Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Июль 2022, 17:40

АННУШКА (булған хәл)

Беҙ йәшәгән ауылға яҡын урыҫ ауылдарының береһенән икән. Ҡасандыр уның да үҙ йорто, ғаиләһе булған. Һап-һары бөҙрә сәсле Ваня исемле улы ла булған икән. Ана шулай матур ғына йәшәп ятҡанда ғаиләгә бик ҙур ҡайғы килгән: урманға емеш-еләккә барған саҡта улдары Ваня аҙашҡан. Бик оҙаҡ эҙләгәндәр уны, тик таба алмағандар. Ошо хәлдәрҙән һуң Аннушка өсөн тормоштоң йәме ҡалмаған, өйөн дә, ирен дә бөтөнләй онотоп, урман ҡыҙырып, улын эҙләр булған...

АННУШКА (булған хәл)
АННУШКА (булған хәл)

– Әнүшкә килеп сығамы шул ауылға?

Бер ҡайтҡанымда апайымдан шулай һорап ҡуйҙым. Ни сәбәптән ҡапыл иҫемә төшкәндер ул? Күҙҙәрен ҙур асып миңә текләп киткән Рәфисә апайға һорауымды яңынан ҡабатланым:

– Теге... Аннушканы һорайымсы?

– Һы... Ул Аннушканың яҡты донъянан киткәненә хан заман бит инде! Йәше лә йөҙгә еткәндер инде... Ауыр тупрағы еңел булһын бисараның. Бигерәк ыҙалап йәшәне шул...

Шулай тине лә, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы апайым.

Ысынлап шул! Вәт мин иҫәүән! Уны һуңғы тапҡыр күргәндән һуң ғына ла бер нисә тиҫтә йыл ғүмер үтеп киткән бит! Шунса йылдар буйы кеше йәшәй тиме икән?..

...Атайыбыҙ вафат булғандан һуң күрше ауылға күсендек. Ун бер йәш тирәһе ине миңә ул саҡта. Май-июнь айҙары булғандыр. Ҡустыларым, күрше-тирәләге бала-саға менән бергә сыр-сыу килеп урамда уйнайбыҙ. Ҡапыл шунда кемдер ҡысҡырып ебәрҙе:

– Әнүшкә килә! Әнүшкә! Ҡасығыҙ!!!

Сыр-сыу килгән балалар, бәләкәсерәктәре илашып, тиҙ арала әллә ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙы. Көтөлмәгән хәлдән бер ни аңламай ҙа ҡалған мин генә урам уртаһында аңшайып баҫып ҡалдым. Тирә-яғыма ҡарашымды йүнәлттем. Күрше урыҫ ауылы яғынан арҡаһына тоҡ аҫҡан, таяғына таянып алған сибек кенә әбекәй атлай. Башында – аҡ яулыҡ. Йөҙөндә ихлас йылмайыу сағыла. Бына төрлө яҡтан батырыраҡ малайҙар килеп сығып:

– Әнүшкә, Әнүшкә! Әнүшкә, Әнүшкә! – тип уны үсекләргә тотондо.

Әбекәйҙең шул минутта нурлы йөҙө ҡараңғыланды, йоҙроҡ күрһәтеп, миңә аңлашылмаған телдә, үҙен үсекләгән малайҙарға нимәлер яуаплаған булды. Бер ҡыҙышып алған малайҙар, хәтһеҙ генә уның артынан эйәреп, үсекләшеп барҙы...

Кисен әсәй эштән ҡайтҡас, яңылығыбыҙҙы уға һөйләнек.

Әле генә күңелсәк булған әсәйҙең шул минутында йөҙө ҡырыҫланды. Барыбыҙға ла алмаш-тилмәш ҡарап алды ла ҡаты ғына итеп:

– Бөгөндән алып тағы берәй генә тапҡыр үсекләшкәнегеҙҙе белеп ҡалһаммы! Кәрәгегеҙҙе бирәсәкмен, ишеттегеҙме? – тине.

Шунан һуң ул беҙгә әбейҙең ҡайҙан килгәнлеген, кем икәнлеген һөйләп бирҙе.

Беҙ йәшәгән ауылға яҡын урыҫ ауылдарының береһенән икән. Ҡасандыр уның да үҙ йорто, ғаиләһе булған. Һап-һары бөҙрә сәсле Ваня исемле улы ла булған икән. Ана шулай матур ғына йәшәп ятҡанда ғаиләгә бик ҙур ҡайғы килгән: урманға емеш-еләккә барған саҡта улдары Ваня аҙашҡан. Бик оҙаҡ эҙләгәндәр уны, тик таба алмағандар. Ошо хәлдәрҙән һуң Аннушка өсөн тормоштоң йәме ҡалмаған, өйөн дә, ирен дә бөтөнләй онотоп, урман ҡыҙырып, улын эҙләр булған. Табырмын тигәндер инде бахырҡай. Аҡылға ла бер төрлөрәк булып ҡалған, тиҙәр... Ире үлгәндән һуң өйөндә көтөп торған кешеһе лә ҡалмаған. Хәҙер бына нисә йыл инде ул ошолай донъя гиҙә, улымды осрата ҡалһам, тип төйөнсөгөндә һәр саҡ ашамлыҡ йөрөтә, тиҙәр...

Шулай тамамланы әсәй һүҙен. Беҙ, балалар, шаңҡып ултыра бирҙек. Һәр беребеҙ ул Ваняның урынына үҙен ҡуйып ҡарағандыр, йәлләгәндер икеһен дә.

Йылы йәйҙәр үтеп, ямғырлы көҙ ҙә килеп етте. Ял көндәре булғандыр, әсәйебеҙ өйҙә саҡ ине. Күмәкләшеп өй эштәре менән булабыҙ, бешеренәбеҙ. Бына бер саҡ ишек шаҡынылар.

– Керегеҙ, нимәштәп туҡылдатып тораһығыҙ ул? – Әсәй ишеккә ашыҡты. Ишектән төйөнсөгөн аҫып алған... теге мәрйә әбей күренде. Әсәйем уны әйҙүкләп өй эсенә саҡырҙы. Әнүшкә әбей төйөнсөгөнән бер-ике бәрәңге, икмәк, шәкәр-сәй сығарҙы ла ят телдә әсәйгә нимәлер әйтте. Әсәйҙең баш сайҡап әйткәненән “нет-нет” тигәнде генә аңлап ҡалдым. Ихласлап өҫтәлгә саҡырҙы әсәй. Нимәлер тураһында сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Һуңынан әбей үҙенең кейемдәрен йыуып элде. Был кистә ул беҙҙә йоҡларға ҡалды. Иртән уянғанда ул үҙ юлын дауам итергә ҡуҙғалғайны инде. Һуңынан әсәйебеҙ беҙгә аңлатып бирҙе. Беҙҙең ауылға килгәнендә, сиратлап, кемдә булһа ла йоҡлап сыға икән. Мин өйҙә булмағанда килһә, индерегеҙ, сәй эсерерһегеҙ, тине ул.

Бына шулай килеп сығыр ине Аннушка ауылыбыҙға. Һирәкләп булһа ла беҙгә килер ине. Әсәй өйҙә юҡ сағы тура килһә, йәһәтләп үҙе менән килтергән бәрәңгеһен мейескә бешерергә ҡуя ла кейемдәрен йыуып элә. Ауыл халҡы ла ниндәй мәрхәмәтле булған икән ул заманда. Үҙ-ара килешеп эшләнеләрме икән, өйөнә килеп ингән етем әбейгә һәр саҡ мөйөш табылған. Ә бит үҙҙәре лә ишле ғаилә, күпселек бер генә бүлмәле өйҙә йәшәй ине бит!

Йәй айҙарында урыҫ ауылы урманына еләк-бәшмәккә барған саҡта бер нисә тапҡыр  осраттыҡ уны. Беҙҙе шәйләмәнеме икән, ҡараштарын йыраҡҡа төбәп, иламһыраған тауыш менән улын саҡыра ине: “Ва-ня-я-я, Ва-ня-я-я!” Уға күренмәҫкә тырышып, тиҙ-тиҙ генә был урындан китә һалдыҡ. Уның шулай өҙгөләнеп улын саҡырғаны һаман да күҙ алдында тора...

Бына шул изге әбей Аннушка күптән был донъяла юҡ икән дә! Апайым менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ваҡыт тигәндәре аҡҡан һыу ғына икән шул. Күҙ асып йомғансы үтә лә китә, бөгөн бар кеше, иртәгә – юҡ. Ауыр тупраҡтары еңел булһын инде ул изге әбекәйҙең...

 

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА.

Учалы ҡалаһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: