Һаҡмар
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
13 Февраль 2019, 16:26

“Ҡый” реформаһы ғәмәлгә инә

“Ҡый” реформаһы тирәләй бәхәс тынмай. Кешеләр көнкүрештә, ихатала йыйылған ҡыйҙы тапшырыуҙан түгел, ә был төр коммуналь хеҙмәт өсөн тарифтың юғары булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Көнкүрешебеҙгә яңылыҡ индергән “Ҡый” реформаһы тормошҡа нисек ашырыла? Бөгөн районда ниндәй әҙерлек эштәре алып барыла? Ҡый өсөн күпме түләйәсәкбеҙ?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн беҙ “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Динар Хәлитов, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ярҡынбаев, “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һының матбуғат секретары Альбина Ҡасимханова, БР-ҙың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль бүлеге баш белгесе Ғәлим Сәфиуллин, Сибай ауыл биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина ҡатнаша.
Хәбәрсе: Баймаҡ ҡалаһында ҡыйҙы йыйып алыу нисек ойошторола?
Салауат Ярҡынбаев: Баймаҡ ҡалаһында, Көньяҡ микрорайоны менән бергә, 196 урам иҫәпләнә. Ҡала 6 микрорайонға бүленгән. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡыйҙы быға ҡәҙәр һалынған тәртип буйынса тапшырасаҡ. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙән уларҙы тоҡтарҙа йыйып алыу ойошторола. 2019 йылдың 1 ғинуарынан дөйөм ҡыйлыҡ ябыла. Билдәләнгән бер майҙанды “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һы ҡуртымға аласаҡ. Унда ҡыйҙарҙы сортировкалау һәм утилләштереү полигонына ебәреү өсөн ваҡытлыса әҙерлек пункты эшләйәсәк.
Хәбәрсе: Әгәр ҙә машина килгән саҡта беҙ эштә булып ҡалһаҡ?
Альбина Ҡасимханова: Билдәләнгән график буйынса машина урамдар буйлап йөрөп йыйып аласаҡ. Әгәр ҙә һеҙ был ваҡытта өйҙә юҡ икәнһегеҙ, машина водителе уларҙы алып, машинаға ташлаясаҡ.
Хәбәрсе: Ҙур ҡалдыҡтар, мәҫәлән, мебель, төҙөлөш ҡалдыҡтарын тапшырыу өсөн өҫтәмә түләү кәрәкме? Уларҙы ташлау өсөн айырым машина саҡыртырға кәрәк буласаҡмы?
Альбина Ҡасимханова: Һеҙ атап киткән ҙур ҡыйҙар көнкүреш ҡалдыҡтары исемлегенә инә. Муниципаль берәмектәр уларҙы бер урынға өйөү өсөн урын билдәләргә тейеш. Өйҙән мебель, йәки төҙөлөш ҡалдыҡтары кеүек ҙур күләмдәге ҡыйҙарҙы ташларға теләүселәр үҙҙәре муниципаль берәмек күрһәткән урынға алып барып ҡалдыра. Региональ оператор машинаһы уларҙы барып, йыйып ала.
Хәбәрсе: Шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙән ҡыйҙар тоҡтарҙа ҡабул ителә. Ә тоҡтарҙы ҡайҙан алырға? Уларҙы региональ оператор бирәме?
Альбина Ҡасимханова: Юҡ, бындай хеҙмәт ҡаралмаған. Тоҡтарҙы, полиэтилен тоҡтарҙы һәр кем үҙе ала. Шулай уҡ биҙрәләргә йыйып барып та машина килгәс, контейнерға ташларға мөмкин.
Хәбәрсе: Ҡағыҙ, йәшник, быяла, пластик һауыттарҙы Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында эшләп килгән ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкинме?
Салауат Ярҡынбаев: Әлбиттә. Улай отошлораҡ та. Халыҡ ҡалдыҡтарҙы тапшырып, бер аҙ аҡса эшләп, ҡый өсөн түләй аласаҡ. Терегөмөшлө ҡалдыҡтар өсөн “УКЖФБ” ЯСЙ-һы ҡарамағында булған ҡалала 6 урында экобокс ҡуйылған. Батарейкалар, лампалар, терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы унда ҡалдырырға мөмкин.
Альбина Ҡасимханова: “Ҡый” реформаһының маҡсаты тап шунда ла инде. Йыйылған ҡалдыҡтарҙан икенсе сеймалдарҙы айырып, ҡабаттан эшкәртеүгә ебәреү. “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һы киләсәктә тап ошо йүнәлеш буйынса эшләй башлаясаҡ.
Хәбәрсе: Ә шулай ҙа һәр кемде борсоған һорау: ҡый өсөн күпме түләргә тейешбеҙ? Былай ҙа торлаҡ-коммуналь буйынса бурыстар ҙур. Хәҙер уға яңы хеҙмәт өсөн түләү өҫтәлә. Бурыстар тағы ла артмаҫмы?
Альбина Ҡасимханова: Тарифты БР-ҙың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡабул итә. Ләкин ул әлегә раҫланмаған. Тариф бер кешегә ҡарата норматив буйынса билдәләнә. Аныҡлап үткем килә, ни тиклем машина ҡый йыйыу өсөн күберәк бара, түләү ҙә шул ҡәҙәр ҙурыраҡ буласаҡ. Динар Хәлитов: Өҫтәп китергә кәрәк, быға ҡәҙәр ҡыйҙы сығарған өсөн халыҡ түләмәне. Әйтәйек, Бөрйәнйылға, Крепостной Йылайыр, Ишей кеүек төпкөлдә ятҡан ауылдарға машина айына бер-ике тапҡыр барырға мөмкин.
Хәбәрсе: Билдәләнгән тарифтың киләсәктә артыуы мөмкинме?
Динар Хәлитов: Бик мөмкин. Ләкин ул ҙур булмаҫҡа тейеш. Ә инде киләһе йылдарҙа инфляция кимәленә ҡарап ул тотороҡланырға тейеш. Ҡый өсөн тарифтың артып китмәүен Хөкүмәт даими контролдә тотасаҡ. Беҙҙең республиала был төр коммуналь хеҙмәт өсөн субсидия юллап буласаҡ. Уны аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр аласаҡ.
Хәбәрсе: Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа тарифтар ҡала халҡы һәм ауылда йәшәүселәр өсөн тип күрһәтелә...
Альбина Ҡасимханова: Норматив күп ҡатлы йорттарҙа һәм үҙ йортонда йәшәүселәр өсөн билдәләнә. Бында ҡала, ауыл халҡы тип ҡаралмай.
Хәбәрсе: Яңы тыуған сабыйҙарға ла ололар нормативы билдәләнә. Уларға ташлама яһалмаймы?
Альбина Ҡасимханова: Юҡ. Уйлап ҡараһаң, тап шул бәләкәй граждандарҙан күберәк сүп-сар сыға: памперстар, бутылкалар, уйынсыҡтар, салфеткалар... Уларҙы мотлаҡ утилләштереү талап ителә. Шунлыҡтан балаларға ла, ололарға ла бер үк тариф билдәләнә.
Хәбәрсе: Бер кешенең ике-өс йорто, фатиры бар икән, ти. Был саҡта улар ҡый өсөн нисек түләргә тейеш?
Альбина Ҡасимханова: Өйҙә нисә кеше теркәлгән, тариф та шулай билдәләнә. Мәҫәлән, биш кеше теркәлгән икән, улар биш кеше өсөн түләйәсәк. Әгәр ҙә уларҙың икенсе ерҙә тағы ла өйө, фатиры бар икән, уның милексеһенә квитанция килә. Йәғни, өй кемдең исеменә теркәлгән, шул кеше түләйәсәк. Әгәр ҙә йорт бер нисә кешегә өлөштәргә бүленгән булһа, уларҙың бөтәһенә лә иҫәпләнәсәк.
Хәбәрсе: Әгәр ҙә кеше, өйөндә йәшәмәһә, ҡайҙалыр ситкә сығып киткән булһа, был осраҡта ташламалар яһаламы?
Альбина Ҡасимханова: Бында региональ операторға ғариза яҙырға һәм һеҙҙең сәбәпте раҫлаған документтарҙы тапшырырға кәрәк буласаҡ. Шул осраҡта түләү квитанцияһына ҡайтанан иҫәпләү башҡарыла. Әгәр ғаилә ағзаларының береһе икенсе ҡалала уҡып йәки эшләп йөрөһә, уны раҫлаған документ талап ителә. Уҡыу йортонан йәки ваҡытлыса теркәлгән урынынан белешмә кәрәк. Документтар исемлеге РФ Хөкүмәтенең 354-се ҡарарында ҡаралған.
Хәбәрсе: Баймаҡта дөйөм гараждар бар. Ләкин улар бер кооперативҡа ла берләшмәгән. Уларҙан ҡый нисек сығарыла һәм түләү ҡаралғанмы?
Альбина Ҡасимханова: Гараждар торлаҡ йорт иҫәбенә инмәй. Шунлыҡтан унда ҡый йыйылмай, тип иҫәпләнә.
Хәбәрсе: Ауылдарҙа халыҡ ҡасан теләй шунда ҡыйҙарын тейәп, билдәләнгән урынға алып барып ташларға күнеккән. Яңы йылдан һуң был тәңгәлдә эш нисек ойоштороласаҡ?
Әнисә Ғәлина: “Ҡый” реформаһы тураһында халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Йыйылыштар үтте. Әлбиттә, халыҡты тарифтың юғары булыуы борсолдора. Ауыл биләмәһенә ҡараған шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡ башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән берлектә кәңәшмә үтте. Унда йыйылған сүп-сарҙы тапшырыу мәсьәләһе ҡаралды. Барлыҡ ҡыйҙы тоҡтарҙа сығарырға, тигән ҡарарға килдек. Күп ҡатлы йорттар алдына контейнер ҡуйыу мәсьәләһе ҡарала. Әлбиттә, бының үҙ талаптары бар. Сибай биләмәһендә ҡый реформаһы буйынса ауыл халҡы менән берлектә йыйылыштар үтте. Ниндәй генә һорауға ҡағылһаң да, береһенә лә аныҡ ҡына яуап юҡ. Иң алда халыҡтың түләү буйынса ризаһыҙлығы ҡалҡып сыҡты. Бөгөн ауыл биләмәһенә ҡараған эшҡыуарҙарҙы, крәҫтиән-фермер хужалыҡ башлыҡтарын һәм ойошмаларҙың хужаларын йыйып, яңы закон тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ һәм уларҙан заявкалар ҡабул ителә башланы. Әлегә барлыҡ хужалыҡтар ҙа ҡыйҙы тоҡтарҙа йыйып биреү ҡарарында туҡталды. Бының менән тынысланып булмай, беҙҙең биләмәлә ике ҡатлы йорттар ҙа бар, киләсәктә урна мәсьәләһен хәл итергә кәрәк буласаҡ. Урналарҙы ҡайҙалыр эшләтеү, уларҙың күләмен белергә кәрәк буласаҡ. Уның өсөн күп кенә сығымдар талап ителәсәк. Быйыл экологтар күрһәтмәһе буйынса ике ҡыйлыҡ юҡҡа сығарылды, ауыл янындағы ҡыйлыҡ тәртипкә килтерелде.
Хәбәрсе: “Ҡый” реформаһы эшләп киткәнсе байтаҡ ваҡыт талап ителәсәк. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә күп буласаҡ. Халыҡ араһында ла яңы реформаны ҡабул итмәүселәр бар. Тап улар йыйылған ҡыйҙарын урамға, тирә-яҡҡа ташлап китәсәге хаҡында белдерә. Был осраҡта нимә эшләргә?
Ғәлим Сәфиуллин: Ҡыйҙы ҡайҙа ғына ташлап китһәләр ҙә, халыҡҡа барыбер ҙә квитанция буйынса ай һайын түләргә кәрәк буласаҡ. Шунлыҡтан тирә-яҡ мөхитте сүп-сарға күмгәнсе, билдәләнгән урынға алып барып ҡалдырыу отошлораҡ. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡыйлыҡ барлыҡҡа килһә, ауыл биләмәһе хакимиәтенә предписание биреләсәк, штраф һалынасаҡ, сумма бәләкәй түгел. Ә инде уны мотлаҡ түләргә тура киләсәк. Штрафты түләүгә киткән аҡсаға юлдарҙы тәртипкә килтерергә, урамдарҙы яҡтыртыуға тотонорға мөмкин булыр ине. Шунлыҡтан бында һәр кемгә уйланырға урын бар.
Салауат Ярҡынбаев: Рөхсәтһеҙ ҡый түгеү урындары барлыҡҡа килә икән, беҙ уны йыйыштырып, региональ операторға тапшырырға тейешбеҙ.
Ғәлим Сафиуллин: Күҙәтеү, тикшереү органдары ҡануниәттең үтәлешен контролдә тотасаҡ. Кемдеңдер ҡыйын ситкә ташлауы күҙәтелһә, ер бүләмәһе йәки муниципаль берәмек хужаһына предписание биреләсәк. Тағы ла иҫкәртеп үткем килә, был тәңгәлдә штрафтар бик ҙур. Шунлыҡтан ҡыйҙы ситкә ташлар алдынан, уйлағыҙ. Шаһиттар ҙа табыласаҡ. Беҙҙең практикала ҡыйлыҡтар араһында соҡоноп, уларҙың кемдеке икәнен асыҡлап, хужаларын яуапҡа тарттырған осраҡтар бик күп.
Хәбәрсе: “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һының подрядсыһы булып Баймаҡта “БРСУ” ЯСЙ-һы торасаҡ, тиҙәр. Ә беҙҙең район ҙур ғына. Был йәмғиәт реформаны тормошҡа ашырырға әҙерме, уның матдитехник базаһы ниндәй?
Динар Хәлитов: Ошо көндәрҙә “БРСУ” ЯСЙ-һы ике ҡый ташыусы машина һатып алды. Ул билдәләнгән график буйынса район һәм ҡала буйлап йөрөйәсәк. Башта әҙерәк ҡытыршылыҡтар буласаҡ, әлбиттә, һүҙ юҡ. Ләкин уны аңлап ҡабул итергә тейешбеҙ. Сөнки, график яйға һалынғансы, бер аҙ аңлашылмаусанлыҡ буласаҡ.
Хәбәрсе: Дөрөҫөн әйткәндә, “Ҡый” реформаһы 4 йыл элек үк эшләй башларға тейеш ине...
Динар Хәлитов: Дөрөҫ, бөгөн беҙҙең алда шундай һорау килеп баҫты: реформа йәки бөгөн эшләй башлаясаҡ йәки ул тағы ла бер нисә йылға туҡтап ҡаласаҡ. Шунлыҡтан РФ Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙан “Ҡый” реформаһын ҡабул итеп, уға бер аҙ төҙәтеүҙәр индерергә мәжбүр булды. Уға ярашлы, бөтә төбәктәргә лә әҙерлек эштәрен алып барыу өсөн дүрт йыл ваҡыт бирелә. Реформаға ниндәй үҙгәрештәр индерелде? Беренсенән, реформа ныҡлап эшләп киткәнгә ҡәҙәр урындарҙа тағы ла 4 йыл ҡый полигондарын (ҡыйлыҡтар түгел) ҡулланырға рөхсәт ителә. Беҙҙең районға иң яҡыны Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан. Бынан тыш, әгәр конкурсҡа ярашлы һайлап алынған региональ оператор банкрот тип табылһа, йәки беҙҙе хеҙмәтләндереүҙән баш тартһа, 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем урындағы муниципаль унитар предприятиеларға уларҙың хеҙмәтен үтәргә рөхсәт ителә. Быны Дәүләт Думаһы реформаны тормошҡа ашырыуға әҙер булмаған төбәктәргә ойоштороу сараларын яйға һалыуға мөмкинлек бирә, тип аңларға кәрәк. Ҙур масштабтағы был реформаны эшләтеп алып китеү ауырға тура киләсәк. Дәүләт Думаһы урындарҙан алған мөрәжәғәттәрҙән һуң шундай үҙгәреш ҡабул итергә мәжбүр булды. Реформаны тормошҡа ашырыуға әҙер булған һәм әҙер булмаған төбәктәр ҙә бар. Был тәңгәлдә ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү, эшкәртеү объекттарын сафҡа индереүҙе тиҙләтеү мөһим. Был реформа Хөкүмәтебеҙ һәм Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан ҡаты контролгә алынасаҡ. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дөйөм ҡыйлыҡтың 7-10 проценты ғына эшкәртелә. Шунлыҡтан урындарҙа яңы инфраструктура булдырыу һәм иҡтисадтың яңы тармағын үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Киләсәктә беҙҙең районда ла полигон төҙөү планлаштырыла.
Хәбәрсе: “Түңәрәк өҫтәл”де йомғаҡлап шуны әйткем килә: РФ Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән “Ҡый” реформаһы бик тә урынлы һәм ваҡытлы. Бөгөн беҙҙән нимә талап ителә? Йыйылған ҡыйҙы ситкә сығарып ташламай, транспорт кампанияһына тапшырыу. Әлбиттә, уларҙың да эшен контролдә тотоу мөһим. Килгән машинаны ҡабат-ҡабат йөрөтмәҫ өсөн, уны тултырып, барлыҡ ҡыйҙарҙы тейәп ебәрергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта икенсел сеймал материалдарын: быяла, ҡағыҙ, пластик шешәләрҙе Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында урынлашҡан ҡабул итеү пункттарына тапшырыу мотлаҡ. Унан килгән аҡсаны коммуналь түләүгә ебәрергә мөмкин. Бөгөн ни тиклем әҙерәк ҡый тапшырабыҙ, шул ҡәҙәр тариф та кәмерәк буласаҡ. “Ҡый” реформаһын аңлап ҡабул итәйек.