Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛЫМ ИМСЕЛӘРЕ ЙӘКИ, СЕРЛЕ ИНЕ ЙӘШӘГӘН ЕРҘӘРЕМ

Әнүәр апа мине ҡараны ла, әсәйемә: “Ярай әле ваҡытын үткәрмәй баланы алып килгәнһең”,- тине. Мине өшкөрҙө. Һәм әсәйемә: “Мәғәфүр ағаһы иртәгә таңда өс күкәсте тере көйө алып ҡайтһын. Шул балыҡтарҙы ап-аҡ керамик тәрилкәгә һал. Тәҙрәләреңде шаршауҙар менән яп, ҡояш нуры шул тәрилкәгә генә төшһөн”,-тип ҡушты. “Ә һин, улым, күҙеңде алмайынса, шул балыҡтар үлеп бөткәнсе ҡарап ултыр. Әгәр күҙҙәреңде алһаң, йә йомһаң – һуҡыраяһың!”...

1972 йылдың көҙөндә Муллаҡай ауылынан күсеп китергә тура килгәйне. Шул саҡтарҙан 46 йыл үткән. Ошо ваҡыт эсендә күпте күрергә, кисерергә тура килде. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһәм дә, юғалып ҡалманым. Бөгөн ике улым яҡшы ғына эшләп, ғаиләле йәшәйҙәр. Дүрт ейәнем үҫә. Иҫләгән хәтирәләремде ауылдаштарыма еткәрергә күптән хыяллана инем, ә һуңғы ваҡытта ошо уйҙар бөтөнләй тынғы бирмәй. Шуларҙы һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

Һуҡырайыуҙан ҡотҡарыу

Миңә 5-6 йәш саҡта ике күҙем дә боҙола башланы. Әкренләп әйберҙәрҙе күрмәй башланым, тирә-яҡ томандағы һымаҡ ине. Әсәйем был ҡазаны белгәс, үҙенсә төрлө алымдар ҡулланды. Ауылдағы фелдьшер Түбә врачтарына күрһәтергә кәңәш итте, ул саҡта алтын табыу буйынса бөтә илгә даны таралған ҡасабала тормош гөрләй ине. Тик Түбә аҡ халатлылары районға барырға, ә Баймаҡта тик Өфөлә генә ярҙам итеүҙәре мөмкин тинеләр. Ваҡыт үтеп бара, күҙҙәр насарая. Әсәйем: “Улым, башҡа бер нәмәлә эшләй алмайым, Өфөгә алып барырға аҡсам юҡ. Бар ышаныс Әнүәр апаңда”,-тине.

Әнүәр апа мине ҡараны ла, әсәйемә: “Ярай әле ваҡытын үткәрмәй баланы алып килгәнһең”,- тине. Мине өшкөрҙө. Һәм әсәйемә: “Мәғәфүр ағаһы иртәгә таңда өс күкәсте тере көйө алып ҡайтһын. Шул балыҡтарҙы ап-аҡ керамик тәрилкәгә һал. Тәҙрәләреңде шаршауҙар менән яп, ҡояш нуры шул тәрилкәгә генә төшһөн”,-тип ҡушты. “Ә һин, улым, күҙеңде алмайынса, шул балыҡтар үлеп бөткәнсе ҡарап ултыр. Әгәр күҙҙәреңде алһаң, йә йомһаң – һуҡыраяһың!”. Иртәгеһен мин уянғанда өҫтәлдә 3 литрлыҡ банкала өс күкәс йөҙә ине. Әсәй бөтә эште эшләгән. Ағайҙарҙы, һеңлекәште, атайҙы, күрәһең, ҡайҙалыр ебәргән. Тәҙрәләрҙе ҡаранғылатты. Мине бер тәҙрә эргәһенә ултыртты. Тағы бер тапҡыр иҫкәртте. Үҙе лә сығып китте. Тышта ҡарауыллағандыр инде. Мин тәрилкәләге балыҡтарға баҡтым. Улар һикерә, сағыу ҡояш нурҙары уйнай. Ул хәлде сваркаға ҡарау менән сағыштырып була. Күҙҙәрҙән йәш аға, ҡарауы ауыр, сыҙарлыҡ түгел. Ә ҡарарға кәрәк, ваҡыт туҡталған һымаҡ. Белмәйем, күпме ултырғанмын, йоҡлап киткәнмен. Шул көндән һуң күҙҙәрем йүнәлә башланы.

Йылдар үткәс өс тапҡыр бик ныҡлы хәрби-врач комиссияһын үттем, ә ябайҙары күпме булды. “Күҙҙәреңә нимә булды”- тип һәр саҡ һоранылар. Һәр саҡ ошолай һөйләй инем. 2006 йылға тикле ышанған врачты күрмәнем. “Әкиәт һөйләмә”,-тигәндәре лә булды. Пенсияға сығыр алдынан комиссиялағы бер хәрби врач, полковник ышанды. Икәүләп һәйләшеп ултырҙыҡ. “Хәтәр кешеләр булған икән”,-тине. Ҡәберҙәренә барып баш эйергә кәңәш бирҙе. Әнүәр апаның Дилара тигән ейәнсәре 2014 йылда Сибайҙа осрашҡанда: “Олатайым, ағай, һинең турала һәр саҡ белешә ине, ул юғалып ҡалмаҫ ”- тей торғайны”,- тине. Ә апаһы Мәзүнә менән бер класта уҡыныҡ. Мин ошо тарихты Дилараға былтыр телефон аша, Мәзүнәгә быйыл ғына Үрге Иҙристә класташтар араһында һөйләнем.

Зыярат өҫтөндәге шар

Был хикмәтте минең балалыҡ дуҫ Әхтәр Кәримов иҫбатлай, йә төҙәтә, йә тулыландыра ала.

Көҙ көнө Әхтәр менән күрше Ҡолсора ауылына йәйәүләп киноға киттек. Ара өс ярым километр тирәһе. Ул араны инде ике йыл мәктәпкә уҡырға йөрөп тапаған инек. Ул көндө, балалар өсөн кино булманы, ахыры. Өлкәндәр өсөн булғанына инә алманыҡ, шикелле. Инде ҡараңғы төшкәйне. Һауа болот менән ҡапланған.Ҡабаланмай ғына һөйләшә- һөйләшә кире ҡайтып барабыҙ. Ауылға етергә ярты километр тирәһе ҡалғас Әхтәр минең һул ҡулды үҙенең уң ҡулы менән ныҡ ҡына итеп тотоп алды ла: “Анда ҡара”, – тине. Ул башы менән ишаралаған яҡҡа ҡараным. Әҙерәк аңлатырға кәрәктер. Ҡолсоранан Муллаҡайға килгәндә уң яҡта өс тау бар. Ауылға яҡынының исемен онотҡанмын, икенсеһе Уртатау, арыһы Көн төшмәҫ тип иҫләйем. Ә яҡыныраҡ ауыл зыяраты. Ана шул зыярат өҫтөндә бер ҙур һары шар тора. “Ҡайһылай ҙур ай” – тинем. Әхтәр әйтә: “Йондоҙҙар юҡ бит”. “Был ни хикмәт” һымағыраҡ уй башты яра яҙҙы. Бергәләп тиҙ-тиҙ атлап ауылға ашыҡтыҡ. Йүгермәйбеҙ. Сөнки ишеткәнебеҙ бар ине, ошондай хәлдәрҙә йүгерергә ярамай. Уттың эйәреүе мөмкин. Беҙ барабыҙ, шар беҙгә параллель рәүештә килә. Иҫләүем буйынса талғын ғына ел беҙҙең яҡҡа иҫә. Беҙҙе ауылға тиклем оҙатты шул нәмә.

Мин шыбыр тиргә батып өйгә килеп индем. Һәр ваҡыттағыса әсәй ҡаршы алды: “Нимә булды тағы?” тип һораны. “Зыярат өҫтөндә ут шарҙы күрҙек”. “Ярай, теймәгәс бер нәмә лә булмаҫ”.

Йылдар үткәс ошо хәл булдымы – юҡмы, Әхтәр иҫләй микән тигән уйҙарҙа була ине. Ә Әхтәр менән 42 (!) йыл күрешмәнек. Ул Себерҙә эшләне. Мин ауылға бик һирәк ҡайттым. Һөйләшеп ултырғанда Әхтәр минән һораны: “Мөжәүир, һин теге беҙ күргән шарҙы иҫләйһеңме”. Аҙаҡ Әхтәр был хәл 1970 йылда Колхозсы көнөндә булыуын әйтте.

Ҡолай-аунай йүнәлгән

Һуғыш арҡаһында, мин олатайҙарымды күрмәнем. Бер генә өләсәйем булды, атай яғынан. Күп изгелеген күреп үҫтек. Ул: “Ғүмерең булһын, беҙгә хәйер бирергә онотма, ҡайһы саҡта аят уҡыт...”-тип ҡабатлар ине. 2019 йылда ауылда ҡорбан салырға булдым. Өс ағайымдың берәр улы мине хуплап, Муллаҡайға килергә булды. Икәүһе урыҫ араһында тыуып үҫте, телде белмәйҙәр. Данил исемле ейән дә булды. Ауылда инде туғандар юҡ, Таһир класташ, ҡатыны Гүзәл менән ныҡ ярҙам итте, ҙур рәхмәтлемен. Аҙаҡ ҡустыларға ауылды күрһәттем, зыяратта булдыҡ. Алда яҙған хәлдәрҙе һөйләнем. Ҡустылар өсәүләп, ҡыуанышып ҡайтып китте, икенсе тапҡыр үҙебеҙ килергә тырышырбыҙ тип. Ауылға минең турала ишетеп класташтар Мәзүнә һәм Зөлфиә килгәндәр ине. Мәзүнә үҙе үҫкән, олатаһы Әнүәр апа йәшәгән өйгә беҙҙе алып барҙы. Ҡайһы бер класташтарҙы барып күрҙек. Шулай итеп Үрге Иҙристәге Әхмәт Баязитовҡа барып еттек. Бик яҡшылап ҡаршы алды. Ҡатыны, балалары йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Һөйләшеп ултырабыҙ, бала саҡты һәр төрлө ваҡиғаларҙы иҫләйбеҙ. Бына Әхмәт үҙ мажараһын һөйләй башланы.

Бер йылды декабрь башында, кесе аҙна көнө шикелле, кис Әхмәтте үгеҙ һуйырға саҡырғандар. Колхоз ваҡыты. Әйткәйнем ти, иртәгә һуяйыҡ тип. Өгөтләгәндәр. Инде эште бөткәс, бер аяҡты күтәреп һалайым тигәндә, әллә нимә булды. Билемде тарттырҙым тип уйланым, һикегә ултырҙым. Ҡараһам аяҡтарым шешә башланы. Саҡ-саҡ өйгә ҡайтып еттем. Иртәгеһен, тағы ла нығыраҡ шешенгәс, Баймаҡ дауаханаһына алып барҙылар. Ике аҙна тирәһе яттым, укол һалалар, файҙа юҡ. Инде атлап та булмай. Минең бәхеткә бер оло кешене хирургия бүлегенә һалдылар. Шул кеше менән һөйләшкән инем, ул миңә: “Һиңә тиҙерәк Муллаҡай ауылындағы Зәйтүнә апайға күренергә кәрәк”,-тине. Ауылға шылтыраттым, иртәгеһен дуҫ машина менән килеп алып ҡайтты. Икенсе көн санаға ат егеп, Әхмәтте толопҡа урап Муллаҡайға алып киткән. Барып етһәк, Зәйтүнә апай тышта көтөп тора. “Нишләп килеп етә алмайҙар икән тип тышҡа сыҡҡайным”,-ти икән үҙе. Әхмәтте индергәндәр. “Килен, һин алғы бүлмәлә көтөп тор, ярты сәғәт тирәһе”, – тип Әхмәтте төпкө өйҙә ҡалдырған. Ярты сәғәт үткәс, ишекте асып: “Алып ҡайт иптәшеңде”,-тип Миңһылыуҙы индергән. Әхмәткә: “Тор!”-тип әйткән. Әхмәт нисек торайым тип ҡурҡып ултырам ти. Зәйтүнә апай уның таянып килгән тяғын алған да: “Тор, атыу һуғам!” тип киҙәнгән. Әхмәт һикереп торғанымды үҙем дә аңламай ҡалдым, ти. Анан әҙерәк атлап ҡараным, шыбыр тиргә баттым, ти. “Хәҙер санағыҙға ултыраһығыҙ ҙа, ҡайтаһығыҙ, тик Ҡолсораға еткәнсе артығыҙға әйләнеп ҡарамағыҙ! Ҡолауығыҙ мөмкин, тик артҡа боролмағыҙ! Әхмәт, инде башҡа ауырымаҫһың”,-тип оҙатҡан Зәйтүнә апай.

Муллаҡай менән Ҡолсора араһы тигеҙ тип әйтергә була. Муллаҡайҙы сығып барғанда тигеҙ ерҙә сана ҡайырылды, ҡоланыҡ. Бер беребеҙгә ҡысҡырабыҙ; “артҡа ҡарама!” тип. “Ҡолсораға барып еткәнсе шулай өс тапҡыр аунаныҡ”,-тип һәйләнеләр. Һуңғы тапҡыр Ҡолсора алдынан ғына.

Ауылым имселәре

Ауылда ноҡот, кәрт һалған, ҡот ҡойған, күҙ эргәһенә сыҡҡан арпаны “әйтеп” (өшкөрөп) бөтөрөүселәр, хатта “күҙҙәре тейә” торған кешеләр һәм унан ҡотҡарыусылар булды. Күҙ кешегә генә түгел – малға ла тейә ине. Ҡайһы кешеләрҙең ҡарғышы төшә тип ҡурҡыталар ине. Мәҫәлән, әсәй “өләсәйегеҙҙе рәнйетмәгеҙ, ҡарғышы ҡаты төшөр” тип һәр саҡ әйтте, йә “ана шул кеше өләсәйеңде рәнйеткәйне, күрәһегеҙме, хәҙер нимә булды”. Сәбәбен онотҡанмын, бер саҡ өләсәй Мәғәфүр ағайға булһа кәрәк ныҡ асыуланған ине. Ә үҙе: “Ҡарғамайым, үҙ балам”,- тип бер нисә тапҡыр әйткәнен ишеткәнем булды.

Икенсе яҡтан, ҡайһы бер ҡатындар бала табыр алдынан өләсәйҙе көтөргә саҡыра торғандар ине. Шул сабыйҙар имен тыуҙылар. Беҙҙең урамдағы Ниғәмәт ағайҙың ҡатыны (еңгәйҙең исемен онотҡанмын) бала табыр алдынан өләсәйҙе көтөргә саҡыралар ине, ул һәр береһенә кендек инәһе булды (беҙ бит ауыл өйөндә тыуған кешеләр). Риф тигән, инде ир еткән малайҙары миңә Баймаҡ һабантуйында осрашҡанда: “Хәнифә өләсәйҙе атай-әсәй һәр саҡ иҫкә алды, беҙгә һөйләнеләр, беләбеҙ” - тип үҙе әйтте. Өләсәйҙе Новотроицкиҙә лә белделәр, хатта урыҫ балаларын йүнәлтеп, уларҙы аптыратҡан саҡтары бар ине.

Ауылда бер ағай булды. Әгәр ул килә ятһа, бигерәк тә себештәрҙе йәшерергә, үҙебеҙ ҙә ҡасырға тырыша инек. Әгәр себештәргә һоҡланып ҡараһа – ҡырылып бөтәләр. Һыйырға ҡараһа – һөтө бөтә. Тағы бер апайҙан “күҙе ҡаты” тип йәшенә инек.

Ноҡот һалып берәй кешенең ҡасан килерен, юғалған малды ҡайҙа эҙләргә икәнен әйтәләр ине. Динә һеңлем бер саҡ ауырып киткәс, Зәйтүнә апай ҡот ҡойоп сәбәбен әйтте һәм ҡара тауыҡты йөрәгенә ултыртып ауырыуын алдырҙы. Был яҙғандар минең хәтерҙәгеләр, ә мин белмәгәндәр күпме... “Иҫләһәң иҫ китерлек...” – тигән һүҙҙәр ошонда урынлы булыр.

Аңлатырлыҡ түгел

Бәләкәй саҡта уҡ йә әсәй, йә өләсәй: “Клубта йоҡлап ҡалып ҡуймағыҙ, Рәфҡәт ағайығыҙ һымаҡ”,- тип әйтәләр ине. Рәфҡәт ағай - атайҙың бер туған ҡустыһы, ун өс йәшкә бәләкәй. Кескәй сағында төндә ҡайтып, ҡысҡырып илап ағаһына йәбешкән: “Һин нишләп мине клубта яңғыҙ ҡалдырҙың!”-тип. Аҙаҡ аңлатҡан. Төндә уянһа, клубта ултырғыста йоҡлап ята икән, бер үҙе. Ҡараңғыла ишекте һуҡҡан, типкән – асылмай. Илай башлаған. Шунда аҡ һаҡаллы бер ҡарт килеп сығып: “Улым, ҡурҡма, артыңа ҡарамай өйөңә йүгер”,- тип сығарып ебәргән. Йылдар үтте, ә шул һүҙҙәр иҫтә ҡалды.

Рәфҡәт ағай Новотрицкиҙә йәшәне, ҡатыны Ҡолсора ҡыҙы Рәйсә булды. Мин йыл һайын тигәндәй килә торғайным. Уҡыу саҡтарында ла, студент йылдарыда ла. Ағай ОХМК-ла яҡшы эшләне, күп наградалары, ордены булды, коммунист. Пенсияға сығыр алдынан мартен цехында начальник булып эшләне. Бик таҙа кәүҙәле ине. Бер саҡ ағайҙан шул хәл булдымы тип һораным. Ә ул миңә ошолай яуап бирҙе. “Иң ҡыҙығы, ҡустым, шул, мин иртәгеһен барып клубтың ишеген ҡараным. Ә унда йоҙаҡ эленеп тора ине...

Аҙаҡ клубты яңынан мәсет итеп эшләгәндә (ә клуб тәүҙә мәсет була) манара башы, уның айын һәм балаҫтар бүләк иткән. Колхозға ла ярҙам иткән, кирбес ташығанда шоферҙар уларҙа туҡтаған. Ошоларҙы ауыл егеттәре миңә бер-нисә тапҡыр һөйләне. “Күп башҡорт балаларын Өфөгә төрлө сараларға алып бара торғайны”,- тип иҫләйҙәр Новотроицк ҡалаһы башҡорттары. Уларҙы алып барыр өсөн комбинаттан бушлай автобус биреүҙәренә ирешкән.

Ә яңыраҡ телефон аша Мәзүнәгә ошо турала һөйләгәйнем, ул һис ғәжәпләнмәй миңә: “Һин беҙҙең класташ Уразгилдин Сабирҙың, йә Хисаметдинов Сәйфитдин тигән ағайҙың ошо һымаҡ хәлгә ҡалғандарын ишетмәнеңме ни”- тип яуапланы.

Бер саҡ өләсәйҙең ғәрәп телендәге китабының биттәре айырылып, буталып бөткән. Рәфҡәт ағай икенсе китаптар буйынса ғәрәп хәрефтәрен, һандарын өйрәнеп китапты рәтләгән. Бәлки, Ҡөрьән булғандыр. Инде алтмышты үтһәм дә, төрлө мажараларҙы күрһәм дә, ишетһәм дә, Муллаҡай ауылында үҙенсәлеклерәк кешеләр йәшәгәненә шигем юҡ.

Хәҙер тағы бер ғәжәп хәл. Бәлки, дүртенсе класта уҡығанмындыр, кис кинонан һуң өйгә ҡайтып барам. Шул саҡ беҙҙең түбәнге урамдан Рәис Дәүләтов: “Сәләм, Мөжәүир!” тип елкәмә һуғып үтеп китте. Мин дә сәләм биреп өйгә ҡайттым. Ҡыш мәле ине, бәлки, февраль айылыр. Иртәгеһен йоҡонан торғас баш ауырый, ҡоҫам, ауыҙға аш бармай. Әсәйем һорашты, мин һөйләнем. Беҙҙең әсәйҙәр ныҡ аҡыллы булған. Уны ла ошо йәшкә еткәс кенә аңлайһың шул.

Беҙҙең урамдың үрге осонда Гөльямал исемле апай йәшәй ине. Әсәй шул апайҙы алып килгән. Ул үҙенсә белешкәс, кеҫәһенән аҡ еп алып минең башты тәүҙә ҡолаҡ аша яңаҡ буйлап үлсәне, күмер менән ептә тамға яһаны. Анан маңлай ҡолаҡтар аша үлсәне һәм епкә тамға һалды. Ике епте бергә һалды ла “улыңдың мейеһе шылған” тип һығымта яһаны. Тимәк, мейене урынына ултыртырға кәрәк. Бер яулыҡты алып минең башты ураны ла, йоҙроғо менән баш менән яулыҡ араһына һуҡты. Тағы ла үлсәне. Шулай итеп өсөнсө алымдан һүң ептәр тигеҙләште. Минең башты яулыҡ менән ныҡ тарттырып бәйләне лә: “3 көн башың менән киҫкен хәрәкәт яһама!” тип иҫкәртте. Баш ауырыуы шунда үҡ бөттө, күңел болғаныуы ла, ашай башланым. Йүнәлдем.

Рәис бәләкәй саҡтан көслө ине, аҙаҡ көрәштә һабантуйҙарында күп тапҡыр еңеусе булды. Бер урамда йәшәнек. Атаһы, беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, “Георгий” орденының тулы кавалеры. Беҙҙе строевой шаг менән йөрөгә өйрәтә торғайны.

Үксәне ултыртыу

Көҙ картуф алабыҙ. Мин алтынсы класта уҡый инем, ахыры. Аңғармаҫтан бер тулы биҙрәне уң аяҡтың үксәһенә төшөрҙәм. Аяҡ ныҡ ауыртты. Шаңҡығандыр, бөтөр әле тип эшләп маташтым. Юҡ, ауыртыу көсәйә генә. Иртәгеһен әсәй Бикал (Бибикамал – яңылышмаһам, тулы исеме) тигән инәйгә ебәрҙе. Аҫҡай - аҫҡай киттем, ней эшләйһең. Бикал инәй ҙә беҙҙең урамда тора ине, алыҫ түгел. Һаулыҡ һорашып керҙем. Минең бәләне күреп тора. Урындыҡҡа ултыртты ла, ауыртҡан ерҙе кәрәсин менән ыуа башланы. Үҙе әллә нимәләр һөйләй, минең иғтибарҙы юғалта. Аҙаҡ “улым, анда нимә бар?” тип тәҙрәгә ымланы. Мин башты бороп ҡараған саҡта ҡапыл аяҡты тартты. Ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙем. “Булды, улым, өс көн аяғыңды ҡарап йөрө, атыу ғүмер буйы ыҙаларһың” – тип оҙатты.

Мин аҙаҡ, студент йылдарында, футбол уйнағанда Телеусов Александр тигән курсташтың ҡулбашын һәр саҡ урынына ултырта торған инем. Уйнайбыҙ, уйын ваҡытында, ҡапыл ҡулын һелтәһә, уң яурыны ҡанаты ҡайрылған ҡош һымаҡ борола, беҙҙеңсә – “ҡулы сыға”. Аҙаҡтары мине үҙе ҡысҡырып саҡыра ине:“Тиҙерәк урынына ҡуй!”. Һәм артабан бергә уйынды дауам итәбеҙ.

Ауылыбыҙ тормошо күңелле лә, серле лә, ғәжәйеп тә булды. Ул ваҡытта халыҡ берҙәм, дуҫ, татыу, ярҙамсыл ине. Ауылдаштарымдың юлын балалары лайыҡлы дауам итеүе ҡыуандыра.

Мөжәүир Буранбаев, отставкалағы подполковник.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в