Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Июнь 2022, 15:00

"Тере" мәйеттәр донъяһында кемдәр йәшәй?

Мәйет серей башлағансы оҙаҡ ваҡыт үткән булып сыға, әммә балалар майҙансығында үле кәүҙәне шунда уҡ күрерҙәр ине бит. Шул саҡ участковый тәндең ни тиклем ҡатыуын билдәләү өсөн уның аяғына тибеп ҡарай. Һәм мәйет... ырғып килеп ултырып, ғәфү үтенә башлай...

"Тере" мәйеттәр донъяһында кемдәр йәшәй?
"Тере" мәйеттәр донъяһында кемдәр йәшәй?

Тере “мәйеттәр” донъяһында кемдәр йәшәй?

Наркоманияның ни тиклем хәүефле һәм ҡурҡыныс күренеш булыуын наркомандар менән таныш йә уларҙы күргән кешеләр генә тулыһынса аңлайҙыр. Ғәҙәттә, был наркологтар, башҡа табиптар һәм, әлбиттә, хоҡуҡ һаҡсылары. Полиция хеҙмәтенә 20 йәшендә килгән был егеттең дә тәьҫораттары менән уртаҡлашыуынан йөрәк өҙөлөп китә яҙа, төн йоҡолары буталсыҡҡа һәм һаташыуға әүерелә. Был афәтте бер кемгә лә күрергә яҙмауын теләйем. Хоҡуҡ һаҡсыһының һөйләгәндәрен үҙгәртмәҫкә тырышып гәзит уҡыусыларға ла еткерәм.

Ерәнеп – хәмерҙән дә баш тарттым

- Полиция хеҙмәтенә әрме сафынан һуң килдем. Күпмелер ваҡыт тыуған ҡаламда эшләгәндән һуң, ҙурыраҡ ҡалаға китергә булдым. Унда мөмкинселектәр ҙә күберәк тип уйланым. Тик енәйәттәр ҙә йышыраҡ ҡылыныуын башыма ла килтермәгәнмен.

Наркомандар менән тәүге осрашыуым да яңы эш урынында булды. Быға тиклем мин нароктиктар тураһында бер нәмә лә уйламай инем. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер мәктәптәрҙә балаларға наркоманияның зыяны тураһында уҡылған лекцияларҙың эс бошорғос, күңелһеҙ булыуын, уның менән генә йәштәрҙе был ҡурҡыныс ғәҙәттән ҡотҡарып булмауын аңланым. Күрәһең, был лекцияларҙы бер ҡасан да тере наркоманды күрмәгән кешеләр яҙалыр. Ә минең хәҙер наркомандарға ҡарата йәлләү ҙә түгел, ә ерәнеү тойғолары йәшәй. Үҙем иҫерткес эсемлектәрҙән тулыһынса баш тарттым, яныма әҙерәк һыра эскән кеше килһә лә, күңелем болғанып алып китә. Ҡот осмалы хәлгә еткән наркомандарҙы, эскеселәрҙе (иҫерткес эсемлектәр ҙә шул уҡ көнкүреш наркотигы) күреү, миңә шундай тәьҫир яһаны.

Шулай итеп, патруль-пост хеҙмәтендә эшемде дауам иттем. Бер дежурлыҡ ваҡытында ни өсөндөр икәнен хәтерләмәйем, бер ирҙе туҡтаттыҡ. Уға 60 йәштәр самаһы һымаҡ ине. Беҙ уны участокка алып килдек һәм уға ... 35 йәш икәнлеге асыҡланды. Мин уның ҡулдарын күрһәтеүҙе һораным. Ике яҡ ҡулына ла, энәләр эҙенән, тәрән бураҙналар һалынған ине. Әммә әле генә һалдырылған укол эҙе юҡ ине. Шул саҡ тәфтишсе килеп инде һәм беҙҙән барыһын да һораша башланы – кемде алып килдек, ни өсөн һ.б. Мин был кешенең наркоманға оҡшауын, әммә ҡулдарында тик элекке эҙҙәр генә булыуын һөйләп бирҙем.

Тәфтишсе был иргә тулыһынса сисенергә ҡушты. Ҡалын свитерын сискән был кешенең ни тиклем ябыҡ булыуына аптыраным. Ул һуғыш ваҡытындағы концлагерь тотҡонона оҡшаған ине. Әммә иң ҡурҡынысы алда булған икән. Был ирҙең оят ерендә ике яҡлап ҙур сей йәрәхәт эҙҙәре бар ине. Наркомандар ҡулында тамырҙары бөтһә, шул ерҙәге ҡан тамырына наркотик ҡаҙай икән. Һәм туҡтауһыҙ килеп торған ағыуҙан тәндә уңалмай торған сей яра (язва) барлыҡҡа килә . Был кешенән мәйет еҫе килә ине. Был ауыр һәм күңел болғандырғыс еҫте хатта аңлатып та булмай. Тәжрибәле тәфтишсе аңлатыуынса, наркомандың эсендәге күп ағзалары сереп, тарҡала башлаған, шуға күрә шундай һаҫы еҫ сыға. Наркотик ҡуллана башлағанына ун йыл самаһы булғандыр, ә шул ваҡыт эсендә ул юҡҡа сыҡҡан. Был көндө уны участканан сығарып ебәрҙеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, уның менән булышырға ла кәрәкмәй ине. Сөнки беҙҙең алдыбыҙҙа тере мәйет ине. Ә өс көндән уның юғары ҡаттан ташланып һәләк булғанын белдек. Күрәһең, сираттағы доза ағыуын ҡулға төшөрә алмау, уны ошо һәләкәткә этәргәндер. Уны коммуналь хеҙмәт дөйөм ниндәйҙер зыяратҡа алып барып күмгән. Сөнки туғандары был кешенән күптән баш тартҡан ине.

Ярты йыл да йәшәмәйҙәр...

Икенсе наркоман менән осрашыу тағы ла ҡурҡынысыраҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм йөрәктә мәңге уйылып ҡалды. Был хәлдән һуң ошондай ысул менән “донъя рәхәте” табырға тырышҡандарҙы күрҙем, әммә беренсе күреү әле лә күҙ алдымда тора. Дөрөҫөрәге, ул наркомандың еҫен һиҙеп әйләнеп ҡараным.

Был көндө беҙ наркотиктарға көрәш хеҙмәте менән берлектә рейд үткәрә инек. 26 йәшлек егет шунда тотолдо. Машинала янған пластмасс йәки төтәп ятҡан ҡыйлыҡтан сыҡҡан кеүек еҫ таралды. Оперҙар миңә был егеттең наркотикты күҙҙәренә тамыҙып ҡулланыуын аңлатты. Был ағыуҙы ҡулланған наркомандар ярты йыл да йәшәмәй. Егет өсөнсө мәртәбә тамыҙыуын һөйләп бирҙе. Тик кемдән һатып алыуын әйттерә алманылар. Был наркотикты ҡулланыусылар башынан аяҡ табандарына тиклем сей яра менән ҡаплана. Һәм кеше тереләй серей башлай. Шуға күрә уларҙың ғүмере лә бындай ағыуҙы тәү мәртәбә ҡулланғандан һуң иң күбендә алты ай ғына дауам итәсәк.

ВИЧ-та, гепатит менән дә ауырыйым...”

Өсөнсө наркоманды осратыуым был ҡурҡыныс донъяның тағы бер “яңылығын” асты.

Урамда эсеп ултырған ике ирҙе тоттоҡ. Уларҙы протокол төҙөргә тип участокка алып киттек. Кеҫәләренән бар нәмәне сығарырға ҡуштыҡ. Шул саҡ берәүһе башҡа әйберҙәр менән бер рәттән кеҫәһенән 25 шприц килтереп сығарҙы. Барыһы ла ҡулланылған.

- Был тиклем шприц ҡайҙан? Наркотик ҡулланаһыңмы?-тип һорайым.

- Эйе. Шприцтарҙы урамдарҙа һәм подъездарҙан йыйып алдым.

- Уларҙы нимә эшләтәһең?

Һуңғы һорауымды бирмәһәм ине, тип әле лә уйлап ҡуям. Сөнки шундай ытырғаныс, ерәнеү уятты ул миндә. Икенсе наркомандар ташлап киткән шприцтарҙан үҙенә яртышар тамсылап доза йыйып маташа икән. “Ауырыу йоҡторам, тип ҡурҡмайһыңмы?” тип һорайым. “Юҡ, мин ВИЧ-инфекциялы, гепатит менән дә ауырыйым. Төрмәлә башҡа ултырғым килмәй. Ҡулланылған шприцтан ауырыу йоҡтороп үлеүем мең артыҡ тине”,-тине был кеше.

Мин уның “төрмә” һүҙен ишеткәндә ҡарашында иҫ киткес ҡурҡыу сағылғанын күрҙем. Ситлек артында наркомандарҙы бөтөнләй кешегә һанамауҙары, шуның арҡаһында улар күп этлек кисереүҙәре хаҡтыр.

Арҡаһынан ... ҡорттар ҡойолдо

Ә был ваҡиға минең дуҫым менән булған. Ул икенсе эске эштәр бүлегендә эшләй. Уның һүҙҙәренә тулыһынса ышанам. Был хәлде ытырғанып һөйләне ул.

Иртәнсәк участокка балаларҙың уйын майҙансығында мәйет ятыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Дуҫым участковый менән шул урынды махсус оператив төркөм килеп еткәнсе һаҡларға тейеш була. Уларҙы полицияға шылтыратҡан әбей ҡаршы ала һәм бөкрәйеп кенә ятҡан бер мәйетте алып барып күрһәтә. Балаларҙың эскәмйәһендә ятҡан тәндең арҡаһы асыҡ, уны ҡорттар ашай башлаған, һөйәктәре күренеп тора. Хоҡуҡ һаҡсылары аптырап ҡала. Мәйет серей башлағансы оҙаҡ ваҡыт үткән булып сыға, әммә балалар майҙансығында үле кәүҙәне шунда уҡ күрерҙәр ине бит. Шул саҡ участковый тәндең ни тиклем ҡатыуын билдәләү өсөн уның аяғына тибеп ҡарай. Һәм мәйет... ырғып килеп ултырып, ғәфү үтенә башлай. Быны күҙәтеп торған әбей һушһыҙ ҡолай яҙа.

Килеп еткән “Ашығыс ярҙам” фельдшеры ғына бер ҙә аптырамай. Ниндәйҙер һиптергес алып, теге кешенең арҡаһына: “Төшкө ашығыҙ бөттө, ҡорттар, китһәгеҙ ҙә була”,-тип һиптерә. Ҡорттар һыпырылып төшә башлай. Артабан “мәйеттең” арҡаһын бәйләп, машинаға ултыртып алып китәләр. Был да тереләй сереп йөрөгән наркоман булып сыға.

Ошонан һуң мин фильмдарҙа күрһәтелгән тере зомбиларға ышана башланым. Наркоман – сереп, тәнен тереләй ҡорт баҫҡан шул зомби бит инде. Уның өсөн бер тормош мәғәнәһе бар – доза табыу. Наркомандар араһында балаларын сиғандарға һатып ебәргәндәр ҙә, иң яҡын кешеләрен – атаһын, әсәһен, ғаиләһен үлтергәндәр ҙә бар. Был хаҡта икенсе ваҡыт һөйләрмен.

Йәштәргә бер генә кәңәшем бар – әгәр һеҙ берәй ваҡыт наркотикты “тәмләп” кенә ҡарарға уйлаһағыҙ ҙа, мин үрҙә һөйләп үткән ваҡиғаларҙың тере мәйеттәренең береһе буласаҡһығыҙ икәнлеген онотмағыҙ. Наркоманияның зыяны тураһында лекция уҡығандар, ошо ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итһен ине. Бәлки, шул саҡта йәштәр ныҡлап уйланыр...

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: