Был илдә барлыҡҡа килгән сүп-сарҙы утилләштереү буйынса етди саралар күрелә. Уларҙы йә яғыулыҡ йәки икенсел сеймал урынында ҡулланыу йәһәтенән маҡсатлы саралар күрелгән. Урындарҙа халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барылған. Әкренләп бының мөһимлеген барыһы ла аңлап ҡабул иткән.
Пластиктан эшләнгән материалды ете тапҡыр ҡайтанан ҡулланыу мөмкинлеге бар. Бары тик шунан һуң ғына электростанцияларға яғыулыҡ итеп ебәрелә. Ете тапҡыр ҡулланғандан һуң да пластик үҙенең һуңғы файҙаһын килтереп юҡ була.
Швецияла һәр йортта ҡый өсөн 5-7 биҙрә тотола. Ҡағыҙ, быяла, металл, пластик һәм башҡа сүп-сар айырым йыйыла. Был илдә бәләкәй генә балалар ҙа кәнфит, шоколад ҡағыҙҙарын ниндәй биҙрәгә ташларға кәрәклеген белә. Мәктәп, балалар баҡсаларында дөрөҫ сортировкалау тәртиптәрен үҙләштергәндәр. Кире осраҡта ҙур суммала штраф һалынасағын да яҡшы беләләр.
Телевизор, диван, төҙөлөш ҡалдыҡтары кеүек ҙур әйберҙәрҙе махсус станцияларға илтәләр. Уларҙың кәрәкле запас частарын һүтеп алалар һәм етештереүсе предприятиеларға оҙаталар. Шуның менән улар икенсе тапҡыр файҙаланылалар. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙың буялған төрлө төҫтәр ҡатламын, кислота һәм башҡа химик матдәләрҙе айырып алалар. Уларҙы көнкүреш химияһын ҡайтанан эшкәртеүсе заводтарға ебәрәләр. Әйтергә кәрәк, бындай станциялар бушлай хеҙмәт күрһәтә.
Күптән түгел Швецияла иҫке биналарҙы һүтеп алыу буйынса яңы технология – деконструкция алымын ҡуллана башлағандар. Йәғни бинаның стеналарын өлөштәргә бүлеп айырып алалар һәм махсус станцияларға оҙаталар. Унда уларҙы яңы төҙөлөшкә ҡулланырлыҡ итеп ҡайтанан эшкәртәләр. Шулай итеп иҫке биналар яңыға әйләнә.
Ҡалай һәм пластик бутылкаларҙы ҡабул итеү пункттарына тапшырып аҡсаға әйләндерергә мөмкин. Ҡулланырға яраҡлы ваҡыты үткән дарыуҙарҙы, шприцтарҙы һәм уларҙың энәләрен дарыуханалар ҡабул итә.
Швецияла ҡыйҙарҙы транспортировкалау механизмы 1961 йылда уҡ ер аҫтынан һалынған. Унда әлегә берҙән-бер проблема – ҡыйҙарҙың юҡлығы. Барлыҡ сүп-сарҙың 7 генә проценты ҡыйлыҡҡа оҙатыла, ҡалғандары ҡайтанан эшкәртелеүгә ебәрелә йәки яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Стокгольм ҡалаһында тотонолған электр яғыулығының 46 процентын ҡый ҡаплай. Яҡын арала ҡый етмәүе унда ҙур проблемаға әйләнеүе ихтимал. Сөнки шведтар уның ярҙамында өйҙәрен йылыта, электр энергияһы ала. Әлегә күрше Норвегия иле уларға ярҙам итәсәген белдергән – йылына 800 мең тонна ҡый оҙатасаҡ.
Шведтар ҡыйҙарҙы юҡ итеү механизмын яйға һалып ҡына ҡалмаған, ә уларҙы утилләштергәндә атмосфераға бысраҡ ташлауҙы ла минималь кимәлгә еткерергә өлгәшкән. Яңы технологияға ярашлы, ҡый үртәү заводтарында ул бары тик 1 процент ҡына тәшкил итә.
Ә беҙҙә нисек? Эргә-тирәлә тулып ятҡан ҡағыҙ, пластик, быяла һауыттарҙы ҡайтанан эшкәртеүгә ебәреп, уларҙы аҡсаға һәм энергия ресурстарына әйләндерергә ваҡыт түгелме?