, бассейнда һыу инеп алырға тәҡдим итте. Зәнфирә ванна бүлмәһенә инеп, йөҙөү костюмын кейеп, ҡулына таҫтамалын тотоп сығып баҫты. “Һаҡал уны биленән ҡосоп подвалдағы бассейнға юлландылар…

Бассейнда кеше юҡ ине. Дүртенсе тиҫтәне ваҡлай башлаған ҡатынды ситтән күҙәтте “Һаҡал”: “бар ере лә урынында”ғы ханым оҫта йөҙә. “Был йәштә ҡатын-ҡыҙҙың еләк булып бешкән сағы шул…” Дәрте ҡуҙғалыуын тойған ир шундуҡ “ергә төштө”.

Бассейнды ҡат-ҡат буйға йөҙгән ҡатындың һаман көндөҙгө ваҡиғаны һөйләүе тиҙ айнытты уны:

- Мин бында хәҙер бер көн ҡунырға ла ҡурҡам… Кәримәне эҙләп табырға ине, һорашаһы ине үҙенән…

Быныһын көтмәгәйне “Һаҡал”. Тәне буйлап электр тогы үткәндәй тартышып ҡуйҙы. Хәйләһе шундуҡ башына килде. Йөҙөп ҡатындың ҡаршыһына сыҡты ла:

- Һин нимә, аҡыллым, - үҙе ҡурҡынған ҡиәфәттә ян-яғына ҡаранып алды, - икебеҙҙе лә ошонда юҡҡа сығарыуҙарын теләйһеңме? Бындағы банданың кешеләрен дә белмәйбеҙ бит…

Зәнфирәнең реакцияһы әкренәйгәйне, йөҙгән еренән иҫнәй башланы:

- Ой, юҡ!.. Арыным мин… йоҡом килә…

- Шулай булғас… - Йөҙөн йыйырған “Һаҡал”, ҡулдары менән сәбәләнеп һыу төбөнә киткән ҡатынды һыуҙан сығып, бассейн ситенән күҙәтте.

Ҡурҡынған күҙҙәре менән тирә-яҡҡа тултырып ҡараны ла, ярҙам итеүсе булмағас, һыу өҫтөндә ҡыуыҡтар ғына ҡалдырып төпкә китте ҡатын… Сираттағы ҡорбанының үҙ милләтенән булыуы йөрәген сәнсеп алһа ла, “Һаҡал”дың үҙ киләсәге ҡәҙерлерәк ине. “Таҙа” башҡарылған эшенән ҡәнәғәт ҡиәфәттә йөҙөндә еңеү сатҡылары төҫмөрләнгән ир тыныс күңел менән халатын кейеп үҙенең “ҡыуышы”на ашыҡты.

***

Төш алдынан ял итеүселәр менән ҡабат инструктаж үткәрҙеләр. Мәйетте ярыу, эске ағзаларын алыу, эскән булыуын асыҡлау “Һаҡал” ҡулдары менән башҡарылды.

- Һыу – шаярыуҙы ғәфү итмәй. Эскән хәлдә һыуға яҡын килергә ярамай, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, - тип ҡат-ҡат иҫкәртте ял итеүселәрҙе йөҙөү буйынса инструктор һәм махсус журналға һәр ҡайһыһының ҡултамғаһын ҡуйҙырҙы.

***

Әрме хеҙмәтенән һуң уҡыуын дауам итеп, Трансплантация һәм яһалма ағзалар институтында ординатура үтеп, ғөмүми хирург сертификаты алған Әнифте өлкә дауаханаһына хирург итеп юлланылар. “Киләсәгең ҙур һинең”, - тине диплом етәксеһе егеткә ҙур өмөттәр белдереп. Ике йыл эшләгәндән һуң танышты ул “Ҡоҙғон” менән. Тыуған яғына командировкаға ҡайтҡас, разборка мәлендә утлы ҡорал менән һөжүм иткәндә ауыр йәрәхәттәр алған, күп ҡан юғалтҡан “Ҡоҙғон”доң ғүмере өсөн оҙаҡ көрәште Әниф. Яраланып ауғас та,

типкеләү, һуғыуҙан “Ҡоҙғон”доң бер бөйөрө иҙелгәйне. Ашығыс рәүештә донор ағзаһы килтерҙеләр.

- Ҡара уны, егет, бар өмөт һиндә. Ул йәшәргә тейеш! – тине ярты башы пеләшләнгән генерал-майор Әнифкә операция алдынан.

Әниф мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Трансплантология буйынса үҙ аллы башҡарған беренсе эше уңышлы үтте. Быға “Ҡоҙғон”дан, уның кешеләренән дә бигерәк ул үҙе нығыраҡ һөйөндө.

Былай булырын алдан белгән булһа?! Хәйер, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу кеүек изге эшкә алынған, ант биргән аҡ халатлы башҡа төрлө эшләй алмаҫ та ине…

***

Отставкалағы хәрби ине “Ҡоҙғон”. Аңына килгәс, Әнифтең ҡулын ҡыҫты. Төктәр баҫҡан сырайын һытып, күҙ йәштәре сикәләре буйлап тәгәрәне.

- Мин һиңә ғүмерем менән бурыслы, ҡустым!

- Минең бурысым шул.

- Изгелек ерҙә ятып ҡала торған эш түгел, туғаным…

***

Был ваҡиға онотолғайны инде. Октябрь кисендә төнгө дежурға килгәс, үҙе килеп инде үгеҙ муйынлы, оҙон буйлы, һытыҡ сырайлы “Ҡоҙғон”. Йәше иллене уҙған, төҙ кәүҙәле, сикә сәстәре салланған, ҡалын ҡашлы, аҡ битле, алтын тешле, ҡыҫҡа сәсле, йыйнаҡ, бөхтә кеше. Үҙ-үҙен тотошона ҡарағанда, гүйә, ул донъя тотҡаһы. Аҡса, мөлкәт, элемтәләр ниндәй хәлгә индерә әҙәм балаһын, тип уйланы егет. Килеп инде лә, Әнифтең ҡулына өр-яңы машина асҡысы һалды. Шатлыҡтан, Әнифтең ҡулдары ҡалтыранып китте.

Күпте кисергән, кешене үтәнән-үтә күргән “Ҡоҙғон” бик һирәктәрҙе үҙенә яҡын ебәреүе, ә Әнифте бер күреүҙән яҡын итеүе тураһында һөйләне. Тыныс холоҡло, сабыр, кәрәк-кәрәкмәгән һүҙгә ҡатышмауы, күп һөйләшеп бармауы ла оҡшағаәшеп бармауы ла оҡшаға

ҙарҙа эшләп, отгулдар йыйып, бер аҙнаға ял алып юлға сыҡты Әниф.

Кирбестән уратылған ҡоймаға беркетелгән тимер ҡапҡа аша һаҡсы сығып ҡаршы алды. Бындағы мәҙәнилекте, хәллелекте күреп хайран булды Әниф. “Йәшәй бит кешеләр!” Йорттоң эсе хас та хан һарайы! Йәйен – фермала көтөүсе, ҡыштарын мал ҡараусы атаһы менән мәктәптә йыйыштырыусы булған әсәһе берҙән-бер улдары үҫеп етеүгә 7х8 метр ҙурлыҡтағы өй һалып инә алдылар. Ҡартайған көндәрендә ҙур аҡсалар эшләп, уларҙы етеш тормошта йәшәтеү теләге ҙур ине Әнифтең.

- Һин дә ошонан кәм йәшәмәҫһең, ҡустым. Һинеке лә булыр, булы-ы-ыр, һе-һе… - “Ҡоҙғон” күптәрҙең төшөнә лә инмәгән тормошо менән танышҡан ҡунағының иңбашына яратып ҡына һуғып алды.

Икәүҙән-икәү оҙаҡ һөйләштеләр. “Ҡоҙғон” ҡунаҡ итте танышын. Подвалға төшөп бильярд уйнанылар, саунала парланып ултырҙылар, коньяк эстеләр, ҡабан итенән әҙерләнгән һый-ниғмәт менән һыйландылар.

***

Ул йортта осрашыуҙар йышайҙы. Юл хаҡын да “Ҡоҙғон” ҡапланы. Әле бер, әле икенсе йомошо табылып ҡына торҙо аҡ халатлыға.

- Бөгөндән бер командала эшләй башлаясаҡбыҙ. Мин нисек ҡушһам, шулай буласаҡ, аңланыңмы, дуҫым? – тине Әнифкә һауығып аяҡҡа баҫҡан “Ҡоҙғон”, осрашыуҙарҙың береһендә. Егеттең күңелендә бер шайтан ҡыймылдап ҡуйҙы һәм ул, ризалыҡ биреп, баш ҡаҡты.

- Яратам үҙең кеүек егеттәрҙе… Ҡушаматың “Һаҡал” булыр. Мин шулай ҡарар иттем…

Юллама менән ебәрелгән дауаханала хеҙмәттәштәренең дә, пациенттарының да ышанысына ингән йәш хирургтың был аҙымына

бүлек мөдире тәүҙә ышанманы. Ныҡлап һөйләнеүен аңлағас, ашыҡмаҫҡа кәңәш итте йәше етмешкә яҡынлашҡан хирург.

- Ҡустым, үҙемдең урынға әҙерләйем бит һине…

- Ҙур карапҡа иркен йөҙөр өсөн тәрән һыу кәрәк, остазым…

Остаз, башын сайҡап, егет менән килеште:

- Улай икән, ҡаршы килә алмайым инде, туған…

***

Яңы тормош башлау ине Әнифтең хыялы. Яңы ҡалалағы дауалау үҙәгенә хирург булып килеүенә бына тигән фатир ҙа әҙер ине. Дауалау үҙәгенән ҡул һуҙымы арала урынлашҡан йорттан хәстәрләгәйне уныһын “Ҡоҙғон”.

Ҡулы, йөрәге, күңеле менән Аллаһы табип итеп яратҡан Әнифте тиҙ арала ауырыуҙар танып белә башланы. Ҡатмарлы операциялар тик уның ҡулы менән эшләнде. Икенсе йыл эшләгән көҙ айында арып ҡайтып телевизор ҡарап ултырғанында ишек ҡыңғырауы сыңланы. Шул көндәге һөйләшеү уны “Ҡоҙғон” мафияһына ныҡлап алып инеп китте.

- Иртәгә һиңә фәлән фәләнов тигән кеше киләсәк, - тип башланы хәл һорашҡас “Ҡоҙғон”. Әниф ҡунағын тыныс ҡына тыңланы. – Һинең бурыс – уның бер бөйөрөн алыу.

- Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Тикшермәй тороп, тотоп ҡына кешенең ағзаһын алырға һеҙ мине кемгә һанайһығыҙ?

- Борсолма. – “Ҡоҙғон”доң үҙен шул тиклем тыныс тотоуы хирургты һағайырға мәжбүр итте. – Ул тикшерелгән һау-сәләмәт кеше. Ағзалары ла тәртиптә. Күренергә килә. Приемда була. Уны һиңә юллаясаҡтар. Бына шунда һин әйтәһең, анализдарығыҙ, ультратауыш тикшереүе күрһәтеүенсә, һеҙҙең бер бөйөрөгөҙҙә яман шеш, уны ашығыс рәүештә алырға кәрәк. Юҡһа, ике-өс аҙна ғүмерегеҙ ҡалған… Шул ғына. Уны ла “ҡотҡараһың”, бер бик шәп кешенең, минең дуҫтың туғанына ағза кәрәк, уға ла ғүмер бүләк итәһең.

- Мин мәңге бындай эшкә бармаясаҡмын! – әниф ултырған еренән һикереп торҙо.

- Ашыҡма, ҡыҙма… - Бына быны күрәһеңме? – “Ҡоҙғон” билендәге кобураһынан пистолет сығарып Әнифкә төбәне.

Әниф диванға ауҙы.

- Һе-һе-һе, бына шулай. Аңламаған кешеләр менән беҙ башҡа төрлө һөйләшәбеҙ… - “Ҡоҙғон” артынан ишек ябылды…

***

Сит илдәрҙә хеҙмәт иткән, бәйләнештәре тәрәнгә юлланған “Ҡоҙғон” бүләк иткән алтынсы модель “Жигули” – Әнифтең беренсе машинаһы. Оҙаҡ хеҙмәт итте ул хужаһына. Ауылға төҫлө телевизорҙы ла, кер йыуыу машинаһын да, кухня гарнитурын да шуның менән ҡайтарҙы. “Ҡоҙғон” Әнифтең һәр аҙымын белеп торҙо. Баштараҡ табип аптырай ине. Һуңынан күнекте. Осло күҙле “Ҡоҙғон”доң кешеләре барыһын да үҙенә еткереп килде.

“Ҡоҙғон”ға эшкә килеп яңылышҡанын, хәтәр сырмалсыҡҡа килеп эләккәнен аңлағанда һуң ине. Һыу һөлөгө кеүек кешеләрҙе йоҡлатып, өлөштәргә бүлгеләп, ағзаларын һатыуға әҙерләүҙәр… ҡан оҙатыуҙар… яңы тыуған сабыйҙарҙың кендек ҡанын махсус һауытҡа ағыҙып алыуҙар, сит илдәргә оҙатыуҙар… Ауырыуҙарға һау кешенең ағзаларын күсереп ултыртыуҙар… Курорттың туғыҙ ҡатлы бинаһының подвалында башҡа тормош алып барылды. Көнө, сәғәте, минуты менән әҙер ағзалар, ҡан сит илдәргә юлланды… Айлы, матур төндәрҙә, емелдәгән йондоҙҙар балҡыған күк аҫтында күпме бысраҡ эштәр башҡарҙы ул?!

Егеттең тормошон да үҙенә кәрәккәнсә хәл итте “Ҡоҙғон”. Ултырған ҡыҙы менән ҡауыштырҙы.

- Һин – миңә, мин һиңә бурыслы. Мин әйткәнсә эшләйһең. Мин ике һөйләмәйем! – “Ҡоҙғон” һүҙҙе ҡыҫҡа тотто.

Ҙурлап торманылар, курорттың ҡараңғы мөйөшөндә урынлашҡан ресторанда мәжлес рәүешендә һыйландылар ҙа, икенсе

көндө “Ҡоҙғон”доң ҡара джибында никахлашыу йортона барып никахты рәсмиләштерҙеләр.

Ҡондоҙ ҡарап тороуға һөйкөмлө генә ҡыҙ ине. Тик ул һөйкөмлөлөк ниндәйҙер йәшерен, салҡын ине. Йомоҡ кеше ине. Әсәйһеҙ үҫкәнгәлер, тип уйланы Әниф.

Күңелдәрендә бер-береһенә йылылыҡ уянмаған кешеләрҙе йылы түшәк кенә яҡынайта алһа икән?! Тыштан матур пар булып күренһәләр ҙә, эстән янып ғүмер үткәрҙеләр. Ҡатын бала таба алманы… Ниндәй генә тикшереүҙәр үткәрһәләр ҙә, ҡайҙарҙа ғына дауаланһалар ҙа, түлһеҙ ҡатынға файҙа булманы.

- Ул сағында үҙебеҙҙең милләт кешеһенән таптыраһың баланы! Һаҡал, ишетһен ҡолағың, күңелеңә ятҡан кеше булһын! – “Ҡоҙғон” был һүҙҙәрҙе кейәүенә ҡыҙы алдында әйтте.

Ҡыҙы һулҡылдап илай ине…

Ике йыл эҙләне ундай ҡыҙҙы Әниф. Юлда йөрөгәндә кәрәк-яраҡтарҙы гел ҡулы аҫтында тотто. Осраҡлы рәүештә Кәримәгә тап булғас, планын эшкә екте…

***

Кәримәнең номерына үткәндә, ҡатын сабыйын көйләй ине:

Әлли-бәлли итер ул,

Йоҡлап ҡына китер ул.

Үҫеп буйға еткәстен

Ғалим булып етер ул…

“Һаҡал” номерҙағы күренеште ишек яңағынан күҙәтте.

Бына йәш әсә сабыйға күкрәген бирҙе. Бәләкәс тәмле итеп ауыҙын сәпелдәтте. Был минутта ул бәпестең – үҙенең дауамының бүлтәйгән бәләкәй генә еүеш ирендәрен дә күҙ алдына килтерҙе. Йәш балаға ғына хас татлы еҫ тә танауына ҡағылып үтте. Ә буш ҡайтып ингән Әнифте “Ҡоҙғон” ҡараштары емерелгән ҡиәфәттә ҡаршы алды.

Кәнфитләнмә! – тип екерҙе күргәндәрен һөйләп, ҡара эшкә ҡулы бармауын әйткәс һәм танау төбөндә пистолетын уйнатты.

Икенсе кереүҙә ҡатындың сәйенә йоҡо дарыуы һалып йоҡлатып, сабыйҙы алып сыҡты. Порошок һөтө имеп, Йондоҙға әсәй тип үҫте “Һаҡал”дың ике улы ла…

***

Ауылда яҡын кешеһе ҡалмаһа ла, ауылдаштары көтөп ала “Һаҡал”ды. Улар өсөн ул “Һаҡал” түгел, ауылдың ҙур кешеһе, алтын ҡуллы хирургы – үҙҙәренең әнифе. Ҡайтҡан һайын күршеләре мунса яғып, һыйлап, ҡунаҡ итеп оҙата. Был юлы ҡайтыуын берәүгә лә һиҙҙермәне, үҙен танытманы, ике ауыл араһындағы кемпинг ҡунаҡханаһында ҡунды. Ә үҙ ере шул тиклем һағындырған! Ауыл урамдарын ҡат-ҡат әйләнде, бала саҡ эҙҙәрен эҙләне. Тик… аралар һыуынған инде. Ауылға таралған яңы бешкән икмәк, тауыҡ һурпаһы еҫе танауына килеп бәрелеүгә, асыҡҡанын аңланы. Шишмәгә төшөп эскән тере һыу ҙа хәлен еңеләйтмәне. Табышмаҡ был донъя: ғәжәйеп донъянан ауылдағы тормошҡа ҡайтып төшкәс, бындағы көнкүрештең күрекһеҙ һәм ярлы инана, тиҙерәк ҡайҙалыр киткеһе, нимәлер эшләге килә башлай. Ә барғас… йәнә үҙ ере һағындырып йөҙәтә!..

Башында уйҙар өйөрмәһе бөтөрөлдө: Кәримәне ҡайтарып дөрөҫ эшләнеме ул? Эҙҙәренә төшмәҫтәрме? Төшһәләр ҙә, “Һаҡал”ға нимәгә ҡурҡырға?! “Ҡоҙғон” да был эшенә ҡаршы килмәне. Ҡайтарып ауыл башында ҡалдырам, тигәс, ҡулын ғына һелтәне: “Үҙең беләһең…” Күңеле һиҙә: яҡшылыҡ менән тамамланмаясаҡ был. Кеше йәне, кеше ҡаны, әрнеүе, кеше яҙмышы иртәме-һуңмы – тотасаҡ. Бер бәйләнгән төйөн ҡасан булһа ла бер сиселәсәк. Сиселәсәк!

Күңелендә бушлыҡ. Күҙҙәре тулы һағыш. Һуңғы арала күҙҙәренең нуры кәмегән, зиһене тарҡалған халәттә йөрөй. Нимә өсөн йәшәй ул? Бер мохтажлығы юҡ. Балалары тулыһынса тәьмин ителгән. Балаларының балаларына етерлек мөлкәт өләшеп бүленгән, банкыларға һалынған. Ғаиләһе сит илгә урынлаштырылған. Тик байлыҡтарының ни ҡыуанысы Әнифкә? Күпме кешенең ғүмере иҫәбенә килгән байлыҡ инде бәхетһеҙлек, күҙ йәше булып күренә. Ә

ул телгеләгән бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ялбарыулы күҙ ҡараштары?! Их, ошо ҡайтыуында ошонда ҡалһаң ине. Ҡәберҙәрең үҙ ереңдә булһа ине… Быныһына юл ябыҡ инде. Ауылдаштары уны күрергә, танырға тейеш түгел!

Ауыл башындағы ҡалҡыулыҡҡа еткәндә радиоһын ҡабыҙҙы. “Һуңғы яңылыҡтар”ҙы тапшыралар ине. “Уҙған төндә фәлән ҡалала оперативниктар сит илдәр менән бәйләнештә эш иткән “Ҡоҙғон” мафияһын тар-мар итте… Криминал медицинаға хеҙмәт иткән “Һаҡал” ҡушаматлы хирург ике аҙна элек юл һәләкәтендә һәләк булған!..”

