Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
17 Апрель 2022, 18:00

Ҡара һуғандан бешерәйек!

Яңы баш күтәргән ҡара һуған һәм кәртәлә ҡытҡылдап йөрөп һалған тауыҡтарыбыҙҙың йомортҡаһынан бешерелгән пирожкиларға ни етә?! Әйҙәгеҙ, тотондоҡ!..

Ҡара һуғандан бешерәйек!
Ҡара һуғандан бешерәйек!

500 г он, 250 мл һыу, 20 г шәкәр. 9 г әсетке, 1 бешмәгән һәм 5-6 бешерелгән йомортҡа, 150 г ҡара һуған, тоҙ алына.

Йылы һыуға шәкәр, әсетке, тоҙ һалып болғатып, бер йомортҡа һытып, ике стакан он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ул шыйыҡ та, ныҡ тығыҙ ҙа булмаһын. Эслек өсөн һуған һәм бешкән йомортҡаларҙы турайбыҙ. Тоҙ өҫтәйбеҙ. Әҙерәк укроп йәки петрушка тураһағыҙ, эслек тағы тәмлерәк буласаҡ. Бер сәғәттән бөйөрөктәрҙе эшләп, 10 минутҡа һалып торабыҙ. Унан уларҙы ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.

Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Г. Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: