Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
7 Июль , 11:00

Яңы реформаға – яңы машиналар!

-

Рәсәйҙә “Ҡый-һай” реформаһы индерелеүгә ике йыл ваҡыт та үтте. Тәүге ауырлыҡтар онотола бара. Ләкин ул тирә-яҡты баҫып барған сүп-сарҙан, рөхсәт ителмәгән ҡыйлыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итте. Бында урындағы халыҡтың экологик өмәләргә ихлас ҡушылыуын әйтеп китергә кәрәк. Һәр төбәктә улар йылдар буйы йыйылып килгән ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөргә өлгәште. Улай ғына ла түгел. Йылға, шишмә буйҙары, урмандар ҙа еңел тын алып ҡалды.

Ә инде сүп-сарҙы беҙҙең төбәктә “ЭКО-СИТИ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт йыйыу менән шөғөлләнә. Предприятиеның Баймаҡтағы базаһы ҡаланы һәм 92 ауылын хеҙмәтләндерә. Матди-техник базаның тулы булмауы сәбәпле, уларға көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә ине. Бер ай эсендә 10 техника туҡтауһыҙ юлда булды. Әле килеп был проблема хәл ителде. Бөгөн уларҙың базаһын тағы ла өряңы 7 берәмек техника менән тулыланды. Асҡыстарҙы “Альянс-групп” ЯСЙ-һы директоры Павел Савчишкин тапшырҙы. Тантанала Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев менән “ЭКО-СИТИ” ЯСЙ-һының төбәк операторы вәкиле Артур Дәүләтшин ҡатнашты.

- Был машиналар хеҙмәтләндереү сифатын тағы ла яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, тип уйлайым, - тине Артур Дәүләтшин. - Улар беҙҙең илдә етештерелгән, санитар нормаларға яуап бирә.

Яңы машиналар “Ҡый-һай” реформаһын эшләтеп китеүгә булышлыҡ итәсәк.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Яңы реформаға – яңы машиналар!
Автор:Лилия Такаева