Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
11 Март 2022, 10:25

Ҡатлы салат серҙәре

Ҡатлы салаттарҙы әҙерләүҙең үҙ серҙәре бар. Әйҙәгеҙ, уларға туҡталайыҡ. 

Ҡатлы салат серҙәре
Ҡатлы салат серҙәре

Ҡатлы салатты һәр кем ярата. Әммә уны әҙерләүҙең ябай ҙа, әммә мөһим дә серҙәре бар.

Беренсенән, ул майонез. Күптәр салаттың һәр ҡаты лысҡылдап торған майонез булырға тейеш тип уйлай. Юҡ. Был һаулыҡ өсөн дә насар, унан майонез салаттың башҡа ингредиенттарының тәмен ала, улар һиҙелмәй. Шуға күрә сама кәрәк.

Икенсенән, эре тоҙ ҡулланыу. Бындай тоҙҙо һәр ҡатҡа һибеү салатты әсе итә, ул йәшелсәнең төҫөн дә сығарып, һутын ағыҙа. Иң яҡшыһы, тоҙҙо һипмәҫкә, ә майонезға ҡушып, болғатып алырға.

Өсөнсөнән, салатта тоҙло кириешки, тоҙло ҡыяр, йә башҡа тоҙло ингредиент ҡулланыла икән, тоҙ өҫтәмәгеҙ. 

Дүртенсенән, йәшелсә, йомортҡа, һуған һ.б бик ваҡ итеп тураһағыҙ, салатығыҙ тәмле булыр. 

Бишенсенән, салаттың өҫтөн өҫтәлгә бирер алдынан ғына биҙәгеҙ. Юғиһә, уның бар матурлығы юғала. 

Аштарыбыҙ тәмле булһын!

Г.Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: