Уңған хужабикә
31 Декабря 2020, 21:00

Зәбирә Халиҡова

Зәбирә Халиҡова Ишбирҙе ауылында клуб мөдире булып эшләй. Ул тормош иптәше менән бергә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Әле ейән һәм ейәнсәрен һөйөп туя алмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңған, егәрле ҡатын өйҙә лә, эштә лә өлгөрә, йәмғиәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта ул бик оҫта баҡсасы ла. Күп төрлө хуш еҫле сәскәләре күҙҙең яуын ала. Емерелеп уңған еләк-емештәре, йәшелсәләре лә уңыштары менән һөйөндөрә.

Зәбирә Халиҡова уңған хужабикә лә. Йыл да ул 200-гә яҡын банка-банка салаттар, ҡайнатмалар, компоттар тултырып ултырта. Ул тоҙлаған ҡыяр-помидорҙарҙың тәмлелеген күрһәгеҙ" Әле һеҙ фотола күргән банкалар ул әҙерләгән турамаларҙың бер өлөшөн генә.

Зәбирәгә конкурста уңыштар теләйек!