Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең заман геройҙары

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәләре йыл һайын үҙенсәлекле үтә. Депутаттарға, власть органдарына, барлыҡ республика халҡына арналған был сараға заманыбыҙ геройҙары ла саҡырыла.Быйыл да был матур традиция дауам ителде. Килгәндәр араһында дәүер геройҙары байтаҡ ине.

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәләре йыл һайын үҙенсәлекле үтә. Депутаттарға, власть органдарына, барлыҡ республика халҡына арналған был сараға заманыбыҙ геройҙары ла саҡырыла.
Быйыл да был матур традиция дауам ителде. Килгәндәр араһында дәүер геройҙары байтаҡ ине.
Ғөмүмән, 2020 йыл замандың ысын геройҙарын күрһәткән йыл булды. Бик күптәр юғары профессионализм һәм бер-береңә ярҙам итеү өлгөләре күрһәтте. Шулай уҡ республикабыҙҙа ирекмәндәр хәрәкәте көсәйҙе, бик күптәр мохтаждарға ихлас ярҙам итте. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә планета күләмендә геройҙарға әүерелде. Пандемия осоронда, "ҡыҙыл зона" шарттарында улар ныҡлыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте.
– Ошондай белгестәр араһында республиканың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Алексей Пушкарев та бар. Апрелдә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ауыр хәл барлыҡҡа килгәс, ул бүлексә мөдире булараҡ, коронавирус менән сирләгән пациенттарға тәүлек әйләнәһенә ярҙам күрһәтте. Вахта буйынса эшләне. Үҙе лә был мәкерле сир менән ауырыны, тик һауығыу менән кире эшкә сыҡты. Рәхмәт, һеҙгә Алексей Михайлович, ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм кешеләрҙең һаулығы өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәтнамәне залда тыңлағандар шулай уҡ ирекмәндәргә лә дәррәү ҡул сабып рәхмәтен белдерҙе. Башҡортостан Башлығы ирекмән, студент ҡыҙ Кристина Спиридоноваға рәхмәт әйтте. Ул Ситуация үҙәгендә граждандарға шылтыратыу бүлексәһе етәксеһе булды, ирекмәндәр эшен координацияланы. Бынан тыш Кристина - фристайл буйынса халыҡ-ара класындағы спорт мастеры, Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.
Шулай уҡ төбәк Башлығы педагогтар, вуз һәм колледждар уҡытыусылары менән ғорурланыуын белдерҙе. Улар ҙа табиптар кеүек көрәштең алғы һыҙығында булды. Балаларҙы уҡытыу өсөн бар тырышлығын һалды. Бында ул өлгө тип Өфөнөң 39-сы гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәйфуллинаны атаны. Ул тиҙ арала уҡытыу процесын онлайн-тәртипкә күсерә алды һәм эшен лайыҡлы алып барҙы.
Ихлас рәхмәт һүҙҙәре төҙөүселәргә лә әйтелде. Улар илдә тәүгеләрҙән булып, Өфө һәм Стәрлетамаҡта ҡыҫҡа ваҡытта сифатлы итеп заманса йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрен төҙөнө.
– Мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәт. Беҙ бит театр, концерт, кино, әҙәбиәтһеҙ йәшәй алмайбыҙ. Һәм беҙҙең артистар, рәссамдар, яҙыусылар, музей хеҙмәткәрҙәре бик күп онлайн-ресурстарҙы эшкә ҡушты, интернет акциялар, оҫталыҡ дәрестәре, виртуаль экскурсиялар һәм концерт программалары ойошторҙо, – тине ул.
Эйе, ауыр осорҙа бер кем дә ситтә ҡалманы, ҡулынан килгәнсә эшен башҡарҙы, онлайн алымға өйрәнеп, эшмәкәрлеген дауам итте. Тап ошо ысын геройлыҡ түгелме ни?
Фото: скриншот.
"Башҡортостан" гәзитенән.