Бөтә яңылыҡтар

"Бай" ҡорото иң яҡшыһы!

Үрге Яйыҡбайҙың "Бай" кооперативы l Дәрәжәле Дипломға һәм алтын миҙалға лайыҡ булды! #национальныепроект

Был көндәр ҡыуаныстарға бай булды һәм гел шулай булһын! Әле Өфөлә өс көн буйына барған халыҡ ара "Агрокомплекс" күргәҙмә фестивале тамамланды. Сит илдәрҙән һәм күрше тирә региондарҙан 350-ләп компания ҡатнашҡан (үҙебеҙҙекеләрҙе иҫәпләмәгәндә). Ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәрҙән алып, ауыл хужалығы тауарҙары, ризыҡ етештереүселәр үҙ тауарҙарынан бай күргәҙмә ойошторған. Һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында Баймаҡ районының "БАЙ" кооперативының Үрге Яйыҡбай һөт эшкәртеү цехында етештерелгән һигеҙ төрлө ҡорот тәҡдим итеп, l-се Дрәжәле Диплом һәм алтын миҙалға лайыҡ булды!
Афарин "Бай"ҙар! Ҙур еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ысынында ла, Баймаҡ намыҫын яҡлаған кооператив хеҙмәткәрҙәренең эше маҡтауға лайыҡ!
Читайте нас: