Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль 2022, 14:41

Иптәш лейтенант, Иҫәндәүләтов!

Ишбирҙе егете Айнур Иҫәндәүләтов яҙмышын хәрби тормош менән бәйләгән. Мәктәпте тамамлағас, Мәскәү авиация техник институтына уҡырға килә. 2020 йылда осоу аппараттары двигателдәрен һынаусы инженер булараҡ ҡулына диплом ала. Институтты тамамлағанда уға бынан тыш “Рәсәй офицеры” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты ла тапшырыла.

Уҡыған осорҙа уҡ үҙен тырыш, уңған, ныҡышмал Айнур Ғәлим улы взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Үҙенең яҡшы уҡыуы һәм тәртибе менән башҡаларға өлгө күрһәтә. Әйткәндәй, был уҡыу йортон Башҡортостандан алты егет бергә тамамлай. Шуларҙың дүртәүһе – Баймаҡтан. Улар - Баймаҡ ҡалаһынан Мораҙым Байғотлин, Темәстән Ринат Мусин менән Рөстәм Исхоҡов һәм беҙҙең Айнур Иҫәндәүләтов. Ҡулдарына диплом алған лейтенанттар әлеге ваҡытта төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт итә.

Бөгөн лейтенант Айнур Иҫәндәүләтов Калининград өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Ике йыл ғына хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел командирҙы коллективында ла, йәш һалдаттар ҙа ихтирам итә, улар араһында абруй яулап өлгөрә. Лейтенант Иҫәндәүләтовтың фотоһы “Почет аллеяһы”нда тора.

- Бала саҡтан хәрби һөнәр мине үҙенә тартты һәм үҙемде шуға әҙерләнем, - ти Айнур Иҫәндәүләтов. – Тәү сиратта, әлбиттә, сәләмәт тормош алып барыу мотлаҡ. Быға иһә тырышлығыңды ла өҫтәргә кәрәк. Үҙен хәрби хеҙмәткә бәйләргә теләүселәргә теләгем шул – был һөнәрҙе һайлау һәр яҡлап та уйланылған, үлсәнгән һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙы намыҫ менән үтергә әҙер булырға кәрәк. Мин иһә Ватаныма ғәҙел хеҙмәт итергә хәрби ант биргәнмен!

Айнур Иҫәндәүләтовҡа илебеҙ тыныслығы һағындағы еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ!

Лилиә ТАКАЕВА.

Иптәш лейтенант, Иҫәндәүләтов!
Иптәш лейтенант, Иҫәндәүләтов!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: