Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
11 Декабрь 2021, 21:55

Республиканың ике ҡалаһында дауахана төҙөлөшө башланды

-

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта үҙенең социаль селтәрендә белдергән. Бындай ҡарар ҡабул итергә уны коронавирус менән ауырыусыларҙың бик күп булыуы этәрҙе, тип беодерә. Мәҫәлән, быйыл октябрҙә 8,5 мең кеше ауырыған. Шунлыҡтан барыһына ла махсус тәғәйенләнештәге дауаханалар асыу кәрәклеге килеп тыуған.

Р.Хәбировтың белдереүенсә, ковид-госпиталь Сибайҙа һәм Туймазыла төҙөләсәк. Урал аръяғы районында 314,2 мең, ә Туймазы тарафтарында 437,7 мең кеше йәшәй. Яңы госпиталдәр халыҡ һаулығы хаҡына хеҙмәт итергә тейеш.

 

Республиканың ике ҡалаһында дауахана төҙөлөшө башланды
Республиканың ике ҡалаһында дауахана төҙөлөшө башланды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в