Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

25 февраль- Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ Башҡортостаным Флагы Тора өс төрлө төҫтән: Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға Ҡурай сәскәһе төшкән. Зәңгәр төҫө - ул халҡымдың Уй-ниәте сафлығы, Аҡ төҫ - ул именлек төҫө, Хеҙмәттәшлек, паҡлығы. Ә йәшеле - ул азатлыҡ, Мәңгелек йәшәү төҫө. Суверенлы илдә генә Халҡым булмышы, көсө. Ҡурай сәскәһе ете таж, Нигеҙе - ете ырыу; Бар милләттәр менән бергә Бәхетле тормош ҡороу. (Ф. Ғөбәйҙуллина)

Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ – азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы.Бынан 29 йыл элек, 1992 йылда Башҡортостан "Республика" тип рәсми аталғас, дәүләт символдары - рәсми атрибуттар ихтыяжы тыуа. Ошоға бәйле, конкурс иғлан ителә. Унда рәссамдар - Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына.
Флаг 3 төҫтән тора, йәшел - азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ - тыныслыҡ һөйөүсәнлекте, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк - асыҡлыҡты, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында 7 тажлы ҡурай сәскәһе, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы 7 ырыуҙы символлаштыра.
БАЙРАҒЫБЫҘ
Йәм-йәшел иген баҫыуы,
Муйыл, сейә - шау сәскә.
Зәңгәр күк. Ҡурай тажындай
Ҡояш нурҙарын сәсә.
Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр -
Нәҡ беҙҙең байраҡ төҫө.
Яҙғы көндәй матур байраҡ -
Яратам шуның өсөн!
(Г.Ситдиҡова)

БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ
Башҡортостан флагында
Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.
Зәңгәр күктә талпына ул,
Аҫыл ҡош ҡанатылай.
Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.
Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.
Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”
(Ә.Әсәҙуллина)

АНТ ИТӘБЕҘ
Байрағыңдың зәңгәр төҫө –
Яҡты уйҙар сафлығы.
Аҡ төҫөңдә – именлегең,
Йәшел – йәшәү шатлығы.
Байрам итәбеҙ бергәләп,
Башҡортостан, байрамың.
Тоғролоҡҡа ант итәбеҙ,
Ҡулға тотоп байрағың.
(Ә. Әфтәх)

ЯҺАНЫМ МАТУР ФЛАГ
Байрам бөгөн, байрам бөгөн -
Республикамдың көнө.
Флаг яһаным байрамға,
Миңә шундай күңелле!
Флагымда зәңгәр төҫ бар,
Ә уртаһы – ап-аҡтан,
Йәшел төҫ тә балҡып тора -
Өс төҫтө лә яратам.
“Флагыңда изге төҫтәр,” –
Тип ҡыуана атайым,
Ап-аҡ буйҙың уртаһына
Мин ҡурай ҙа яһайым.
Яһайым да мәктәбемә
Тантанаға барамын.
Көтөп алдыҡ
Ватанымдың
Иң-иң бөйөк байрамын!
(Ф.Туғыҙбаева)
Читайте нас в