“Аҡморон ауылына газ үтһә лә, ул Сәйғәфәр һәм Йомаш ауылдарына килеп етмәгән. Бер нисә саҡрым ғына ҡалған бит. Ошо проблема хәл ителерме икән?”
Был һәм газ мәсьәләһенә ҡағылышлы түбәндәге һорауҙарға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Хәлитов яуап бирә: “2018 йылдың майынан “Газпром” Сәйғәфәр-Йомаш-Юлыҡ ауыл-ара газ торбалары проектын әҙерләй башланы. Унда газ үткәреү 2022 йылда ҡаралған. Беҙ “Газпром” ПАО-һына газ үткәреүҙе 2020 йылда хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт иттек һәм ыңғай ҡарар ҡабул ителер, тип ышанабыҙ. Сәйғәфәр ауылының урамдарына газ торбаларын һуҙыу проекты эшләнгән һәм Баймаҡ районының заявкаһына индерелгән. БР хөкүмәте ыңғай ҡарар ҡабул итһә, бында төҙөлөш-монтаж эштәре 2019 йылда башҡарыласаҡ”.
“Беҙҙең Ҡолсора ауыл биләмәһендә 4 ауыл бар, әммә береһенә лә газ үтмәгән. Ошо мәсьәлә берәй ваҡыт хәл ителерме икән?”
“Ҡолсора ауылына газ үткәреү 2020 йылда Темәс–әмин–Үрге Иҙрис–Түбәнге Иҙрис–Ҡолсора– Муллаҡай газ үткәргесе төҙөлөү менән хәл ителәсәк, тип күҙаллана. Ул “Газпром” көсө һәм урамдарҙағы селтәрҙәр республика иҫәбенә эшләнәсәк”.
“Врачтар ҡайҙа булып бөткән ул? Ниңә 3 участканы бер табип ҡараған өсөн ярты көн сиратта ултырырға тура килә? Етмәһә, “үҙ” кешеләрен сиратһыҙ индерәләр, температураһы юғары булған ауырыу балалар һаусәләмәтлеләре менән бергә ултыра. Ауырығандарҙы һау балаларҙан айырым ҡабул итеп булмаймы ни?"
Һорауға үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Альберт Тутаев яуап бирә: “Бөгөн район-ҡалала 19 педиатрия участкаһы эшләй, шуларҙың һигеҙе – Баймаҡ ҡалаһында. Балалар консультацияһында 4 педиатр эшләй, өсәүһе – декрет ялында, берәүһе – больничныйҙа. Пациенттар 8.00 – 12.00, 12.00 – 16.00, 16.00-20.00 сәғәттәрҙә ҡабул ителә. Ҡабул итеүгә 1301 берҙәм телефоны, медицина порталы, госуслуги, инфомат йәки регистратура аша яҙылырға мөмкин. Планлы рәүештә мөрәжәғәт иткәндә дәүләт гарантиялары программаһы буйынса ҡабул итеүҙе көтөү – бер көн. Педиатрҙар (ә улар 4 врач) бөгөн ҡаланың ғына түгел, ә бар райондың балаларын ҡабул итә.
Температура йәки сыбартма менән мөрәжәғәт иткән балалар администратор тарафынан фильтр кабинетына йүнәлтелә. Унда уларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Улар дөйөм сиратта ултырырға тейеш түгел. Һәр кесе йома – һау бала көнө. Был көндө төрлө йәштәге балаларға диспансер тикшереүе үткәрелә. Һау балаларҙы ҡабул итеү өсөн “Һау бала кабинеты”, айырым регистратура, айырым инеү ишеге булдырылған. Был балалар ауырығандар менән бергә ултырмай. Ошо уҡ ваҡытта бер педиатр ауырыу балаларҙы айырым ҡарай.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡта эш сәфәре менән булғанда яңы балалар поликлиникаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ул яңы ҡоролмалар менән тәьмин ителәсәк, медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәрәсәк, яңы кадрҙарҙы йәлеп итеүгә өлөш индерәсәк”.