Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Сибайҙа 2019 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһын хәл итеү күҙ уңында тотола. Барлығы 100 яҡтыртыу приборы ҡуйыу планлаштырыла. Урам фонарҙәренең һаны унда йәшәүселәрҙең нисек аҡса йыйыуына бәйле. Юлдарға килгәндә, 2017-2018 йылдарҙа Ғ.Сөләймәнов, М.Сибаев, Ғ.Яҡупов, Аҡмулла һәм З.Биишева урамдарына ҡырсынташ түшәлгән. Киләһе йылда был эш Һ.Дәүләтшина һәм М.Кәрим урамдарында башҡарыласаҡ. Шулай уҡ микрорайонға газ үткәреү өсөн проект эштәренә заявка әҙерләнгән.