Әниф шыбыр тиргә батты, тыны ҡыҫып алды. “Бөттө! Былай булғас, бөттө “Ҡоҙғон”ға!..” Ә “Һаҡал” күптән үҙе түгел инде. Эйе, ул үҙен бынан ике аҙна элек “ерләне”. Ҡала ситендә табылған мәйетте джибына “ултыртты” ла, билдәле урынға килеп еткәс, машинаһын бейек юл ситенән төшөрөп ебәрҙе… Бәрелә-һуғыла осҡан машина ҙур ташҡа еткәс, шартланы ла, яна башланы…

Ҙур матәм йыйыны яһап, ерләнеләр “Һаҡал” – әнифте. Ә “Ҡоҙғон” үҙенә бөтөнләй башҡа кеше исеменә паспорт йүнәтеп бирҙе. Балалар йортонда үҫкән, бер яҡын кешеһе лә булмаған кеше ул хәҙер. Дипломы ла хәл ителгән. Эшләгән урындары ла бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ тәртипкә килтерелгән! Тик… шул мәлдә уға әллә нимә булды: ә Кәримә һуң, Кәримә?! Ул бит иҫән! Ишетһә, был хаҡта белһә, һатасаҡ бит “Һаҡал”ды! Ҡатындың ауырыу булыуы шиген кәметте. “Ауырыу һүҙенә кем ҡолаҡ һалһын!?”

***

Иртә менән ҡалаға, эске эштәр бүлегенә барырға һөйләшкән Сания ҡарсыҡ менән Кәримә тороп йыуынып, сәй эсергә әҙерләнеп йөрөгәндә Кәримә телевизор ҡаршыһына баҫып ҡатып ҡалды ла, йән асыуы менән ҡысҡырып ебәрҙе:

- Бына ул! Шул! Оятһыҙ.. Ғүмеремде заяғы үткәреүгә ул, ул ғына ғәйепле! – Экранда ул күреп белгән ир кешеләр араһынан

“Һаҡал”дың да фотоһүрәтен күрһәтеп, йәшерен эш иткән мафияның эҙенә төшөүҙәре, күптәренең ҡулға алыныуы тураһындағы хәбәрҙе ҡабатлайҙар ине… Нишләп үлһен? Үлмәгән ул! Үҙе ултыртып алып ҡайтты бит мине!? – Төҫө ҡасҡан ҡатын, Сания ҡарсыҡ бәләкәй яҡтан сығыуға, лып итеп иҙәнгә ауҙы…

***

Илендәге мәшәҡәттәрен теүәлләп, ҡулына дипломатын тотоп. Иңбашына еңел джемперын һалып, “Һаҡал” аэропортҡа ашыҡты. Егерме минуттан ул һауаға күтәреләсәк. Ә бер нисә сәғәттән… ҡояшлы илгә баҫасаҡ! Яңы тормош башлаясаҡ! Өр-яңы биттән! Уның рейсына посадка иғлан иттеләр. Шул мәлдә күкрәк тапҡырында нимәлер сәнсеп ҡуйҙы. Әммә шунда уҡ үтте. Тағы, тағы ҡабатланды. Сәнсеү көсәйгәндән-көсәйҙе. “Их, ниндәй ваҡытһыҙ!” Яҡындағы эскәмйәгә ултырып дипломатын асты, йөрәк дарыуын эҙләне. Ләкин, ашығып йыйынып, бер дарыу ҙа алмағайны. Күҙ алдары ҡараңғыланды, тыны ҡыҫылды, һауа етмәй башланы, тәненә һалҡын тир бәреп сыҡты, күкрәге янды, хәле бөткәндән-бөттө. Янынан үтеп барған аэропорт хеҙмәткәре “Һаҡал”ға иғтибар итте:

- Ир кеше, үҙегеҙҙе насар тояһығыҙмы? – “Һаҡал” яуап бирә алманы. Теҙ быуындарына ҡәҙәр хәлһеҙләнде. Үҙе үҙенә ҡыҙғаныс хәлдә булып тойолдо. Хеҙмәткәр ханым шул уҡ һорауҙы бер нисә телдә ҡабатланы. Аҡ халатлы йүгереп килеп пульсын тикшерҙе, ҡан баҫымын үлсәне, ашығыс ярҙам саҡыртты.

“Һаҡал”дың күҙ ҡабаҡтарын асырлыҡ та хәле юҡ. Йәм-йәшел зифа ҡайындар, ә өҫтә төпһөҙ зәңгәр күк йөҙө күҙ алдынан китмәне. Уға шундай рәхәт, шундай еңел ине. Тынлыҡты сиреналар тауышы бүлде…

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Фото интернеттан

 

Ҡайтыу