Бөтә яңылыҡтар

Гөлзифа Абзалова (Кинйәбулатова).

Абзалова (Кинйәбулатова) Гөлзифа Урал ҡыҙы Өфө ҡалаһында йәшәй.

Тыуған илем – Башҡортостан!



Башҡортостаным – минең тыуған ерем,

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.

Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә

Йәшәү минең барлыҡ теләгем.


Башҡортостан! Бер быуатлыҡ тарихҡа эйә булған бөйөк ил һин. Ошо дәүер эсендә ниҙәр генә күреп, ниҙәр кисермәнең икән, илем?! Күпме тарих һаҡлана үҙеңдә...


Башҡортостаным, һинең гүзәллеккә һоҡланмаған кеше бармы икән? Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер һин, Ватаным. Ана, һинең көмөш билдегең булып, аҡ Ағиҙелкәй аға. Уға килеп Ҡариҙел, Ашҡаҙар, Дим, Нөгөш ҡушыла.


Һәр бер йылға тарих булып аға,

Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап.

Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта

Уҡтай сая һаман тулҡындар.

(Й. Ильясова.)


Көмөш тәңкә кеүек түңәрәк күлдәрең генә ни тора, Башҡортостан! Эпостарҙа тасуирланған Асылыкүл, йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа данланған Талҡаҫ, Ҡандракүл. Ә күпме балыҡ йәшәй һинең саф һыуҙарыңда?! Урал, Ямантау, Ирәмәл, Янғантау, Ирәндек... Ғорур тауҙарың ҡурҡыу белмәҫ һаҡсыларың булып ел-дауылдан һаҡлап, ҡурсалап тора.


Тыуған ерем – гөллө Башҡортостан

Һиндә генә шундай матурлыҡ!

Ғорур тауҙарыңдың таштары ла

Мендәр итеп һалып ятырлыҡ.

(Д. Булгакова)


Йырып сыҡҡыһыҙ ҡуйы урмандарың, сикһеҙ далаларың, мәмерйәләрең менән бай һин, тыуған ерем.


Башҡортостан, тәбиғәтең менән генә түгел, нефть, күмер, алтын, көмөш һәм башҡа төрлө файҙалы ҡаҙылмаларың менән дә тирә-яҡта дан тотаһың. Ҡурай, ҡумыҙ, башҡорт балы, ҡымыҙ менән бөтә донъяға билдәле һин.


Башҡорт, татар, урыҫ, марый, сыуаш һәм башҡа милләт халҡын бергә туплаған күп милләтле тыуған ерем. Бындай гүзәл илдә дуҫ йәшәмәү яҙыҡ булыр ине.


Бөйөк ил һин, Башҡортостан! Һиндә тыуып-үҫеүем, йәшәүем менән бәхетлемен. Республикам, ғәзиз бишегем һин. Киләсәктә лә бөгөнгөләй гүзәл, бай, бөйөк, ғорур ил булһаң ине. Быуаттар үтһә лә саф һыулы йылға-күлдәрең, сылтырап аҡҡан шишмәләрең, хозур тауҙарың, текә ҡаяларың, шаулап торған урмандарың, шау сәскәгә күмелгән яландарың ҡалһын ине.


Күп милләтле халҡым, Башҡортостандың яҡты киләсәге беҙҙең ҡулда. Бер япраҡ саҡлы ғына илебеҙҙе бергәләп яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ.

Гөлзифа Абзалова (Кинйәбулатова).

Читайте нас: