Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
1 Июль 2022, 17:50

Әсәй һатып алайыҡсы, атай! (Суд залынан)

Альбина һине бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк. Ә Әмилә миңә кисә үк: “Беҙгә урынды бергә һалығыҙ. Һеҙҙең өйҙә ҡуна ҡалғанды белгәс, атайым барыбер Хәлиттең миңә өйләнеүен талап итәсәк”,-тине. Бәхетеңде үҙең юҡҡа сығарҙың, балам”,-тип иланы әсә...

Әсәй һатып алайыҡсы, атай! (Суд залынан)
Әсәй һатып алайыҡсы, атай! (Суд залынан)

Суд залынан

Әсәй һатып алайыҡсы, атай!..

Ғашиҡтар... Бер-береһенә мәңгелек һөйөүҙә ант биреп, ахырғы көнгә тиклем бергә булырға вәғәҙәләшеп, тирә-яҡты шау-гөр килтереп туй үткәргән парҙар. Шат йылмайған йәштәргә ҡарап, уларҙың мөхәббәте ғүмерлек булыр, тип ышанаһың. Туй үткәреү өсөн биш йылға кредит ҡолона әүерелгән ата-әсә ла: “Ярай, балаларҙың бәхетен бирһен, аҡса бөгөн бар – иртән юҡ”,-тип йыуанған була.

Мөхәббәттән иҫергән йәштәрҙең бер-ике ай эсендә бер-береһенән һыуыныуын күреп, кисәге анттарҙың буш ҡыуыҡ булыуын аңлайһың. Туйға алынған кредиттарҙы, бүләктәрҙе һанау, улар өсөн талаш китә. Кисә генә һөйөү утында янған йәштәр, бөгөн бер-береһен күрә алмауҙың сигенә етә. Ике яҡ туғандар ҙа дошманға әүерелә. Ниҙән килә быларҙың барыһы ла? Никахтың матур туй күлдәге, балдаҡтар, шарлы машиналарҙа елдереү генә түгел, ә икенсе кеше өсөн ғүмерлек яуаплылыҡ алыу икәнлеген аңламауҙандыр. Шуға күрәлер инде айырышыуҙар һаны ла артҡандан арта ғына бара. Яңы ғына өйләнешеп, икенсе көнөнә тиерлек айырылышҡан парҙарҙы йәл булһа ла, уларҙың икенсе тормош ҡороп, барыбер бәхетле буласағына ышаныс күп. Ә бына бер нисә ай йәшәп, ата-әсә булып өлгөргән йәки бер нисә йылдан һуң бер нисә балаһын йәлләмәй айырылышҡан парҙарҙы нисек аҡылына килтерергә? Кескәйҙәрҙең ни тиклем иң ҡәҙерле кешеләренең һөйөүенә мохтаж булыуы ла туҡтата алмай бит уларҙы. Әлбиттә, айырылышһа ла, бәпестәрен ҡалдырмаған, осрашырға ваҡыт тапҡан, аҡсалата ярҙам иткәндәр бар. Тик, хәҙер атайҙарҙың ғына түгел, әсәйҙәрҙең дә балаһынан ҡасып йөрөүен нисек аңларға?..

 

-Атай, ә минең әсәйем ҡайҙа ул? Баҡсала бөтәһен дә әсәһе килеп ала, ҡосаҡлай, ә минеке юҡ...

Ҡыҙыл күлдәктәге 4 йәше тулып килгән ҡыҙына етемлек төҫө сыҡҡанын күргән атайҙың йөрәге һыҙылып ҡуйҙы. Ҡап-ҡара муйыл күҙҙәрҙән йәштәр “ана төшәм – бына төшәм” тип кенә тора. Их, балаларға, бигерәк тә ҡыҙҙарға, әсәй үтә ныҡ кәрәк шул! Хәлит күпме генә тырышмаһын, ҡыҙсығының күҙҙәренән ошо моңһоулыҡты, сырайынан етемлек ҡараңғылығын бөтөрә алманы. Ә бит ҡыҙы әсәһен хәтерләмәй ҙә хатта. Абортҡа барам тип йөрөгән Әмиләһен: “Йыуанысыбыҙ-ҡыуанысыбыҙ булыр” тип көскә өгөтләп алтынсы балаһын таптырғайны бит ул. Яратҡан ҡатынының исеменә оҡшатып сабыйға Әҙилә тип исем ҡуштылар.

...Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Хәлит Әмиләне түгел, ә уның апаһын оҡшатты. Альбина ла егеттең хистәренә яуап бирергә әҙер ине. Кистәрен клубҡа дискотекаға сыҡҡан ҡыҙ һәм егет бер-береһенән күҙҙәрен ала алмаҫ ине. Тик Хәлит мөхәббәтенән ҡаушап ҡыйыуһыҙ ҡыланды, Альбина ла үтә оялсан ине. Уның ҡарауы һәр саҡ бөтәһен дә этә – төртөп клубтың уртаһында шайтандай бейегән Әмилә бер кемдән тартынманы. Яй көй ҡуйһалар: “Еҙнәй, минең менән бейе әле”,-тип муйынына һырылыр ине. Альбина һеңлеһен күпме генә оялтып ҡараһа ла, теге уның һайын шашты, егет менән ҡыйыу итеп шаярыуын дауам ите. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Альбинаны курстарға ебәрәсәктәрен белгәс, Хәлит бар ҡыйыулығын йыйып, уны кискеһен оҙатырға китте. Бер тында мөхәббәтен дә асып һалды. Альбина ла оялсан ғына йылмайып, Хәлиттең күңеленә үтә лә яҡын булыуын белдерҙе. Бәхеттән күңеле күккә ашҡан егет һөйгәне ҡайтҡас та ата-әсәһенән уны һоратырға барасағын белдерҙе.

Эйе, барҙы Хәлит ҡыҙлы йортҡа. Тик ауыр тойғолар һәм ... Әмилә менән өйләнешергә рөхсәт биреүҙәрен һорап. Альбина бер айҙан ҡайтып төшкәндә уның Хәлите мөхәббәтенән - кейәү балаҡайға әүерелгән ине. Шул ваҡытты хәтерләгән ир әле лә аптырай үҙенә. Альбинаны һағынып клубҡа сыҡты бит. Бейергә саҡырған Әмиләгә лә ҡаршы төшә алманы. Ни тиһәң дә яратҡанының һеңлеһе бит. Унан клуб артына сығып кемдер алып килгән көмөшкәне һемерҙеләр. “Шайтан һыуы” һәр саҡтағыса етмәй ҡалды. Кемдер тағы көмөшкәне зәһәр итеп ҡыуған әбейгә йүгереп барып килде, унан тағы... Таң һыҙылғанда уянып киткән Хәлит уға яланғас һырынып ятып йоҡлаған Әмиләне күреп ҡото осто. Нисек?! Башы сатнауға түҙмәй аш бүлмәһенә сыҡты. Унда әсәһе уйланып тәҙрәгә ҡарап ултыра ине. “Улым-улым, тормошоңдо оло яңылышыуҙан башлайһың бит! Һиңә хәҙер Әмиләгә өйләнеүҙән башҡа сара юҡ. Сөнки Альбина һине бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк. Ә Әмилә миңә кисә үк: “Беҙгә урынды бергә һалығыҙ. Һеҙҙең өйҙә ҡуна ҡалғанды белгәс, атайым барыбер Хәлиттең миңә өйләнеүен талап итәсәк”,-тине. Бәхетеңде үҙең юҡҡа сығарҙың, балам”,-тип иланы әсә.

Төшкә тиклем йоҡлаған Әмилә генә быларҙың кәйефһеҙ булыуына иғтибар бирмәне. Хәлиткә: “Һөйөклөм, атайҙарға бергә барабыҙмы?”,-тине үҙе яһап алған сәйҙе һөрпөлдәтеп эсеп.

Ҡалған көндәр ҡурҡыныс төш һымаҡ үтеп китте. Иң ауыры Альбина менән аңлашыуы булды. Тик ғорур ҡыҙ һүҙен дә әрәм итеп торманы, уларҙың туйҙарында ла Альбина барыһынан күберәк көлдө-шаярҙы, зәңгәр сәскәләр төшкән күлдәген ялпылдатып рәхәтләнеп бейене. Быны күҙәтеүе Хәлиткә үтә лә ауыр ине. Әгәр Альбина уны кеүек хәсрәтләнһә, ҡайғырһа – егеткә күпкә еңел булыр ине. Туйҙан һуң йәш пар Хәлиттә йәшәй башланы. Тик Әмилә һүҙен – һүҙ итеп уны ҡалаға күсереп алып китте. Альбинаны көн дә тиерлек күреүе ауыр булғас, Хәлит тә, әсәһенең күҙ йәштәренә ҡарамай, ҡатынының артынан эйәрҙе. Әкренләп ул кәләшенә өйрәнә башланы. Һәр саҡ күңелсәк Әмиләһе күңеленә яҡын булып китте. Көн дә ниҙер уйлап тапҡан, ҡунаҡ йыйырға яратҡан кәләшенә тиҙ өйрәнде ул. Тик Хәлиттең мөхәббәтен яулаған һайын, Әмилә ниңәлер уға ҡарата һыуына барҙы. Бер-бер артлы бала тапҡан ҡатын тағы ла матурайҙы. Ҡунаҡтарҙа иренән дә тартынмай башҡалар менән шаярҙы, уйынлы-ысынлы, тоҙло-боросло хәбәр һөйләне. Тормош иптәшен үҙенән ҡыҙғанған бер нисә әхирәте менән талашып-һуғышып та бөттө.

Алтынсыға ауырға ҡалғас Әмиләнең холҡо бөтөнләй ауырайҙы. Баштан уҡ ҡарынындағы сабыйынан ҡотолам тип йөрөгән ҡатын, балаһы тыуғас та үҙгәрмәне. Ҡыҙын тиҙ арала күкрәк һөтөнән айырҙы ла, үҙ яйына йәшәүен дауам итте. Хәлит көнө буйы эштә. Береһенән – береһе кескәй туғандарын 13 йәшлек өлкән ҡыҙҙары тәрбиәләй, ҡарай. Әмилә иһә ире эшкә сығып китеү менән юғала башланы. Тәүҙә Хәлит ҡайтыр алдынан ғына ҡайтып инһә, артабан ярты төн уртаһында, һуңынан йоҡларға ла ҡайтмай башланы. Ир кеше ҡатыны менән һөйләшеп тә ҡараны, өгөтләп тә, йәне көйөп һуғып осорғаны ла булды. Тик ҡатын: “Эшкинмәгән һин! Шуның арҡаһында үҙең дә бәхетле түгел, мине лә бәхетле итә алманың! Бәлки, Альбина апайыма өйләнерһең, ана, һаман кейәүгә сыға алмай йонсой!”-тип мыҫҡыллы итеп көлдө.

Ысынлап та, Хәлит менән тоҡанған, әммә дөрләп янып китә алмаған һөйөүен баҫа алманы Альбина. Ун дүрт йыл ваҡыт үтеп китһә лә, кейәүгә сыҡманы. Уңған, һылыу, аҡыллы ҡыҙҙы һоратыусылар күп булды, тик уның күңеле бер кемгә лә ятманы. Әмиләгә әүрәп киткән Хәлит тә уртаҡ мәжлестәр ваҡытында Альбинаның күҙҙәрендәге һары һағышты һиҙмәгән дә, күрмәгән дә. Уның ҡарауы Әмилә барыһын тойоп йөрөгән икән. Ниндәй үсе булғандыр ҡан туғанында, әммә Альбинаның мөхәббәтен һалдырып алыуҙан, уны бәхетһеҙ итеүҙән тантана итеп йәшәне ул. Бер кис артығын “тейәп”, төнөн ҡайтып ауғас, Хәлиткә мыҫҡыллы йылмайып: “Шунан, ҡайҙа һеҙҙең китапта яҙылған мөхәббәтегеҙ? Мин һине бер кис эсендә апайымдан һалдырып алдым! Ә беләһеңме ул һине нисек ныҡ ярата ине! Һиңә арнап яҙған шиғырҙарын урлап уҡып, мин дә һиңә ғашиҡ булдым. Тик Альбина һымаҡ илаулап йөрөмәнем. “Минеке буласаҡһың” тинем һәм булдың да. Алйот мин! Һинең кеүек эшкинмәгәндәрҙе Альбина кеүектәр генә ярата ала. Мин ул һине шул тиклем яратҡас, иҫ киткес ирһең тип уйлағайным. Яңылышҡанмын, бер нимәгә лә эшкинмәйһең”,-тип иҫерек тауыш менән һөйләнде- һөйләнде лә, йоҡлап та китте.

Ә Хәлит төнө буйы керпек тә ҡаҡмай, Альбинаның оялсан йылмайыуын, ҡыйыуһыҙ ҡарашын иҫләп сыҡты. Ҡайныһының тыуған көнөндә ниндәйҙер бик һағышлы йыр йырлағайны бит әле ул! Их, иҫләмәй шул, хатта һүҙҙәрен дә хәтерләмәй. Сөнки Альбинаның моңло тауышы йөрәгенә үтеп инеп, иң нескә күңел ҡылдарында уйнай башлағайны, Әмилә ырғып тороп уны алып сығып китте. Күрәһең, ҡатыны уларҙың тоҡанып китә алмаған һөйөүе яңынан дөрләп китмәһен тип ҡурҡып йәшәгәндер. Тик Хәлит кенә шаталаҡ Әмиләгә әүрәп, балаларына ҡыуанып, бер ни ҙә күрмәгән һәм һиҙмәгән. Әсәһенең: “Их, бәхетһеҙлек юлын һайланың бит, балам!”-тигән һүҙҙәренең мәғәнәһенә хәҙер генә төшөндө ул.

Хәлит ҡатынының уны өйҙә генә түгел, ә сит-ят кешеләр алдында ла кәмһетеүенә, балаларға әллә ни иҫе китеп бармауына, йорттағы бар эште өлкән балаһының елкәһенә ауҙарыуына ла күнгән ине. Сөнки улдарына, ҡыҙҙарына, айырыуса иң кескәйҙәре – Әҙиләгә әсәй кәрәк. Тик бер кис Әмилә юҡҡа сыҡты. Ике көн-ике төн ҡайтманы ул. Ҡатынының ошо ваҡыттан артыҡҡа юғалмауына өйрәнгән ир полицияға китте. Тик эҙләү эштәрен башларға лә кәрәкмәне. Әмилә Хәлиткә шылтыратып: “Мине көтмәгеҙ. Мөхәббәтемде осраттым, уның менән икенсе ҡалаға күсеп киттек”,-тип белдерҙе. Үҙенә текләп ултырған балаларына нимә тиергә лә белмәне. Улары: “Атай, әсәй шылтыраттымы? Ул ҡайҙа ул, ҡасан ҡайта?”-тип бер-бер артлы һорауҙарын яуҙыра башланы. “Әсәйегеҙ ҡунаҡҡа киткән. Әле ҡайтмай әле”,-тигән булды.

Балалары әкренләп әсәйһеҙ йәшәргә өйрәнде. Тик йәш ярымлыҡ Әҙилә менән бигерәк ауырға тура килде. Ҡыҙсыҡ төндәрен илай башланы, йыш ауырыны. Ярай, Хәлиттең хәлен эшендә лә, күрше-тирә лә аңлап тора. Һәр береһе ярҙамға килергә әҙер. Балалары ла әсәйҙәрен күптән һорамай. Ә бына үтә яратып, йәлләп кенә үҫтергән Әҙиләһе хәҙер килеп әсәй таптыра башланы.

-Атай, әйҙә, әсәй һатып алайыҡ!

Бергәләшеп өҫтәл артында ултырған апай-ағайҙары берсә Әҙиләгә, берсә аталарына ҡарап нимә әйтергә белмәне. Йәлләй улар атаһын, барыһын да аңлайҙар ҙа. Ипләп кенә һүҙҙе икенсе йүнәлткән булдылар, Әҙилә алдына уйынсыҡтар өйөп ташланылар.

Хәлит балаларының да, үҙенең дә күңелен тетрәндергән ошо хәлдән һуң судҡа барып Әмиләне алиментҡа бирҙе. Тапҡан икән – яуаплылыҡ тойһон! Бәлки, закон буйынса эҙәрлекләй башлаһалар, аҡылына килеп, кире ҡайтыр. Эйе, Хәлит Әмиләне балалары хаҡына кире ҡабул итергә әҙер ине. Тик унан айырылып та өлгөрмәгән ҡатыны судҡа ... ауырлы һәм икенсе ирҙе ҡултыҡлап килде. “Ирем яҡшы булһа, мин уны ташлап сығып китмәҫ инем. Ул эсте, мине туҡманы...”-тип туҙға яҙмаған хәбәрҙе һөйләне. Судья ла ҡатынға екһенеп ҡарап: “Ундай насар иргә алты балағыҙҙа нисек ҡалдырып киттегеҙ һуң?”-тигән һорау бирҙе. Әмилә ҡаты, әммә ғәҙел һүҙҙәргә нимә тиергә белмәй шунда уҡ: “Миңә ҡыйын, табип саҡыртығыҙ?!”-тип эсен тотоп сәрелдәй башланы. Был күренеш шул тиклем яһалма һәм ерәндергес ине. Хәлит: “Балаларым өсөн бындай әсәйҙең булғандан - булмағаны яҡшы! Кәрәкмәй үҙе лә, бер тине лә!”-тип өйөнә ашыҡты. Йәһәтерәк ҡайтып етеп ғәзиз һәм ҡәҙерле балаларын ҡосағына алыу теләге менән генә янды ул. “Бирешмәҫбеҙ! Атай һөйөүе лә етер бәпестәремә!”-тине Хәлит үҙенә ҡәтғи генә.

 

Р/S Әҙилә үҙенә йылмайып, яратып ҡараған ҡатындың сикәләрен, ауыҙ-танауын тотоп ҡараны, сәстәренән һыйпаны. “Әсәкәйем минең, һин донъялағы иң матур әсәйһең бит”,-тине кескәй уға һыйынып. Әҙилә көн дә көткән әсәһе яңынан юғалып ҡуймаһын өсөн, уның күлдәген тотоп, йоҡлап та китте. Альбина янына килергә ҡыймай торған ҡалған биш баланы ла ҡосағына алып, бәхетле йылмайҙы. “Рәхмәт һиңә, Хоҙайым аҙашҡан йәшлек мөхәббәтем, хыялымда ғына йөрөткән балаларым менән ҡауыштырған өсөн”, -тип бышылданы ул...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: