Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Ноябрь 2021, 12:10

Сабыйыңды күкрәк һөтөнән айырма!

Ҡыҙҙарҙы иртә ултыртырға ярамай. Был нығынып бөтмәгән янбаш һөйәген яңылыш формалаштырыуы бар. Бынан тыш ҡыҙҙарҙы “прыгунки”, “ходунки”ға ҡуйып, уның хәрәкәтләнеүен тиҙләтергә ярамай...

Күкрәк һөтөнөң сабый өсөн ни тиклем файҙалы икәнлеген барыһы ла белә. Ҡыҙҙар өсөн был айырыуса файҙалы. Сөнки күкрәк һөтө имгән ҡыҙҙарҙың өлгөрөү мәле һуңғараҡ килә. Яһалма туҡланған ҡыҙыҡайҙарҙың күреме 11-13 йәштә үк башланһа, бер йәшен үткәнсе имгән балаларҙа ул 14 йәштә генә күҙәтелә. Бының отошло яғы нимәлә? Билдәле булыуынса, өлгөрөү мәле башланыу менән һөйәктәр үҫеүенән туҡтай. Шул иҫәптән бала табыуҙың нисек буласағын билдәләгән янбаш һөйәге лә. Тағы бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ҡыҙҙарҙы иртә ултыртырға ярамай. Был нығынып бөтмәгән янбаш һөйәген яңылыш формалаштырыуы бар. Бынан тыш ҡыҙҙарҙы “прыгунки”, “ходунки”ға ҡуйып, уның хәрәкәтләнеүен тиҙләтергә ярамай. Сабый тәүҙә шыуышырға өйрәнергә, унан алты айы үткәс (ҡайһы бер белгестәр ҡыҙҙарҙы 8 айы тулыуға ҡарағанда ултыртырға кәңәш итә) ултырырға тейеш. Әммә ҡайһы бер ҡыҙҙар алты айҙан да иртәрәк үҙҙәре ултыра башлай. Бындай осраҡта, әлбиттә, уны кире һалырға ярамай. Тимәк, сабыйҙың һөйәктәре нығынған һәм ул ултыра ала. Ҡыҙҙарҙың бот-сатын йыуғанда һабындан, айырыуса бактерияларға ҡаршы булғандарынан, баш тартырға кәрәк. Таҙа һыу менән генә йыуыу күпкә файҙалы. Подгузниктарҙы 12 сәғәт кейҙерергә ярай, тигән рекламаға ышанмағыҙ! Парник эффектын тыуҙырған подгузниктарҙың сабыйҙың һаулығы өсөн хәүефле булыуын онотмағыҙ, уны йыш алмаштырығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: