Һаҡмар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
27 Ноябрь 2018, 14:18

Халыҡ “ҡый” реформаһына ризаһыҙлыҡ белдерә

Алда әйтелгән норматив ғәмәлдә ҡалған осраҡта 1 кеше көнөнә яҡынса 1 биҙрә ҡый йыйырға тейеш булып сыға. Әгәр ҙә бер өйҙә 5 кеше йәшәй икән – көнөнә 5 биҙрә! Бының булыуы ла мөмкин түгел. (Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Киләһе йылдан илдә “Ҡый” федераль реформаһы ғәмәлгә инеү сәбәпле, районда йыйылыштар үтә башланы. Ошо көндәрҙә ул Баймаҡ ҡалаһында ла уҙҙы. Көнүҙәк проблеманы күтәргән йыйылыштарҙан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, халыҡ тарифтың үтә лә ҡыйбат булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Был тәңгәлдәге һорауҙар менән редакцияға ла шылтыратыуҙар күп.
БР-ҙың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сарҙы сығарыу буйынса коммуналь хеҙмәткә үтә лә юғары хаҡ ҡуя. Ул кеше башына ҡарата билдәләнгән норматив буйынса һанала. Алдағы иҫәпләүҙәр буйынса ул шәхси йорттарҙа йәшәүселәр өсөн – 3,7 кубометр, ә күп ҡатлы йорттағыларға – 2,6 кубометр. Бөгөн был нормативтар ҡайтанан ҡарала. Шул уҡ ваҡытта күрше өлкәләрҙә тарифтар күпкә кәмерәк булыуы күҙәтелә. Быны нисек аңларға? Өҫтәп китергә кәрәк, бер республикала йәшәһәк тә, күрше райондар һәм ҡалалар өсөн дә хаҡтарҙың төрлөсә булыуы ихтимал.
Алда әйтелгән норматив ғәмәлдә ҡалған осраҡта 1 кеше көнөнә яҡынса 1 биҙрә ҡый йыйырға тейеш булып сыға. Әгәр ҙә бер өйҙә 5 кеше йәшәй икән – көнөнә 5 биҙрә! Бының булыуы ла мөмкин түгел. Ҡаланың Завод микрорайонында йәшәүселәр өсөн үткән йыйылышта биш балаһы булған бер ханым: “Айына түләнгән 250 һум балалар пособиеһының 50 һумына тамаҡ, кейем алып, 200 һумын ҡый өсөн түләргә тейеш булып сығам түгелме? Йәғни, ай һайын 1400 һум аҡсаны мин һеҙгә ҡайҙан алып түләйем? Уның өсөн бер балама итек алыр инем”, – тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Халыҡты борсоған тағы ла бер мәсьәлә – ҡыйҙы тапшырыу. Күп ҡатлы йорттар алдына ҡуйылған сүп-сарҙар контейнеры ҡаласаҡ. Бары тик быяла, пластик, ҡағыҙҙарҙы айырып һалырға тура киләсәк. Ә бына шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә уларҙы тоҡтарҙа тапшырырға кәрәк буласаҡ. Билдәләнгән график буйынса машина йөрөп йыясаҡ. Бары тик уның халыҡ өсөн уңайлы ваҡытҡа тура килеүе мотлаҡ.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡҡа нимәләр инә? Ҡағыҙ, быяла, пластик һауыт-һаба, полиэтилен тоҡтар, аш-һыу ҡалдыҡтары. Ә бына төҙөлөш, терегөмөшлө лампалар, градусниктар, тиреҫ кеүек биоҡалдыҡтарҙы тапшырыр өсөн айырым хаҡҡа техника саҡырырға кәрәк буласаҡ.
Бөгөн быяла, макулатура, пластик, һыра һауыттарын, канистрҙарҙы ҡабул иткән пункттар бар. Аҡсаға. Баймаҡ районы өсөн иң яҡыны Сибай ҡалаһында урынлашҡан. Улар менән шәхси килешеү төҙөргә мөмкин. Һүҙ юҡ, “Ҡый” реформаһы әле күп һорауҙар тыуҙыра. Уны тулы кимәлдә эшләтеп алып китеү өсөн ваҡыт талап ителә. Ҡайһы берәүҙәр ихатаһындағы ҡыйһайҙы дөйөм ҡыйлыҡҡа алып барып ташларға ла иренә. Ә реформа ғәмәлгә ингәс нимә булыр? Тәбиғәтебеҙ тағы ла ҡыйға күмелмәҫме? Шул уҡ ваҡытта үлгән йорт хайуандарын, бесәй, эттәрҙе ҡайҙа итергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һы вәкиле Әхтәм Мостафинға мөрәжәғәт иттек:
– 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡалалағы һәм ауылдарҙағы ҡый түгеү урындары ябыласаҡ, – тине ул. – Төҙөлөш ҡалдыҡ- тарын, кәрәкмәгән мебеле 31 декабргә
тиклем түгеп ҡуйыу йүнен күреү мотлаҡ. Терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы “ЭКО-СИТИ” төбәк операторы ҡабул итмәйәсәк. Сәнәғәт ойошмалары уларҙан утилләштереү юлын үҙҙәре табырға тейеш. Йәғни, уларҙы эшкәртеүсе предприятиеларға тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Юридик берәмектәр ҡыйҙарын туплау урынын үҙҙәре күрһәтә. Улар эшҡыуарлыҡ йүнәлешенә ярашлы, йыйылған ҡыйына ҡарата билдәләнгән норматив буйынса түләйәсәк. Мәҫәлән, сауҙа менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ул биләгән майҙандың күләменә (келәт, хужалыҡ блоктары ла иҫәпкә алына) ҡарап билдәләнә.
Физик берәмектәр күрһәтелгән был коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе электр энергияһы квитанцияһы менән бергә аласаҡ. Ваҡытында түләмәгән осраҡта пеня һәм штраф ҡаралған.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: “Ҡый” реформаһы – федераль программа. Ул район хакимиәте йәки республика Хөкүмәте уйлап тапҡан проект түгел. Бөгөн БР-ҙың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарифты ҡайтанан ҡарай. Ул билдәле булғас та хәбәр ителәсәк”.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас в