Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
1 Август 2022, 14:15

Мөхәббәттән ҡыйырһытылған яҙмыш (Суд залынан)

- Үкенмәйем, үҙемде ғәйепле лә тоймайым. Мин бәхетле булырға теләнем, мөхәббәткә ышанып, бар донъямды юҡҡа сығарҙым. Был ирҙәр ҙә ебәргән аҡсалары өсөн минең наҙымдан, йәнем-тәнемдән өлөш алды. Тимәк, бер кем дә миңә дәғүәһен белдерергә тейеш түгел ине...

Мөхәббәттән ҡыйырһытылған яҙмыш (Суд залынан)
Мөхәббәттән ҡыйырһытылған яҙмыш (Суд залынан)

Суд залынан

Мөхәббәттән ҡыйырһытылған яҙмыш

Тормош ығы-зығыһы менән ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгән кешеләр, донъяуи күренештәрҙе генә түгел, хатта, яҡындарын да күрмәйҙер ул. Шуға күрә яныбыҙҙа ғына кемдеңдер сикһеҙ бәхетле булыуын, бәғзеләрҙең көс еткеһеҙ ҡайғы йөкмәүен, ҡайһы берәүҙәрҙең тайпылған һуҡмаҡтан китеүен дә күрмәйбеҙ...

Аймылышҡан, яңылышҡан, хатта ҡурҡыныс яҙмыштар урыны – ул хөкөм урындары. Унда юлың да, йомошоң да төшмәһен инде, тип уйлайһың һәр саҡ. Төрлө суд эштәрен тыңлап, йөҙәрләгән яҙмыштарҙың ҡырҡа икенсе боролош алыуын күрергә тура килә.

Утыҙ биш йәштәге һылыу ҡатын хөкөм урынынан еңел һулап сыҡҡандай тойолдо. Ә, бәлки, үҙен һәр саҡ башҡаларҙан өҫтөн итеп күрһәтергә тырышыу, уға төшөнкөлөгөн күрһәтмәҫкә ярҙам иткәндер. Хәйер, бер мәртәбә ҡарашында сикһеҙ ҡурҡыу сағылып ҡалды. Уныһы ла үҙен судҡа биргән ир уның шәшке тунына килеп йәбешкәс. “Ошо тунды һиңә кем алып бирҙе?! Мин түгелме?! Теләһә нәмә һөйләп тораһың мине яманлап, оялыр урынға!”,-тип ҡысҡырҙы ул.

Ҡатындың аҡ йөҙө бөтөнләй ҡағыҙ төҫөнә инде. Ҡурҡышынан ҡатып ҡалған ханыма һаҡсылар ярҙамға килмәһә, ярһыған ир уны уртаға өҙгөләп ташлар сиккә еткән ине. Үҙенең һаҡлау аҫтында икәнен тойған ҡатын шунда уҡ тынысланды: “Барыһы өсөн дә түләргә кәрәк!”-тине зәһәр генә итеп.

Хөкөм ҡарарын көтөп ултырғанда ул ҡапыл миңә мөрәжәғәт итте: “Ә һеҙ кем яғынан ул?” Журналист икәнемде белгәс йылмайып: “Донъяла иҫ киткес алама ҡатындар була, һаҡ булығыҙ, ирҙәр!”-тип яҙып сығаһығыҙ инде һуңынан, шулаймы?”-тине.

Мутлыҡ енәйәтендә ғәйепләнгән ҡатынға ҙур штраф һалынды. Адвокат аша эш иткән ғәйепләнеүсе тыныс ине. Аҙаҡҡы һүҙ бирелгәс кенә: “Эйе, ғәйебемде тулыһынса таныным, ғәфү үтенәм”,-тине.

Һуңынан уның артынан баҫтырып еттем дә, һүҙ башлар өсөн: “Һеҙ суд ҡарарынан риза, буғай?”-тинем. Ҡатындың йөҙө тәүҙә ҡырыҫланып китте, унан йылмайып: “Аҡса нимә ул? Бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Ә төрмәгә бер кемдең дә ултырғыһы килмәй”,-тип ҡуйҙы. Үҙәк урамға тиклем алып барырға тәҡдим иткәс, икеләнмәй риза булды. Көтмәгәндә асылып киткән ҡатындың яҙмышы ауыр уйҙарға һалды.

Мәҙинә һөнәрселек училищеһын тамамлай һәм ҡалала эш башлай. Бысраҡ ятаҡта йәшәүҙе оҡшатмай ул, ә фатирға инергә аҡсаһы етмәй. Һылыу ҡыҙ артынан йүгергән егеттәр күп тә, тик улар ҙа ауылдан килгән. Шуға күрә ҡала егете Шамил артынан йөрөй башлағас, ҡыҙҙың шатлығының сиге булмай. Эйе, егерме генә йәшендә ҡыҙ шашып һөйөүҙе түгел, ә торлаҡ ҡайғырта. Сөнки әсәһе өсөн күптән ят ул. Ағалары өйләнеп, айырым йәшәй. Еңгәләре лә уның ял көнөндә генә килеп киткәнен дә өнәмәне. Шуға күрә уларға ла юлы ябылды. Әсәһе бер ир индереп алғас, бөтөнләй үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Уныһы үҙенән ун йәшкә кесе. Аталары үлгәндән һуң оҙаҡ йылдар яңғыҙы йәшәгән әсәһенең бар хәстәрлеге – шул йәш ире. Мәҙинә ялға ҡайтһа әсәһе: “Теге аҙнала ғына ҡай ттың бит! Ниңә аҡса әрәм-шәрәм итеп йөрөйһөң! Мин һиңә ярҙам итә алмайым, беҙ машина алабыҙ кредитҡа”,-тип ысҡындырҙы.

Ә инде яратҡан иренең ҡыҙын соланда мөйөшкә ҡыҫырыҡлағанын күргәс тә, Мәҙинәне ҡыуып сығарҙы. “Әсәй, төн бит! Ҡайҙа барайым мин?! Үҙе бер туҡтауһыҙ бәйләнә бит, мин ғәйепле түгел!”-тип иланы ҡыҙ. Тик әсәһе: “Миңә лә бәхетле булырға ваҡыт. Үҫтерҙем, кеше иттем, башҡа ҡайтып йөрөмә, үҙ тормошоң менән йәшә!”-тигән ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе яңғыратты.

Мәҙинә күрше инәйгә инеп йоҡланы. Уныһы барыһын да аңланы. “Әсәйеңде ғәйепләмә, балам. Уға ла күпте кисерергә тура килде. Иртә ирһеҙ ҡалды, һеҙҙе яңғыҙы үҫтерҙе. Күп ҡатын-ҡыҙ ир бәхете тураһында хыялланып йәшәй. Әсәйеңдең дә күҙҙәре шатлыҡтан томаланған да ҡуйған. Тик балаһының сафлығына ҡул һонған ирҙең әҙәм аҡтығы икәнен аңламай шул. Матур итеп һөнәреңде ал да, аҡыллы егеткә кейәүгә сыҡ. Матурлығына ҡарама, тотанаҡлы, ата-әсәле булһын”,-тип аҡыллы кәңәштәрен бирҙе оло инәй.

Ҡыҙ башҡа ауылына ҡайтманы. Әсәһе лә уны юллап йөрөмәне, һораманы, эҙләмәне. Саҡ үҫмер осоронда булған балаһы уға бөтөнләй кәрәкмәй ине. Шуға күрә Шамилды осратҡас, ауылдағы өлкән инәйҙең һүҙҙәре иҫенә төштө. Төҫкә яман булһа ла, эшкә әрһеҙ, донъяһы теүәл. Артығы кәрәкмәй ҙә! Өҫтәүенә ҡалала йәшәйәсәк! Ата-әсәһе кинйә малай булған Шамилға туй үткәрергә булғас, тағы оятҡа ҡалды Мәҙинә. Әсәһе менән нисәмә йыл аралашмағанын нисек әйтһен? Шамилдың машинаһына ултырып, ауылға киттеләр. Тик әсәһе улар менән йүнләп һөйләшмәне лә. Ул да, ҡасандыр йәш булып күренгән ире лә, бик таушалған ине. Мәҙинә әсәһенең эсә башлағанын ишетеп ҡалғайны, тик ышанмағайны. Әсәһе һөҙөп ҡарап: “Кейәүгә сығыуыңды йыуҙыртырға күстәнәс алып килмәнеңме ни?”-тигәс, Мәҙинә илап тышҡа йүгерҙе. Барыһын да аңлаған Шамил ҡыҙҙы тынысландырып, алып ҡайтып китте. Бик матур туй үткәрҙе ҡайны-ҡәйнәһе. Шамилдың әсәһе: “Үҙ әсәһе менән аралашмаған килен буламы? Һин нимәнелер һөйләп бөтмәйһең. Рәхәтләнеп ҡоҙа-ҡоҙағыйың менән ҡатышып йәшәмәгәс ни!”,-тип илаулап ҡараны, әммә Шамил уны тыя алды. Яратҡан кәләшенә бер кемдән һүҙ тейҙермәне ул.

Мәҙинә менән Шамил айырым йәшәне. Әммә ҡәйнәһе көн дә тиерлек килеп киленен эшкә өйрәтте. Егерме йәшлек ҡыҙҙың ашарға бешерә белмәүе, өйҙә тәртип булмауы борсолдора ине уны. “Әйтерһең етем үҫкәнһең! Бер нәмә белмәйһең!”-тип әрләп сығып китер ине. Мәҙинә ире эштән ҡайтыу менән уға ошаҡлай, ике яҡ араһында янъял ҡуба. Ҡыҙ кейәүгә яратмай сығыуҙың бар бәләһен шул саҡтарҙа ғына аңланы. Һөйгәнең өсөн генә бар нәмәгә әҙер булаһың икән ул! Ә Шамилдың нисек ашауына, һөйләшеүенә тиклем дә оҡшамай ине уға. Улы тыуғас, бер аҙ тыныслана төштөләр. Ҡәйнәһе лә әрләшмәй генә ярҙам итә башланы. Нисектер шулай ете йыл да үтеп китте. Мәҙинә эшкә сыҡты, балаһы менән булышты. Тормошона ла күнде. Шамилы аҡса эшләй белә, бик етеш йәшәйҙәр. Ҡыҙының шәп тормош итеүен ишетеп, әсәһе бер нисә мәртәбә килеп аҡса теләнселәп китте. Шамил ярҙам итәйек тиһә лә, күңеле ҡатҡан Мәҙинә: “Ул миңә әсәй түгел! Иң ауыр саҡта ҡыуып сығарҙы”,-тип кенә ҡуйҙы. Ҡатын һуңынан ғына Шамилдың әсәһенә ярҙам итеп тороуын белде.

Тик тиҙҙән барыһы ла селпәрәмә килде. Уныһына ла Мәҙинә үҙе ғәйепле булды. Дөрөҫөрәге, утыҙға яҡынлаған йәш ҡатынға һуңлаған мөхәббәте килде. Ғашиҡ булды ул. Әлбиттә, аҡыл менән эш итергә, хистәрҙе ауыҙлыҡларға тейеш ине лә бит – әсә һәм ҡатын булараҡ. Тик килеп сыҡманы шул, ә, бәлки, тойғоларын йүгәнләргә үҙе лә теләмәгәндер.

Марат менән урамды осрашты улар. Ҡабаланып ҡайтып барған Мәҙинә кешегә килеп төкөгәнен аңғармай ҡалды. Тегеһе тәүҙә тегеһе һүгенеп ҡуйҙы, унан ҡатынға ҡарап тынып ҡалды. “Ғәфү итегеҙ”,-тигән булды ҡатын көскә тын алып. Шул мәл йөрәген һурып алдылармы, әллә нимә эшләне ул. Үҙенә текләгән ирҙең ҡарашына инеп батты ла ҡуйҙы. Танышып, һөйләшеп киттеләр. Оҙаҡ та үтмәй улар йәшерен осраша ине. Марат быға тиклем бер ҙә өйләнмәгән. Мәҙинәнең кейәүҙә булғанын ишеткәс, тәүҙә әллә нимә эшләп киткәндәй булды, унан нисек бар – шулай ҡабул итте. Ҡаса-боҫа осрашыу, йәшерен смстар яҙышыу иргә лә оҡшай ине. Тик уның өсөн был ниндәйҙер дәрт елкенеүе генә булһа, Мәҙинә баш-көллө ғашиҡ булған ине. Тора-бара ул Шамилды күрә алмаҫ сиккә етте, уны үҙенә яҡын килтермәне, айырым йоҡланы. Ярты йыл үткәс ҡатын Маратҡа: “Мин башҡаса улай йәшәй алмайым. Иремде нимә тип кенә алдамайым. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер миңә барыбер ҙә. Ташлайым иремде, өйләнешәйек”,-тине.

Көтөлмәгән һүҙҙәрҙе ишеткән ир тертләп ҡуйҙы. Мәҙинә менән осрашыуы оҡшай ине уға, әммә өйләнеүгә килгәндә – ул ҡыҙ кешене һайлаясаҡ. Ҡапыл ғына өҙә һуға алманы шулай ҙа. “Иреңдән киткең килһә, фатир табып бирәм, әммә миңә әсәйемде әҙерләр кәрәк. Сөнки ул элеккесә фекер йөрөтә, минең балалы ҡатын алыуыма тәүҙән үк риза булмаҫ”,-тине.

Мәҙинә үҙенсә уйланы. Иң тәүҙә ул һәр саҡ ҡаршылыҡ булған әсәләрҙе эстән генә һүгеп алды. Унан яратҡаны фатир эҙләгәс, тимәк, бергә йәшәүҙе ул да уйлай, тип йыуанды. Тик Марат фатир табыуҙы һуҙҙы ла һуҙҙы. Яратмаған ире менән йәшәүҙән хәле бөткән Мәҙинә үҙе фатир эҙләп тапты һәм күсенде. Иренә: “Мин һине яртмайым. Икенсе кешене осраттым. Китәм”,-тине.

Шамил барыһын да һиҙеп йөрөһә лә, ҡатыны тынысланыр, аҡылына килер, тип ышанған икән. Әммә улын да ҡуша алып китеү тураһында һүҙ сыҡҡас, Шамил ҡырҡа ғына: “Балаға теймәйһең! Үҙең аҙып йөрөгәнең етмәгән, улымды ла шулай теләһә ҡайҙа йөрөтөргә уйлайһыңмы? Юҡ! Бала минең менән ҡала. Пропискаң булған үҙ йортоң булғас, килеп алырһың”,-тине.

Мәҙинә тәүҙә улын даулап талашырға уйланы ла, унан Мараттың бер ҡасан да уның балаһы менән ҡыҙыҡһынмауын хәтеренә төшөрҙө. Яратҡаны улына өйрәнгәнсе лә ваҡыт кәрәк бит. “Ярай, әлегә ҡалып торһон. Тик улыбыҙға нимә тип әйтербеҙ?”,-тип һораны. Шамил: “Дөрөҫөн, әлбиттә. Мин уға әсәйең икенсе кешене ярата, шуға сығып китте, ә һин кем менән йәшәргә икәнен үҙең һайларһың, тип әйтәсәкмен”,- тине. “Һуң балаға шундай һүҙҙәрҙе әйтергә яраймы?!”-тип иланы Мәҙинә.

Нисәмә йыл ҡатынының мөхәббәтенә өмөт итеп, алданып ҡалған Шамилдың йөрәге ҡатҡан ине. “Уныһын бәйһеҙ тормошоңдо башлағанда уйлар кәрәк ине!”-тине ул.

Мәҙинә тейәнеп, ҡайһы арала килеп етеп өлгөргән ҡәйнәһенең ҡарғау һүҙҙәре аҫтында сығып китте. Ваҡытлыса йәшәргә ингән фатирына килеп ингәс бер аҙ тынысланып, Маратҡа үҙенең иренән сығып китеүен хәбәр итте. Ир кискеһен килеп етте. Әммә Мәҙинәнең янына күсергә ашыҡманы ул. Ярты йыл шулай килеп-китеп йөрөнө. Һаман әсәһенең ауырыу йөрәгенә һылтанды. Ә бер көн ул юҡҡа сыҡты, телефоны ла һүнгән ине. Һөйгәненә ниҙер булғандыр тип аҡылдан яҙыр сиккә еткән Мәҙинә уның өйләнергә йыйыныуын ишетте. Ышанманы, ирҙе эҙләп тапты. Уныһы: “Килмә башҡа! Өйләнәм! Яратҡан ҡыҙымды осраттым”,-тине. Мәҙинәнең: “Мин һинең өсөн бар тормошомдо пыран-заран килтерҙем, иремде түгел, хатта баламды ҡалдырып киттем”,-тип илауына, Марат: “Мин һинән быны һораманым, һин үҙең ғаиләңде ташланың. Балаһын ташлаған ҡатын менән нисек ышанып донъя көтмәк кәрәк. Кит, күҙемдән юғал!”- тине.

Был хәлдән һуң Мәҙинә ныҡлап эсә башлай. Шул ваҡытта улдарының кем менән йәшәйәсәге суд аша хәл ителә. Бала атаһы менән ҡалдырыла. Бөтөнләй яңғыҙы ҡалған ҡатындың яҙмышы нисек тамамланыр ине, әммә ул әсәһенең аяныслы тормошон иҫенә төшөрөп туҡтарға көс таба. Хәҙер инде ул бар ирҙәрҙән үс алыу тойғоһо менән генә яна. Улы ла Мәҙинәне күрергә теләмәй. Бала Шамилдың икенсе ҡатынына әсәй тип үҫә. Марат хыялында йөрөткән һылыуҡайға өйләнеп, ике бала атаһы булып китә. Эскән ваҡытында Мәҙинә эшһеҙ ҙә ҡала. Шуға күрә уға барыһын да яңынан башларға тура килә. Шул саҡ ниндәйҙер “тылсымлы” һабын һатып йөрөгән Андрей менән таныша. Сит райондарға сығып, хатта төрлө лекциялар үткәреп, кешеләрҙе алдап-йолдап байтаҡ аҡса эшләйҙәр. Андей уға икенсе ҡаланан бер бүлмәле фатир алып бирә лә, үҙенә дарственный эшләргә ҡуша. Бының өсөн Мәҙинәгә фатирҙа ваҡытлы йәшәргә рөхсәт бирелә. Ҡайҙа йәшәргә белмәгән ҡатын риза була. Тик нотариусҡа барып өлгөрмәйҙәр, Андрей ҡулға алына. Уның алдап һатҡан һабындан тыш та ҡылған енәйәттәре күп булып сыға. Фатир Мәҙинәнеке булып ҡала.

Судта үҙенең шәшке тунына йәбешкән ир менән ул интернет аша таныша. Вахта ысулы менән эшләгән ирҙән ай һайын аҡса алып ята ул. Уныһы бер мәртәбә генә күрһә лә, Мәҙинәгә ныҡлап ғашиҡ була. Ҡатын мәңге бергә булырға вәғәҙә биргәс, ир эш хаҡын уға ебәреп тора. Мәҙинә был аҡсаға рәхәтләнеп йәшәй. Тиҙҙән икенселәр менән танышып, уларҙың да кеҫәһенә төшә. Мәҙинә эшләмәй ҙә рәхәт тормош алып барыуына тиҙ өйрәнә. Вахтала булған, айырылған йә бер ҡасан да өйләнмәгән ирҙәр эләгә уның тоҙағына. Ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәгән был кешеләр Мәҙинәнең һылыулығынан, йән арбағыс һүҙҙәренән генә иреп төшә. Был хәл күпме дауам итер ине, әммә Мәҙинә тағы ғашиҡ була. Альфред менән дә интернет аша таныша ул. Ә осрашҡас уның менән яҙмышын бәйләргә теләүен аңлай. Быға тиклем көн-төн хат алышып, ай һайын аҡсаларын алып ятҡан ирҙәренә “отбой” бирә лә, яңы тормошҡа сума. Тик бер йылдан ашыу Мәҙинәгә өмөт итеп йәшәгән, вахтанан бар аҡсаһын ебәргән бер ир уны судҡа бирә. Ул Мәҙинәгә алып биргән эре бүләктәренең дә, күсергән аҡсаларының да чектарын, смстарын һаҡлап барған була.

- Үкенмәйем, үҙемде ғәйепле лә тоймайым. Мин бәхетле булырға теләнем, мөхәббәткә ышанып, бар донъямды юҡҡа сығарҙым. Был ирҙәр ҙә ебәргән аҡсалары өсөн минең наҙымдан, йәнем-тәнемдән өлөш алды. Тимәк, бер кем дә миңә дәғүәһен белдерергә тейеш түгел ине...

Мәҙинә үҙ юлы менән ашыҡты. Тағы бер яҙмыш киҫкен боролошон алды. Ниндәй һикәлтәләр, кисеү-йылғалар көтә уны? Барыһы ла сираттағы мәртәбә Мәҙинәнең хис-тойғолар теҙгене кемдең ҡулында булыуына бәйлелер...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: