Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
28 Ғинуар 2021, 13:32

Хоккей – милли спорт төрө йәки Чемпиондар ҡайҙа тәрбиәләнә?

Беҙҙең илдә хоккей күптән инде милли спорт төрө булараҡ билдәле. Был уйынды яратмаған, үҙенең командаһы өсөн янып-көймәгән кеше бик һирәктер. Республиканың төп хоккей командаһы – бай тарихы менән дан тотҡан “Салауат Юлаев”тың уйынын һәр кемебеҙ көтөп ала, еңеүҙәре менән ғорурлана, уны һәр йыл континенталь хоккей лигаһы чемпионы итеп күргеһе килә. Был юҡҡа түгел, сөнки хоккей уйыны беҙгә бала саҡтан ҡаныбыҙға һеңгән.

Күптән түгел, белеүебеҙсә, хоккей буйынса донъя йәштәр чемпионаты тамамланды. Игорь Ларионов етәкләгән команда Рәсәй көйәрмәндәренең өмөтөн аҡламаны – һуңғы хәл иткес уйындарҙа Канаданан һәм Финляндиянан мәсхәрәле рәүештә еңелеп, миҙалһыҙ тороп ҡалды. Бына ун йыл инде Рәсәй командаһы чемпионаттың алтын миҙалын яулағаны юҡ. Бында кем ғәйепле: тренермы, командамы? Әллә тотош хоккей системаһымы?

Билдәле, Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһы командаһы еңелгәс, ғәйеплеләрҙе эҙләү башланды һәм бөгөнгәсә туҡтағаны юҡ. Кемдер Ларионовты “түпәләй”, икенселәр уйынсыларҙы ғәйепләй, бәғзеләр иһә команданың капитанын әрләүҙән бушамай. Ә бына билдәле һәм абруйлы эксперттар бында төп ғәйепте илдең тотош хоккей системаһының эшләмәүендә күрә. Минеңсә, һуңғылары дөрөҫ фекер йөрөтә.

Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа илдә хоккейҙы үҫтереүгә иҫ киткес күп аҡса йүнәлтелә, төрлө милли программалар эшләй, ҡайһы бер ҡалаларҙа хоккей академиялары булдырыла, кадрҙар әҙерләнә. Һәм һәләтле йәштәр өсөн бөтөн шарттар булдырыла: бына һиңә – яҡшы контракт, ата-әсәйеңә – фатир йәиһә машина, башҡа уңайлыҡтар. Тик сит илгә китмә генә! Шулай итеп, йәштәр үҫеүҙән туҡтай, 19 йәштәрендә иһә “һимеҙ бесәй”гә әүерелә. Бәлки, элеккесә эшләп ҡарарға кәрәктер? Йәғни, иң талантлы йәштәр тыуған яҡтарында үҙ көстәре менән хоккей үрҙәренә ынтылһын, үҙҙәренең ныҡышмалылыҡтары менән ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡһын ине- бына был осраҡта инде һөҙөмтә буласаҡ” - бына шулай тип фекерләй билдәле белгестәр.

Хоккей уйыны беҙгә бала саҡтан ҡаныбыҙға һеңгән, тип бушҡа ғына яҙманым. Ысынлап та, беҙҙең ( беҙҙең генә түгел, башҡа күп быуын кешеләренең дә) бала саҡ һәм үҫмер осоро хоккей һәм футбол уйнап үтте. Ҡышын хоккей уйнау өсөн хәҙерге кеүек берәү ҙә хоккей ҡумталары эшләп бирмәне. Дәрестән һуң, өйгә ҡайтып һәм шәхси хужалыҡтағы эштәрҙе тамамлағас ҡына, малайҙар менән дәррәү Һаҡмар буйына йүнәлер инек. Яуым-төшөм булһа, тәүҙә боҙҙо ҡарҙан таҙартыу өсөн һәр кемебеҙ эш ҡоралы алып бара, берәү ҙә эштән ситтә ҡалмай. Ә бит ул осорҙа ҡар күп яуҙы, тимәк, боҙҙо таҙартыуға аҙнаһына әллә нисә тапҡыр сыға инек.

Ошо эште бөткәс кенә уйын башлана. Хәҙерге кеүек ул ваҡытта сәкән тигән нәмә булманы, уныһын беҙ урманға барып ҡырҡып алып ҡайта инек. Һирәктәрҙә генә коньки булды, әлеге кеүек ботинкалыһы иһә хыял ғына ине. Күптәр быймала сәкән һуҡты. Шуға ҡарамаҫтан, хоккей беҙҙең иң яратҡан уйыныбыҙ ине, сәғәттәр буйы боҙҙан ҡайтып инмәнек.

Ҡырағай баҙар мәнәсәбәттәре, белеүебеҙсә, күптән килгән матур традицияларҙы ғына түгел, ә тотош системаны ла юҡҡа сығарҙы. Был, әлбиттә, спортҡа ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Кешелектең һанлы технологиялар быуатына аяҡ баҫыуы ла күп кенә ҡиммәттәрҙән ваз кистерҙе. Ҡала һәм ауылдарҙа ҡыш саңғыла йөрөү, хоккей уйнау, йәйгеһен туп тибеү кеүек башҡа уйындар онотола башланы.

Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы бер нисә йылда районда хоккей, футбол кеүек спорт төрҙәренә иғтибарҙың бермә-бер арта барыуы күҙәтелә, үҙҙәренең көсө менән хоккей ҡумталары төҙөп, төрлө ярыштар ойоштороусылар күбәйә. Мәҫәлән, Түбә, Иҫке Сибай, Ниғәмәт, Түбәнге Иҙрис, Әхмәр ауылдарында халыҡ көсө һәм урындағы ауыл Советтарының ярҙамы менән ошондай махсус майҙансыҡтар барлыҡҡа килде. Уларҙа балалар ғына түгел, төрлө йәштәгеләр ҙә әүҙем шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.

Райондың “Алдар батыр” исемле хоккей командаһы бар һәм ул Баймаҡта төрлө ярыштар ойоштороп ҡына ҡалмай, ә Урал аръяғы төбәгендә үткән бәйгеләрҙә лә көс һынаша. Күптән түгел беҙҙең команда хоккейсылары Хәйбулла һм Ейәнсура райондарында ойошторолған ярыштарҙа чемпион булып танылды.

-Һуңғы осорҙа районда хоккейға иғтибар артҡандан-арта, - тип билдәләне “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу үҙәге директоры Илшат Хәмитов. - Бөгөн йәше лә, ҡарты ла был спорт төрөн үҙ итә, хоккей ҡумталары төҙөлә. Махсус майҙансыҡтар булмаған ауылдарҙа балалар йылғала боҙҙа сәкән һуға, бындай хәл күп урындарҙа күҙәтелә. Хоккей командалары яйлап үҙҙәренә тейешле кәрәк-яраҡ, экипировка һатып ала. Мәҫәлән, Иҫке Сибай командаһы бының менән үҙен тулыһынса тәьмин иткән.

Билдәле булыуынса, республика етәкселеге ярҙамы менән Баймаҡта бөтөн талаптарға яуап биргән япмалы хоккей майҙансығы төҙөләсәк. Был, әлбиттә, был спорт төрөн маҡсатлы үҫтереү, йәш быуын хоккейсылары тәрбиәләү мөмкинлеге бирәсәк.

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, хоккей спортын яңы кимәлгә күтәреүҙе иң беренсе сиратта төбәктәрҙән башларға кәрәк, йәғни мәктәп эскәмйәһенән үк балаларҙы уға ылыҡтырырға, бының өсөн етерлек финанс саралары бүлеү мөһим. “Салауат Юлаев” командаһы легионерҙарының һәр береһенә бер миҙгелдә – 80-150-шәр миллион һум эш хаҡы түләгәнсе, шул аҡсаны төбәктәргә - буласаҡ хоккейсылар әҙерләүгә бүлеү маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр ине. Был иһә урындарҙа был спорт төрөн һәр яҡлап үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк.

Азамат Мөхәмәтшин.