Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
20 Апрель 2022, 18:00

Тәмле лә, файҙалы ла!

Ҡуҙғалаҡтар ҡалҡып сыҡты, Аллаға шөкөр. Әйҙәгеҙ, унан файҙалы тәмлекәстәр бешерәйек. Тотондоҡ...

Тәмле лә, файҙалы ла!
Тәмле лә, файҙалы ла!

 Ҡуҙғалаҡтан 

3 стакан он, 0,75 стакан һөт, 2 йомортҡа, 5 аш ҡалағы шәкәр, 70 г аҡ май, 7 г әсетке, тоҙ алына. Эслек өсөн 300-400 г ҡуҙғалаҡ, 0,5 стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы крахмал кәрәк булыр.

Йылы һөткә, әсеткене алдан шәкәр менән бутап, күпертеп алып, ҡамыр баҫығыҙ. Уны 1-2 сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Ҡуҙғалаҡты йыуып, һыуын һарҡытып, ваҡ итеп турағыҙ. Унан шәкәр һәм крахмалды һалып бутағыҙ. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп бөйөрөктәр әҙерләгеҙ. Бер йомортҡаны һытып, туҡып, шуның һәр бөйөрөктөң тышын һөртөп сығығыҙ. Духовканы 190 градусҡа ҡыҙҙырып, 20 минут бешерегеҙ.

Аштарыбыҙ – тәмле, йортобоҙ – ҡотло, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: