Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
28 Ғинуар 2021, 16:28

ПЛАСТИК ҠАЛДЫҠТАРҒА УРЫН ҠАЛМАҺЫН

Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы эскиз өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.#нацпроект

Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы эскиз өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ул “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. «Пластик.NET» тип аталған был проект йәш быуынды тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлыраҡ, миһырбанлыраҡ итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Акцияны Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары башлап ебәргән. Көнкүрештәге пластик ҡалдыҡтарҙан арт-объект эскиздары 17 февралгә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашырға теләүсе маҡсатлы йәштәр [email protected]. электрон почтаһына ғариза ебәрә ала.
Читайте нас в