Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
19 Октябрь 2021, 11:00

Тәмле генә ҡыҫтыбый

Ҡамырҙы баҫҡандан һуң бер сәғәттәй йылыла тотһаң, ул еңел йәйелер.

Был рецепт буйынса әҙерләнгән ҡыҫтыбый тәмле генә, йомшаҡ ҡына килеп сыға.

 Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, 1/3 стакан шыйыҡ май, 2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он алына. Ҡамырҙы баҫҡандан һуң бер сәғәттәй йылыла тотһаң, ул еңел йәйелер. Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яғын әйләндереп бешереп алғас, эсенә иҙелгән картуф йәки бешкән тары ярмаһы һалып ҡаплағыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: