Урал Искәндәров, БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры:
- Талҡаҫ – тәбиғәт паркы буласаҡ. Ниһайәт, маҡсатлы алып барылған фәнни-эҙләнеү, тикшереү эштәре тамамланды. Әлеге көндә Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо тәңгәлдә ҡабул ителәсәк ҡарар проекты әҙерләнә. Артабан уны Рәсәй Экология министрлығына ебәрәсәкбеҙ.
Һүҙ юҡ, Талҡаҫ күле күптән иғтибар талап итә ине. Бына уҙған йәй ҙә асыҡ күрһәтте. Был төбәктә айырыуса туристар күпләп ял итергә ярата. Бигерәк тә уҙған йәй – пандемия осоронда уларҙың һаны ҡырҡа артты. Шунлыҡтан Талҡаҫты һаҡлау айырыуса талап ителә ине. Урында хәҙер инфраструктураны яҡшыртыу буйынса эштәр алып барыу ҡарала.
Динар Хисмәтуллин, район хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары:
- Талҡаҫ күлен һәм уға яҡын биләмәне айырым һаҡлау зонаһы, тип билдәләү беҙҙең күптәнге хыял. Әлеге ваҡытта ошо тәңгәлдә ыңғай һөҙөмтәләр күренә. Бөгөн кәрәкле документтар РФ Экология министрлығына ебәрелде.
Талҡаҫ күленә яңы статус нимә бирәсәк? Бында һәр кемгә яуаплылыҡ өҫтәлә: халыҡҡа ла, туристарға ла, уның биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға ла. Бынан тыш башҡа төрлө сикләүҙәр ҙә индереләсәк. Мәҫәлән, күлдә моторлы кәмәлә йөрөү, ау менән балыҡ тотоу тыйыласаҡ һ.б.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.